19.03.2011 Мәҙәниәт министры үҙ блогын булдырҙы
«Минең блогым мәҙәниәткә арнала», – тигән һүҙҙәр менән башлаған Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов тәүге яҙмаһын («Тере журнал» («Живой журнал») биттәрендәге адресы: http://aabdrazakov.livejournal.com/).
«Блогта ошо тармаҡҡа бәйле көн үҙәгендә торған проблемалар хаҡында һөйләшкем килә. Әле интернет мәҙәниәткә арналған төрлө мәғлүмәт менән тулған, фекерҙәр, ҡараштар төрлөсә. Мәҫәлән, берәүҙәр «массалы мәҙәниәт»те, йәғни уның коммерция өлөшөн үҫтереү яҡлы. Бындай мәҙәниәткә, ғәҙәттә, элитар мәҙәниәт ҡаршы ҡуйыла. Был юҫыҡта төрлө субкультуралар, бард, йәштәр хәрәкәттәренең ҡатнашыуын да әйтергә кәрәк. Академик Дмитрий Лихачев билдәләүенсә, мәҙәниәт – дәүләт шөғөлләнергә тейешле мөһим нәмә», – тип яҙа министр.