12.03.2011 ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛЕРМЕ?
йәки Халыҡтың фекере Башҡортостан юлдаш телевидениеһының абруйын күтәрергә булышлыҡ итһен
Халыҡтың һүҙе – хаҡлыҡтың күҙе. Нимә генә тимәйек, донъяла ниндәй генә ваҡиғалар бармаһын, сиктәрҙән ашҡан үҙгәрештәр эшләнмәһен, халыҡ уларға һис кенә лә битараф түгел. Яңы етәксе килеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына яңылыҡтар индерә башлағас, телевизор ҡараусылыр уның яңы форматына ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен белдерергә ашыҡты. БР Президенты Рөстәм Хәмитов та телевидение хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында, республикалағы берҙән-бер төп милли телеканалда башҡортса тапшырыуҙарҙың аҙайыуын билдәләп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушҡайны. «Йәшлек» гәзитендә лә БСТ-ны «утҡа тотҡан» бер нисә тәнҡит мәҡәләһе донъя күрҙе. Уның буйынса шаңдауҙар күп булды – гәзит уҡыусыларыбыҙҙан тиҫтәнән ашыу хат алдыҡ. Барыһының дәғүәләре бер үк тиерлек: тамашасылар башҡортса тапшырыуҙарҙың кәмеүенә, ҡыҙыҡлы милли программалар булмауына дәғүә белдерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: БСТ-лағы үҙгәрештәргә ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә битараф ҡала алмаған. Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе бер төркөм башҡорт зыялыһы: «Милләттәштәребеҙҙең тормош-көнкүреше, уй-кисерештәре, мәҙәниәт, сәнғәт яңылыҡтары тураһында ишетеп-уҡып ҡына түгел, телевизорҙан да ҡарап күрә инек, хәҙер ундағы яңылыҡтар хайран ҡалдыра. Юғары кимәлдәге төплө тапшырыуҙар, башҡорт халҡын, уның телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белгән, ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплаған журналистарҙың эшен күрге килә», – тип яҙа.
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан бер төркөм пенсионер арҙаҡлы шәхестәр менән осраштырған, ябай ауыл халҡының да тормошо сағылыш тапҡан элекке БСТ-ны һағыныуы хаҡында яҙған. Буранғол ауылынан 19 кешенең имзаһы менән килгән хатта: «Нимә булды телевидениеға?» – тигән һорау ҡуйылған. Ташбулат ауылынан М. Нурғәлина: «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үҙ билдәләнешен онотмаһын, башҡортса телеканал булып ҡалһын», – тигән теләктәрен еткергән. Мәхмүт ауылынан Гөлсинә Ишмөхәмәтова ла, ябай халыҡ фекеренән сығып, эфирға сыҡҡан тапшырыуҙарға ҡарата үҙенең фекерҙәрен яҙып ебәргән. Әүҙемлегегеҙ, битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, әбйәлилдәр!
Бөрйән районынан бер тамашасы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хат аноним) күберәк башҡортса концерттар күрһәтеүҙе, «ҡурай» каналын кире тергеҙеүҙе һорай. Беҙҙең әүҙем авторыбыҙ, журналистика ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ризван Хажиевтың да тәнҡите бик урынлы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең барығыҙҙың да хаттары «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы етәкселегенә ебәрелде. Телевидение етәкселәре үтенестәрегеҙгә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ. Әле күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, унда телевидениеның генераль директоры Гүзәл Ибраһимованы саҡырып, яңыртылған каналдың халыҡтың ышанысын аҡламауына, башҡортса эфирҙың ҡыҫҡартылыуына һәм милли рухтағы тапшырыуҙарҙың кәмеүенә бәйле ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ул Башҡортостан зыялыларының фекерҙәрен иҫәпкә алыр, үҙенең вәғәҙәһендә торор, тип ышанабыҙ. Халыҡ һорағанда, беҙҙә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә үҙ тамашасыларын тапҡан республикалағы берҙән-бер милли телеканалға ышанысты аҡларға кәрәктер.
З. ЙӘҺҮҘИНА.