08.03.2011 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙ йорттары буласаҡ
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда 2010 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2011 йылға планлаштырылған эштәргә күҙәтеү эшләнде, тәҡдимдәр индерелде. Республикала мәҙәниәт өлкәһендә, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, проблемалар етерлек, әммә уларҙы хәл итеү өсөн төрлө саралар күрелә. Мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов үҙ сығышында һүҙҙе ошо хаҡта алып барҙы.
Былтыр спектаклдәргә һәм концерттарға һатылған билеттарҙан бары тик 100 миллион һумдан ашыу ғына килем килгән. Театр Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ла иҡтисади яҡтан отошло түгел. Әммә булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланһаҡ, театрға тамашасыны йәлеп итергә мөмкин. Юғиһә, бөгөнгө анализға ҡарағанда, бер тамашасыны йәлеп итеү өсөн уртаса 507,8 һум аҡса талап ителә, ә уртаса билет хаҡы – 88,7 һум.
Кино сәнғәте ҙур тәьҫир итеү көсөнә эйә. Әммә ул беҙҙә тулыһынса ҡулланылыу тапмай. Республикала бары тик ике генә – Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта балалар кинотеатры ҡалдырылған. Китапханалар тураһында ла айырым һүҙ булды. Былтыр китапханаларҙы комплектлауға 75 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Моделле китапханалар булдырыу буйынса эш алып барыла.
Түбән эш хаҡы, торлаҡ мәсьәләһенең киҫкен тороуы ла телгә алынды. Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә айырым ведомство йорто төҙөләсәге тураһында хәбәр итте.
Коллегия ултырышында РФ мәҙәниәт министры советнигы Лев Джугаев та ҡатнашты. Ул Салауат ҡалаһындағы «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының «Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамблен тәбрикләне. РФ Мәҙәниәт министрлығының бойороғо менән ансамблгә «РФ-ның атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәсәй кимәлендә бындай ҙур исемгә лайыҡ булған тәүге ансамбль ул «Ағиҙел».
Башҡортостандың бөгөнгө мәҙәни тормошо тураһында Рус дәүләт драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович әсенеп һөйләне. «Башҡортостан» киностудияһының директоры Айбулат Юнысов райондарға киномобиль алырға кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Сөнки йәштәр кистәрен ҡайҙа барырға белмәй йонсой. Был үҙе үк уларҙы насар юлға этәрә. Ә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Семенов үҙҙәрендә эштең нисек ҡуйылыуы менән таныштырҙы, күптәргә өлгө булырлыҡ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Коллегия ултырышында йыл буйы фиҙакәр хеҙмәттәре менән маҡтауға лайыҡ шәхестәрҙе, коллективтарҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.