«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»



19.09.2019 «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»

йәки Йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин сәхнәгә ниңә һирәк сыға?

Башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙарының береһе Рөстәм Ғиззәтуллин йыр-моң донъяһына « Һиңә генә», «Ашыҡма», «Ғәфү ит мине», «Бәхетле минуттар» йырҙары менән килеп инде. Сәхнәлә үҙенең ихлас булмышы, йәштәр күңеленә үтеп ингән дәртле йырҙары менән тиҙ арала популярлыҡ яулап өлгөрҙө, күптәрҙең кумирына әүерелде. Танылған йырсыны бөгөнгө заман йәштәре лә ярата, уның хиттары ла әле концерттарҙа яңғырай.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин ошо көндәрҙә үҙенең юбилей концертын үткәрә. Бөгөн ул – редакция ҡунағы.



– Рөстәм, хәҙер һеҙҙе концерттарҙа һирәк күрәбеҙ. Бөгөнгө көндә нимә менән мәшғүлһегеҙ?

– Хәҙерге көндә продюсерлыҡ эше менән шөғөлләнәм. «Zainetdin» этно-шоу проекты, «Гирзамюзик» тигән лейбл аҫтында йәштәр менән эшләй башланыҡ. Унда инструменталь ғына түгел, рус телендә лә йырҙар яңғырай. Күберәк студиялағы эш менән мәшғүлмен. Аранжировкалар эшләйбеҙ. Татарстандан артистар килеп, йырҙарын яҙҙырта. Элекке кеүек үҙемдең концерттарымды ойоштороп йөрөмәйем, саҡырһалар, ҙур байрамдарҙа сығыш яһайым.

– Башҡорт эстрадаһында хәҙер сағыу «йондоҙҙар» барлыҡҡа килде. Һеҙгә, башҡорт эстрадаһы ветерандарына, уларға конкурент булыуы ауыр түгелме? Бөгөн тамашасыларҙың күңелен яулаған йәш йырсыларҙа һеҙгә нимә оҡшай?
– Улар тиҙ эшләй. Хәҙер интернетта «Ютуб» каналында музыка эшләй торған программаларҙы өйрәнәһең дә бер көндә йыр яҙҙырырға була. Бер йыр ғына ла түгел, хатта икене. Тиҙ арала йырҙарын сәхнәгә сығарып, клиптар төшөрөп, популяр булып китәләр ҙә, саҡ ҡына ауырлыҡтар осраһа, концерттарына кеше йөрөмәһә, ижад итеүҙән туҡтайҙар ҙа ҡуялар. Маҡсатыңа өлгәшеү өсөн үҙең өҫтөндә эшләргә, эҙләнергә, күберәк тырышлыҡ һалырға кәрәк. Шуға ла башҡорт эстрадаһында йәштәр күп, әммә исемләп кенә әйтерлектәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәгәйә бара.
Бына минең аранжировкалар эшләй башлауыма 20 йыл, бөгөнгө көндә һаман да уҡыйым, өйрәнәм. Хәҙер музыканың сифаты күтәрелә башланы. Сөнки интернет булғас, аранжировканы һәр кем эшләй ала. Элек башҡорт музыкаһы менән Рәсәй эстрадаһы ныҡ айырыла ине. Хәҙер улар тигеҙләшеп килә. Беҙ башҡорт музыкаһын донъя эстрадаһына тиңләштерә алабыҙ. «Zainetdin» этно-шоу проектының Рәсәй буйлап гастролдә йөрөүе хуплауға лайыҡ. Ул Европала ла сығыш яһап ҡайтты. Төрлө милләт тамашасыһы сығыштарын бик йылы ҡабул итте. Шунан һуң беҙ донъя стандарттарына тура килгән музыка ижад итергә кәрәк тигән һығымтаға кил­дек. Киләсәктә эстрадабыҙға яңы аяҡ баҫҡан йәштәрҙең ижадын, уларҙың музыка­һының сифатын күтәрергә булышлыҡ итербеҙ, тип уйлайым.

– Һеҙгә төрлө төбәктәрҙә гастрол­дәрҙә күп йөрөргә тура килә. Тамашасылар айырыламы?
– Әлбиттә, айырыла. Башҡортостандан алыҫыраҡ киткән һайын, нисектер йылыраҡ ҡабул иткән кеүектәр. Мәскәү, Силәбе өлкәһенә барайыҡмы, уларҙың шул тиклем беҙҙең башҡорт моңона һыуһағанын күрәбеҙ. Әгәр ҙә концертты ысын күңелдән әҙерләйһең икән, тамашасылар бер ҡайҙа ла айырылмай. Элекке кеүек уларҙы фонограмма менән алдап булмай. Әйткәндәй, мин үҙем һәр саҡ тере тауышҡа йырлайым. Үҙеңдең эшеңә яуаплы һәм етди ҡараһаң, тамашасы уны күрә һәм баһалай белә. Сағыштырырға артистар күп. Әлбиттә, бер нисә йыл элек эшләнгән аранжировкалар, иҫке аппаратура менән сифатлы тамаша килеп сыҡмай.

– Эстрадала нимә мөһим?

– Замандан артта ҡалһаң, топ-тан төшөп ҡалаһың. Нимәлер уйлап табырға, яңылыҡтарҙан артта ҡалмаҫҡа, йыр­ҙарҙың авторҙары менән эшләргә кәрәк. Эксперименттарҙан да ҡурҡырға ярамай. Мәҫәлән, ысын күңелдән яҙылған бер ябай ғына йыр, тип үҙеңсә уйлап йөрөһәң дә, белеп булмай, уның хитҡа әйләнеп китеүе лә ихтимал. Бына минең «Яҙ килә» тигән йырыма – 16 йыл. Уны нисек яҙғанымды хәҙер үҙем дә хәтерләмәйем. «Шул да булдымы йыр?» – тип әрләп тә бөттөләр инде. Әммә ошо хит әле йәштәр араһында йәшәй. Салауат Юлаев майҙанында үткән концертта йырла­ғайным, 16 йәшлектәр ҡушылып йырлап тора. Был йыр яҙылғанда, улар яңы тыуған ғына булған. Йыр яҙмышын белеп булмай. Эстрадала ниндәйҙер маҡсат­тарға өлгәшәм тиһәң, тәүәккәл булырға, ҡурҡмаҫҡа кәрәк, тип уйлайым.

– Ә үҙегеҙҙе ниндәй йырығыҙ популяр итте, йыр сәнғәте донъяһына танытты, тип иҫәпләйһегеҙ?
– «Һиңә генә», «Ашыҡма», «Яҙ килә», «Һау бул, әсәйем» йырын яраттылар. Әрмегә киткән егеттәр тыуған яҡтарын һағынғанда, башҡаларға ла ошо йырҙы тыңлаттыҡ, тип әйтә торғайны. Ҡайһы берәүҙәр иң башта мине, һөйләп йырлай, тип тәнҡитләнеләр. «Мин бит профессиональ йырсы түгел, драма һәм кино актеры. Кемгә оҡшай, тыңлай, кемгә оҡшамай – тыңламай. Көтөп тороғоҙ әле, бер нисә йыл үтер, минән дә ҡайтышыраҡ йырлағандар буласаҡ, һин яҡшыраҡ йырлағанһың икән, тип әйтерһегеҙ», – тип яуаплай инем уларға.

– «Йәшлек» гәзитендә уҙғарылған «Минең кумирым» конкурсында һеҙҙең ижадығыҙҙы яратыусыларҙан бик күп хат алғайныҡ. Фанаттарығыҙ әле лә һеҙгә хат яҙамы? Бөгөн бит инде улар йәшлек осоронан сыҡҡан кешеләр…

– Әле лә онотмайҙар, яҙалар. Бына минең концертым булыуын ишеткәндәр ҙә, Баймаҡтан өс ғаилә иң ҡиммәтле билеттарҙы беренсе булып алыуҙарын хәбәр итеп, «Инстаграм» селтәренә һалғандар.
Элек «Юлдаш» радиоһында «Күстәнәс» дискотекаһын алып барғанда беҙгә күпләп хаттар килә ине. Тауыш режиссеры Илнур Кәлимуллин тоҡлап ташый торғайны. Бер ваҡыт уның ярты бүлмәһе хат менән тулды. Нисек кенә яҙмайҙар, хаттарын ялтырауыҡтар менән дә биҙәйҙәр, помада ла һылайҙар, һүрәт тә төшөрәләр. Элекке фанаттарым гастролдә йөрөгәндә лә беҙҙе ихлас ҡунаҡҡа саҡыра, ярҙам итеп ебәрә. 2015 йылда Ейәнсурала бер ғаилә килде лә: «Ҡайҙа туҡталдығыҙ?» – тип һораша. Беҙ, ҡунаҡханала, тибеҙ. Ыҙалап йөрөмәгеҙ, тип, беҙгә бер аҙнаға өс ҡатлы йорттарын биреп ҡуйҙы былар. «Һеҙҙең йырҙарҙа үҫтек, рәхмәт. Һеҙгә иғтибар күрһә­теүебеҙ – хөрмәт йөҙөнән», – тиҙәр.

– Ижади тормошоғоҙҙағы иң әһәмиәтле ваҡиға?

– 2016 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемен алыуым. Ул эшемә яуаплылыҡ өҫтәй. Яңы йәштәр менән эшләй башлауым, продюсерлыҡ эшенә тотоноуым да минең ижадым өсөн әһәмиәтле.

– Гастролдәр ваҡытында тетрәндергән, уйландырған ваҡиғалар булғаны бармы?

– «Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ!» тигән үҙем ижад иткән йырым бар. Шул йырҙан һуң күп кенә тамашасы килеп: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем иҫән түгел. Их, ниңә генә элек йышыраҡ эргәһенә ҡайтманым, хәлен белмәнем икән, тип уйланам. Шул йырығыҙҙы ишеткәндән һуң ҡәҙерле кешем менән һөйләшкәндәй булдым», – тиҙәр.
Кешеләрҙең күңел ҡылдарын тибрәтә, моң аша уйландыра, тетрәндерә алған­мын икән, тимәк, һөҙөмтә бар. Һеҙҙең йырҙарҙы тыңлаһаҡ, йәш саҡҡа ҡайтҡан һымаҡ булдыҡ, хәтирәләрҙе яңырттыҡ, тип тә әйтәләр. Тамашасы менән ихлас булырға кәрәк.

– Элекке Рөстәм менән хәҙергеһе араһында айырма бармы?

– Элек ҡайһы бер әйберҙәр үҙенән-үҙе килеп сыҡһа, хәҙер улай түгел. Бөтә нәмә еңел бирелде. Үҙем концерттар ойош­торҙом, билеттар һаттым, тараттым. Уйлап тормайынса эшләй торғайным. Хәҙерге Рөстәм һәр нәмәгә яуаплы ҡарай. Шуға эш тә оҙағыраҡ бара­лыр. Сифатлыраҡ йыр сығарыр өсөн күберәк эҙләнәһең, тырышаһың, материал эҙләйһең. Йыр­ҙарға күп заказдар алам. Кеше һиңә йыр ижад итергә һорағас, ул ябай йыр түгел, хитҡа әүерелерҙәйен һорай, үтенестәрен еткерә. Күп стил­дәрҙе тыңлайым, көйҙәрҙе анализлайым, сағыштырам. Коммерция музыкаһы шуны талап итә.

– Ҡайһы тормош принцибығыҙға хыянат итмәйһегеҙ?

– Һәр кеше үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш.

– Ижад кешеләре депрессияға бирелеүсән. Һеҙ күңел төшөнкөлөгөн нисек еңәһегеҙ?

– Мин депрессияға бирелә торған кеше түгел. Берәй нәмәгә күңел төшһә, ауылға әсәйем янына ҡайтып киләм. Шунда эш менән булышһам, барлыҡ насар уйҙар, күңелһеҙлектәр үҙенән -үҙе онотола ул. Яҡшы ғына кинофильм ҡарап алам.

– Хәҙер күп билдәле йырсы тамада булып та йөрөй. Ә һеҙ?
– Тамада булып эшләп ҡараным һәм уның минең өсөн түгел икәнен аңланым. Профессиональ рәүештә эшләгәндәр байрамдар, туйҙар алып барырға йөрөһөн. Әммә дуҫтар, таныштар юби­лейҙарына саҡыр­һалар, артист булараҡ йырларға барам.

– 22 сентябрҙә «Башҡортостан» концерт залында үтәсәк «Тыуған көнгә иң шәп йырҙар» концерты һеҙҙең юбиле­йығыҙға арналған.
Тамашасыларға нимә­ләр вәғәҙә итәһегеҙ?

– Был тамаша – минең юбилейым уңайынан дуҫтарымды йыйып, күңел аса торған проект. Ижадымды яратыусылар менән аралашып, йырлашып, ял итеп ҡайтыу маҡсатын ҡуя. Күп ҡунаҡ сығыш яһарға киләсәк. Шунлыҡтан концертта импровизация һәм сюрприздар күп буласаҡ.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға