«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Моң тыуҙырыусы



15.02.2011 Моң тыуҙырыусы

“Сәнғәт” тигән сихри донъяла моңланып, илһамланып һәм моңһоуланып көнөн-төнөн ижадсы йөрәге яна, тик башҡалар ғына күрмәй уның серле хыял диңгеҙен. Моң даръяһында йәшәүсе ижадсыларыбыҙҙың береһе – композитор Салауат Рафиҡ улы Сәлмәнов. Ни өсөн уны яҙмыш сәнғәт юлынан алып киткәне лә аңлашыла. “Атанан күргән уҡ юнған” тигән мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Салауат ағай билдәле композитор Рафиҡ Сәлмәновтың ғаиләһендә 1952 йылда тыуа. Музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһын, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлағандан һуң уның педагог һәм музыка белгесе булараҡ хеҙмәт юлы башлана. 1980 – 1988 йылдарҙа Учалы ҡалаһының музыка училищеһында уҡыта, 1989 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы музыка серҙәренә өйрәтә. Композиторҙар класында махсус курс, музыковедтарҙа полифония, оркестровка һ.б. предметтар буйынса дәрестәр алып бара. Уның уҡыусылары – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, РФ һәм БР Композиторҙар союзы ағзалары. Шулар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре И. Хисаметдинов, БР-ҙың халыҡ артисы, Халыҡ инструменттары милли оркестры етәксеһе Р. Ғәйзуллин, Милли симфоник оркестры дирижеры Р. Сөләймәнов һ.б. бар.
Хоҙай беҙгә таланттарҙы бушҡа ғына бирмәй, һәр ҡайһыбыҙ был донъяға ниндәйҙер миссия менән тыуа. Бөтәбеҙ ҙә халҡыбыҙ өсөн нимәлер эшләп ҡалдырыр­ға тырышабыҙ. Салауат ағай ҙа башҡорт халҡының музыка сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ул – төрлө музыкаль жанр­ҙарҙа күп әҫәр яҙған композитор. Уның көйҙәренә милли колорит хас. Хор өсөн яҙылған көйҙәре айырыуса иғтибарға лайыҡ: “Салауатҡа мәҙхиә” симфонияһы (2004), “Бәләкәй йылғаларға мәҙхиә” (1995), “Урал аръяғы йырҙары” (1996), “Энә терапияһы” (1996), “Төнгө йырҙар” (2003), “Көн һайын” (2005) һ.б. циклдар.
Салауат ағай ижадының ярайһы уҡ ҙур өлөшөн балалар сәнғәтенә арнаған. Кескәй тамашасылар тарафынан уның ”ҡыйыу ҡуян” телеспектакле айырыуса йылы ҡабул ителә. Мәскәү гастроле өсөн Башҡор­тостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған ”Дуҫ булайыҡ” спектакле БР дәүләт ҡурсаҡ театры тарафынан иң яҡшы постановка булараҡ һайланып алына (2007).
Уның балалар өсөн яҙылған етмешкә яҡын йыры, һикһәндән ашыу хор көйө бар. Фортепиано һәм башҡа музыкаль ҡоралдар өсөн яҙылған байтаҡ әҫәре балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль программаларында ҡулланыла, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә яңғырай һәм юғары урындар яулай. Мәҫәлән, Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Анна Разумова фортепиано буйынса республика конкурсында С. Сәлмәновтың “Импровизация” исемле пьесаһын башҡарып, беренсе премияға лайыҡ була. Ш. Бикмөхәмәтов етәкселегендә башҡарылған хор циклы Финляндияла уҙған конкурс-фестивалдә 3-сө урынды яулай (2002). Шул уҡ әҫәр Мәскәүҙә “Звучит Москва” исемле хор конкурсында башҡарыла (2003), ә “Әкиәттәр, уйындар, түңәрәк бейеүҙәр” исемле циклдың хорҙары Өфөлә, Волга буйы – Урал композиторҙарының фестивалендә яңғырай (2008).
Салауат Рафиҡ улы шулай уҡ халыҡтан яҙып алынған 150-нән ашыу йырҙы расшифровкалап, уларҙың нотаһын да тергеҙә, бер нисә фольклор йыйынтығының музыкаль мөхәррире лә була (һуңғы эштәренең береһе, мәҫәлән, “Башҡорт халҡының оҙон көйлө йырҙары” (2007).
С. Сәлмәнов 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының, 1999 йылдан Рәсәй Федерация­һының Композиторҙар союзы ағзаһы. 2008 йылда уға «БР-ҙың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелә. Әле ижадсыбыҙ ең һыҙғанып, яңы көйҙәр ижад итеү менән мәшғүл. Салауат Рафиҡ улы Башҡортостандың иң яҡшы, юғары профессиональ композиторҙарының береһе.


Ф. ҒАЙСИНА,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға