12.02.2011 Бойҙаймы, кәбәкме?
йәки Башҡорт сәхнәһендәге реформаларға минең тәҡдимдәр
Элегерәк театрға бик йыш һәм ҡыҙыҡһынып йөрөй торғайным. Тик йылдар үткән һайын уның бер урында тапанып тороуын көндән-көн нығыраҡ күрә башланым – театр музейындағы боронғо фотоларҙы ентекләберәк ҡараһаң, 80 йылдан ашыу үткән ғүмер хәҙерге сәхнәлә һиҙелмәй – шул уҡ ҡыланыштар, натуралистик декорациялар, костюмдар, ҡомғандар, ситәнле өй алды, гармун, сабаталар, биҙрәләр һ.б. Ә геройҙар спектаклдән – спектаклгә, театрҙан театрға күсеп йөрөүсе үлемһеҙ штамп – тәмле-татлы егет менән ҡыҙ, һаҡаллы бабай менән яулыҡ ябынған әбей, насар холоҡло етәксе... Шул арала донъяла ниндәй генә хәлдәр булманы: Икенсе донъя һуғышы, репрессиялар, йыһанға осоу, үҙгәртеп ҡороу, тәбиғи һәм техноген һәләкәттәр, ә хәҙерге көндә компьютер, терроризм – былар бөтәһе лә кешенең күңеленә үтә ныҡ тәьҫир итеп, донъяға бөтөнләй икенсе ҡарашлы яңы кешене тыуҙырҙы. Ә һуҡыр, битараф, һаңғырау һәм телһеҙ «театр» бер ҙә үҙгәрмәне, эҙләнмәне, уйланманы, тормош менән бергә атламаны, уның өсөн тетрәндергес бәлә-ҡазалар, яңы асыштар, катастрофалар булманы, тик әллә ҡасан фани донъянан киткән тамашасы өсөн эшләүен дауам итте һәм итә. Театрҙың финанс яғы, техникаһы, технологияһы үҙгәрҙе, коллектив та алмашынып яңырып торҙо, тик донъяға ҡарашы, йөкмәткеһе боронғо ҡаҙылдыҡ булып ҡалды. Ошо тапаныуҙың ( ә сәнғәттә был артҡа сигенеү) сәбәбе мине бик борсой.
«С конца 20-х г г. областная партийная организация предпринимает ряд акций, направленных на нейтрализацию национального своеобразия театральной культуры Башкортостана. 15 декабря 1931 года Башкирский обком ВКП(б) принимает «Резолюцию о развитии башкирского национального театра». Документ положил начало «пролетарской классовой линии» в искусстве Башкортостана, беспощадной борьбе против «реакционно-националистической тенденции», обернувшихся унификацией творческого облика театра, искоренением наиболее самобытных форм национального театра. Жестокий урон театральной культуре Башкортостана был нанесен в 1937 – 38 и 1946 – 48 г г., когда политические репрессии против деятелей сцены сомкнулись с разрушительной атакой на ее эстетические ценности». Был өҙөк ошо адрестан алынды: (һtt//bаsһһisоrу. оn. ufanet. ru/Vsе/kyltyra. һtml)
Идеологияның үлеүенә күпме ваҡыт үтһә лә, һаман да шул көсләп тағылған унификациянан алыҫ китә алмайбыҙ – ул күңелгә бик ныҡ һеңдерелгән. Бер төрлөлөк, стандартлаштырыу (ә унификацияның мәғәнәһе шулай) завод, фабрикаларҙа ҡорамалдар етештереү өсөн бик ҡулайлы булһа ла, сәнғәтте, ижадты абсурдлыҡҡа, үлемгә килтерҙе. (Әгәр, мәҫәлән, Рудольф Нуриев Өфөлә ҡалһа, «улай бейергә ярамай» тип өйрәтерҙәр һәм ул ябай бер алкоголик булып китер ине).
Сәнғәтте терелтергә теләһәк, боронғо көй, әкиәттәр, легендаларҙа һәм «Урал батыр» эпосында һаҡланып ҡалған донъя кимәлендәге эстетика бейеклегенә күтәрелергә тейешбеҙ.
Кимәлдең түбән булыу сәбәбе – профессиональ тәнҡиттең булмауында. Коммунистар тәнҡитте яратманы, шунлыҡтан идеологиялары үҙ-үҙенән селпәрәмә килде, милли үҙенсәлекте лә юҡ итте. Шул дәүерҙән ҡалған үлтереп маҡтау, йә «артистар яҡшы уйнаны, декорациялар зауыҡлы булды», йә спектаклдең сюжетын һөйләү – бындай «тәнҡит» тик үҙешмәкәрлеккә генә килтереүе мөмкин. Тәнҡиттең бурысы – етешһеҙлектәрҙе күреп, алға барыр юлды күрһәтеү. Хәҙерге Башҡортостан сәнғәте 100 процентҡа үҙешмәкәр кимәлдә ҡала. Мин уны театр тип түгел, ә боҙоҡ деталдәр штамповкалаусы фабрика, тип атар инем. Ысын ижад кешеһе өсөн тәнҡит, анализ – иң кәрәкле нәмә. Сөнки бында яҡшырыр, камиллашыу өсөн киләсәккә юл асыла. Ғәҙел тәнҡитте дошман итеп күргән «ижад» кешеләре өсөн иң мөһиме – үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн тойоу, улар бар көсөн сәнғәттә яңы, үҙ һүҙен әйтер өсөн түгел, ә төрлө званиелар, грамоталар, миҙалдар даулауға йүнәлтә.
Әҙәбиәттә, эстрадала, һынлы сәнғәттә емереү көслө булһа ла, театр сәнғәте өлкәһендә был ябайлаштырыу бигерәк ҙур һәләкәткә килтерҙе. Шунлыҡтан хәҙерге көндә башҡорт театры донъяла юҡ, ә булғандары – башҡортса һөйләшеүсе космополиттар театры, башҡортҡа пародия.
Боронғо гректар бер үк түмәрҙе ултырғыс, бәпес, суҡмар, утын һ.б. итеп файҙалана белгән, ябайыраҡ әйткәндә, әйбергә бер нисә төрлө мәғәнә биргәндәр. Яҡшы әҫәрҙе уҡығанда, юл араһында булған подтексты ла күрергә була. Хәҙерге натуралистик театрҙа подтекст, юл араһын эҙләү файҙаһыҙ. Кешенең тәненән башҡа күңел тигән нәмәһе лә бар, ысын сәнғәттең төп бурысы теге йәки был милләттең күңелендә нимә ята, йәғни текстың юл араһында нимә бар, шуны күрә һәм күрһәтә белергә тейеш: декорация, костюм, бутафория, режиссура, уйын – барыһы ла ике мәғәнәле булмаһа, сәнғәт, ижад һүҙҙәрен ҡулланыу ул ябай кешенең күҙен буяу ғына.
Башҡорт халҡының донъяға ҡарашы, фекер йөрөтөү ысулы, менталитеты иркен далаларҙа, мөһабәт тауҙар араһында, иреклектә, тәбиғәт ҡосағында йәшәгән ваҡытында формалашҡан, тип әйтһәк, хата булмаҫтыр. Баласыллыҡ, артыҡ ышанып барыусанлыҡ, яғымлылыҡ, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ шул дәүерҙән беҙҙең көнгәсә йәшәп килә. Ярым күсмә тормошта йәшәгәнлектән, ата-бабаларыбыҙ байлыҡ артынан ҡыумай, эргәһендә иң кәрәкле әйберҙәр генә, шунлыҡтан күңеле керһеҙ, урлашыу, көнсөллөк, күрә алмау, нәфсе тигән насар ҡылығы юҡ. Автобуста йә халыҡ күп булған урында башҡорт кешеһен шунда уҡ бүтәндәрҙән айырып була – тауышы баҫалҡы, ҡысҡырып һөйләшмәй, хахылдап көлмәй ( ул быны әҙәпһеҙлек тип иҫәпләй), ҡулдарын болғамай, ҡатын-ҡыҙҙарға, ололарға урын бирергә әҙер – тәбиғәт балаһынан нимә көтәһең инде? Күңелендә булған аһ-зарын, ҡайғыһын тышҡа сығарып бармай, эсендә тота. «ҡайтыр инем үҙ яғыма, аяҡтарым талһа, имгәкләп» тигән йыр юлдары күптәргә таныш. Ошо ҡыҫҡа ғына юлдарҙа башҡорт кешеһенең күңел төбөндә ятҡан асылы сағыла, минеңсә: бында тыуған ерен ныҡ һағыныу менән бергә бәләһен, ҡайғыһын үҙенең күңелендә генә йөрөтөр, бүтән кешеләрҙән, ҡамасауламаҫҡа тырышып, ярҙам һорамаҫ, үҙ хәле менән генә имгәкләп ҡайтырға әҙер. Бындай менталитетлы халыҡтың театр сәхнәһендә натуралистик уйнау стиле ысынбарлыҡҡа тап килмәй, халыҡтың тормошҡа ҡарашын һынландырмай. Мәғәнәһеҙ ҡул болғап, аҡырышып-баҡырышып йөрөгән яһалма эмоциялы геройҙарҙы башҡорт тип әйтергә тел әйләнмәй.
Сәхнәлә йә экранда актерҙың ауыҙынан сыҡҡан аҡырыу-баҡырыу, яһалма күҙ йәштәре түгеү, маңҡа ағыҙыуҙар бөтәһе лә яһалма көсәнеү генә ул. Тимәк, артистың тамашасыға әйтер һүҙе юҡ. Был йәһәттән ауыл театры үҙен профессиональ тип һанаған коллективтарҙан айырылмай. Бышылдап ҡына әйткән һүҙҙең йоғонтоһо ҡысҡырыуға ҡарағанда күпкә нығыраҡ тәьҫир итә – кешенең күңеле шул тиклем
тулған, хатта ҡысҡырып әйтергә хәле лә юҡ. Спектаклдең башынан аҙағына тиклем баҡырышып йөрөгәс, персонаждың имәнес хәлен күрһәтергә мөмкинлек ҡалмай. Эмоциялар ул Африкала ла эмоциялар, һәр бер йән эйәһе уның менән йәшәй, хатта бөжәк-микробтар ҙа. Тик бер кем дә уларҙың эске күңеле бай тип әйтмәҫ. Ер шарындағы 6 миллиард кеше бер үк хәлгә бер үк эмоция менән яуап бирә, бында актерҙың үҙенсәлекле талантын күрһәтер өсөн мөмкинлек юҡ. Шул сәбәптән илдә үҙ йөҙө, үҙ ҡарашы булған театр юҡ.
Хис-тойғоларын йәшермәй, ҡысҡырып һүгенеп йөрөгән берәй иҫеректе интеллекты юғары булғанлыҡтан, үҙен шулай тота, тип әйтергәме ни? ҡыҙыҡ, циркта клоун булып эшләгән берәү, мин артист Сүгәтәев түгел, ә шундай-шундай исемле клоун, тип әйтһә, беҙ уға ышанмаҫ инек – ул клоун булып тыумаған, имсәк иммәгән, мәктәптә уҡымаған, тик махсус уҡыу йортон тамамлағас ҡына үҙенә махсус кейем, хәрәкәттәр, эмоциялар – яңы образ уйлап тапҡас ҡына клоун булып киткән – был уйнау стиле «театр представления», күҙаллау, йәғни тыштан эскә, күңел төбөнә инеү, тип атала. Күңелен бик асып бармаған, хис-тойғоларын белдерергә оялған баҫалҡы һәм әҙәпле, фәлсәфәүи ҡарашлы башҡорт кешеһенең күңелен тик «күҙаллау» стиле аша ғына биреп була. Шуның өсөн башҡорт сәхнәһендә артист үҙенең актерлыҡҡа уҡыған Сүгәтәев тигән кеше икәнен йәшермәҫкә тейеш. Бәләкәй ҡыҙҙарҙың утын киҫәген сепрәккә урап, ә малайҙарҙың шырпы ҡабын машина итеп шундай мауығып уйнағанын күргәнебеҙ бар – бында ысын театрса уйнау-ҡыланыу бар.
Әүерелеү (перевоплощение) тигән бер нәмәне ишеткәнегеҙ барҙыр, унда актер, тип әйтәйемме, йәнәһе, сәхнәгә сығыр алдынан уйлап сығарылған персонаждың сәхнәгә сыҡҡанға тиклем һәм унан сыҡҡас «буласаҡ» тормошон мөмкин тиклем күберәк күҙ алдына килтерергә тейеш, бына шул саҡта уның ҡыланыштары, эмоциялары, хәрәкәттәре тәбиғи рәүештә, үҙенән-үҙе, уйналған персонаждыҡы булырға тейеш, тип иҫәпләнгән. Был стиль «от внутреннего к внешнему» тип атала. «Мин сәхнәлә уйнамайым, ә йәшәйем» тип маһаялар, «Мин актер Сүгәтәев түгел, ә персонаж Сәйнүков», имеш. Тик сценарий яһалма, декорациялар ҙа, шулар араһында тик яһалма уйнарға, йәғни ҡыланырға ҡала, йәшәү өсөн унда уңайлыҡтар юҡ. ҡатырғанан эшләнгән икмәкте ашап булмай, ашап ҡыланырға мөмкин, йәғни актер менән персонаж араһындағы бушлыҡ күренеп торһон.
Соцреалистик театрҙа декорациялар тик «место действия» – хәл-ваҡиға булған урынды ғына күрһәтә, был сәнғәт, ижад түгел. Мәҫәлән, ХVII быуаттың архитектураһын йә кейем-һалымын күсереп алып сәхнәгә сығарыр өсөн талант кәрәкмәй, ә бына шул дәүерҙе хәҙерге кешелек күҙлегенән күрһәтә белеү тик ысын ижад кешеһенә генә хас.
Минеңсә, яһалма эмоциялар өсөн талант та, белем дә, тәжрибә лә кәрәкмәй. Сит ил фильмдарында ла ярһып ҡысҡырыуҙар бар, улар уны кәрәкле мәлдә, кәрәкле урында ғына ҡулланғас, күңел төпкөлөнә үтеп инә, ышандыра. Ә бына беҙҙең йәнгә тейгән сериалдарҙа йәш кенә егеттәр-ҡыҙҙар, актерлыҡҡа уҡымаһалар ҙа, нимә кәрәклеген бик тиҙ отоп алды һәм урынлы-урынһыҙ, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә яһалма эмоцияларын аҙым һайын ҡыҫтыра, тамашасы уларҙы, үтә яҡшы, хатта тәжрибәле артистарҙан да яҡшыраҡ уйнай, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, Анна Германдың тыныс ҡына башҡарылған, ләкин тыңлаусыны битараф ҡалдырмаған йырҙарын бөгөн ялған пафос, яһалма эмоциялар менән сыйылдап, баҡырып, илай яҙып башҡарһалар ҙа, күңелде битараф ҡалдыра.
Сәхнәлә шулай уҡ күңелдәген хәрәкәт аша бирергә өйрәнергә ваҡыт. Мәҫәлән, әгәр ултырғыстың ситенә генә ултырһаң, кеше кемделер көткән кеүек, йә ҡайҙалыр барырға йыйына.
Киләсәктә нимә булырын алданыраҡ хәбәр итеү, йәки һиҙенеү, алдан тойоуҙар мотлаҡ булырға тейеш.
Билдәле, (актер, тип әйтәйемме) Олег Табаков һәр бер ролендә Кот Матроскин булып уйнай, «әүерелеү» тигән төшөнсә ысынбарлыҡҡа тап килһә, ролендә төрлө персонаж күрер инек. Совет фильмдарында һәр актер бер үк образһыҙ, тарихһыҙ, яҙмышһыҙ схематик бер үк персонажды уйнай. Бында «уйнай» һүҙен ҡулланмаҫ инем, сөнки бөтәһе лә ижадһыҙ натуралистик көсәнеү генә.
Телевизорҙан үҙен режиссер тип атаған әҙәмдең актерҙар менән эшләгән мәлен йыш ҡына күрергә була. Ул артисҡа, бына шулай-шулай ит тә, бына былай эшлә, тип төрлө хәрәкәттәр, ҡыланыштар, сырай һытыуҙар, тауыш яңғырашын үҙе күрһәтеп бирә. Бигерәк тә кинола шундай режиссерҙарҙың ҡушыуы буйынса эшләнгән хәрәкәттәр бик яҡшы күренә һәм күңелде ҡыра. Тик «перевоплощение» стилендә уйнағанда актерҙың үҙ-үҙен тотоуы күңел төбөнән, тәбиғәттән килә, тип иҫәпләгәс, режиссерҙың ҡыҫылышы тағы нимәгә кәрәк? Был факт «перевоплощение» тигән стилдең булыуы мөмкин түгел икәнен иҫбатлай. Пианино, скрипка, ҡәләм ижади кешенең уйнау ҡоралы булып тора, ә актерҙың уйын ҡоралы – уның хәрәкәте, тауышы. «Перевоплощение» күҙлегенән ҡараһаҡ, мин пианист түгел, ә пианино үҙе, тип аңларға тура киләме? Ноталар музыкант өсөн һөлдә, ә спектаклдең һөлдәһе – пьеса. Музыкант шул һөлдәгә йән индергән кеүек, артистар алдында ла шул уҡ маҡсат тора.
Пианинола виртуоз уйнаусылар донъяла аҙ түгел, тик Эмиль Гилельс йә Святослав Рихтер кеүек уйнаусылар берәү-икәү генә, улар бүтәндәрҙән үле ноталарға йән өрә белеүе менән айырыла, ә ҡалған шәп виртуоздар механик рәүештә ноталарҙың һөлдәһен генә уйнай, уларға йән индерерлек талантты тәбиғәт бирмәгән. Илдәге йөҙәрләгән театрҙа меңләгән артист, режиссер эшләй. Уларҙың бөтәһе лә Гилельс йә Рихтер була алмай, хатта ундай шәп артистарҙы миңә бығаса күрергә лә тура килмәне. Әлбиттә, ваҡытлы матбуғат көнө-төнө тик һөлдә генә күрһәтеүсе артистарҙы үлтереп маҡтау менән, һәр береһенә «бөйөк» исемен тағыу менән шөғөлләнә, ябай кешене алдай, уның күңеленә ялған ҡиммәттәр тыңҡый, тәбиғәттән килгән сәмен, менталитетын боҙа.
Натурализмдың тағы ла бер ҙур етешһеҙлеге – барыһын да сәйнәп биреү. Ысын сәнғәттә фекерҙе тулыһынса әйтеп бирмәҫкә, тигән яҙылмаған ҡағиҙә бар. Сөнки әйтеп бөтмәгән фекерҙе тамашасы үҙе уйлап еткерергә, сисергә, ике осто бергә ялғарға, үҙенсә аңлатырға, уйланырға, асыш яһарға һәм, ғөмүмән, эстетик ләззәт алырға тейеш. Хәҙерге театрҙар, сюжет артынан, пьесаны тасуири уҡыуҙан ары китмәй, был осраҡта тамашасыға тик һағыҙ сәйнәп ултырырға ҡала. Һөҙөмтәлә уның күңелендә бер нәмә лә ҡалмай, театрҙан сыҡҡас та спектаклде онота.
Яңыраҡ Джон Леннондың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Йоко Оно менән бергә төрлөсә ҡыланып төшөргән киноларын күрһәттеләр – бәхеттәренән илереп йәшәгәндәре яҡшы күренә. Бер ваҡыт кадрҙар араһында Йоконың ҡартайған көнөндә төшөрөлгән бер ниндәй эмоцияһыҙ йөҙө күренеп ҡала, тик күҙенән яйлап ҡына бер тамсы йәше эркелеп сыға. Ул шул тиклем ныҡ ҡайғыра, хатта эмоцияларын белдерергә лә хәле ҡалмай. Ошо бер генә ижади табыш бөтә СССР-ҙың, хәҙерге илдең натуралистик сәнғәтен, тип әйтәйемме, юҡҡа сығара.
Театр тормош түгел, тормош театр түгел! Шекспирҙың, тормош – ул театр, ә бөтә кешеләр унда актерҙар, тигән әйтеме ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Батша һарайында йәшәгән буш ҡыуыҡ халыҡ, әлбиттә, яһалма тормош алып барған, ә аслы-туҡлы йәшәгән ябай кешеләрҙә үҙен әллә кемгә ҡуйыу ҡайғыһы булмағандыр.
Сәнғәтте – үҙешмәкәрлектән, яманды – яҡшынан, яңыны – иҫкенән, хаҡты – ялғандан, аҡыллыны – иҫәрҙән, үлене – теренән, бойҙайҙы кәбәктән айыра белергә ваҡыт.
И. Зәкәриә.