08.02.2011 Йыл буйына мөхәббәткә төрөнөп
Мөхәббәт тураһындағы һүҙҙәр күптән әйтелеп бөткәндәй күренһә лә, кинонан да, үҙ тормошобоҙҙағы миҫалдарҙан да һөйөүҙең бөтә нескәлектәрен белеп бөткән кеүек булһаҡ та, күңел үҙенән-үҙе мөхәббәтле фильмдарға, тамашаларға тартыла. Матурлыҡ эҙләпме, бәхетеңде тағы ла нығыраҡ аңлар өсөнмө, йә һөйгәнеңде иҫкә алып, күҙҙәрҙе сылатырғамы – нисек кенә булмаһын, мөхәббәт темаһын яратабыҙ инде беҙ. Ғашиҡтар көнө яҡынлашып килгәндә был тағы ла нығыраҡ актуалләшеп китә. Сәскәләр, йөрәк төшөрөлгән бихисап открытка, кәнфит, мөхәббәт тураһындағы фильмдарға билеттар... Ошо бер көн эсендә үҙеңде кемгәлер кәрәк итеп тойоу, яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың йылы һүҙҙәрен ишетеү шундай рәхәт. Хатта әллә нисәмә ай буйы күрешмәгән, бәлки, хатта иҫтәренә лә төшөрмәгән кешеләр ҙә ҡотлай. Һөйгәндәр был көндө бер-береһенә айырыуса иғтибарлы. Әммә мөхәббәт бит ошо бер көнлөк байрам ғына түгел. Ә йыл буйы ниңәлер беҙ был турала артыҡ уйланырға яратмайбыҙ.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 13 февралдә Ғашиҡтар көнө айҡанлы үтәсәк байрам да тап ошо турала. «Мөхәббәткә 365 көн» тип аталған юмористик концерт ябай ғына хәҡиҡәтте асып һала: йылдың ошо бер көнөндә генә түгел, ә көн һайын беҙ үҙебеҙҙең һөйөүебеҙҙе раҫларға тейешбеҙ. «Мөхәббәт – йәшәү мәғәнәһе. Кеше донъяла тик һөйөү менән генә ысын мәғәнәһендә йәшәй, кемделер яратмай икән, уның күңеле буп-буш. Ул һөйөргә, һөйөлөргә, кем өсөндөр йәшәргә тейеш», – тамашаның режиссеры Илшат Фәхертдинов һәр тамашасыға шул фекерен еткерергә теләй. Сценарий ҡыҙыҡлы итеп төҙөлгән. Беҙҙең арала Әлфиәләр, Айгөлдәр, Лилиәләр күп бит инде. Открыткаңдың яңылыш ҡына икенсе берәүгә барып эләгеүе лә бар. Ә был саҡта ҡыҙыҡлы-ҡыҙғаныслы мажара булыуын көт тә тор. Ә был мажарала халыҡтың яратҡан артистары – Рәсүл ҡарабулатов, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туҡтағолов, Венера Рәхмәтуллина һәм Рушан Биктимеров, Әлфиә Ғәлләмова һәм Рөстәм Шәрипов, Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазин, Әлфиә Заһиҙуллина һәм Марсель ҡотоевтар ҡатнаша икән, күңелле тамаша булырын көт тә тор. Артистарҙың һирәк башҡарылған һәм яңы йырҙары юмор менән һуғарылып барасаҡ. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр ғашиҡ йәндәргә ысын бүләк булмаҡсы. Тамашанан һеҙ ҙә мәхрүм ҡалмағыҙ.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.