08.02.2011 «Яңыса»һы оҡшап етмәй...
Башҡортостан юлдаш телеканалы программаһын яңырттылар. Һәммә яңылыҡтан матур нәмә өмөт итәһең бит инде. Тик бына яңы форматтағы БСТ халыҡ файҙаһына булманы, буғай. Беренсенән, иртән тапшырыуҙарҙы Башҡортостан гимны менән башлап ебәреү ҙә һәйбәт булыр ине, юҡһа әлеге лә баяғы – бөтөнөһө лә ялҡып бөткән реклама «фатиха» бирә. Рубрикалар көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлана, алып барыусылар хәҙер икешәрләп эфирға сыға башланы. Көн дә, көн дә бер үк нәмә ҡабатлана. «Истории», «Орнамент» кеүек тапшырыуҙарҙы анонслағанда ҡайһы төбәктән, кемдәрҙе күрһәтеүҙәрен дә әйтһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. «Бауырһаҡ»та ла йыш ҡына бер үк нәмә ҡабатлана.
Төрлө райондарҙа, башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо тураһында бөтөнләй күрһәтмәйҙәр. ҡыҫҡаһы, элекке «Сәләм»де һағынабыҙ. Яңы форматта күҙ эйәрмәҫ графика, ҡыҫҡа ғына ҡабалан сюжеттар калейдоскоптағы кеүек бара. ҡайһы ваҡыт БСТ каналы беҙ, һалым түләүселәр, формалаштырған бюджет аҡсаһына түгел, ә реклама иҫәбенә йәшәйҙер, тигән уй килә башҡа. Ә бит һәләтле журналистар бар. «Яңы йыл тамашалары», «Планеталар парады» үҙенсәлекле генә булды. Һуңғыһы беҙҙең таланттарыбыҙҙың Мәскәүҙекеләрҙең танауына сирткән кеүек булды.
Башҡортостан юлдаш телеканалы халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Бөгөн иһә күп кеше уны ҡарауҙан баш тарта. ҡаш төҙәтәбеҙ тип, күҙ сығарҙыҡмы әллә?
Зөфәр АЛТЫНСУРА.
Мәләүез районы,
ҡотош ауылы.