«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Халыҡтар дуҫлығы йортона – иң күркәм бина



08.02.2011 Халыҡтар дуҫлығы йортона – иң күркәм бина

БР Халыҡтар дуҫлығы йортона яңы бина эҙләү мәсьә­ләһе бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне инде.
Быйыл, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы иғлан ителгәс, был бурысты үтәү – намыҫ эше. Президент Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Дуҫлыҡ йорто концерттар, лекторий, күргәҙмәләр уҙғарыу өсөн дә уңайлы булған монументаль бина булырға тейеш. Шундайҙар иҫәбенә Конгресс-холл да инә, уның ҡайһы бер бүлмәләре буш та тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, февралдә бина һайланған булырға тейеш.
Шулай уҡ тиҙҙән республикала милләт-ара берлек тураһында баҫма ла донъя күрә башлауы, дөрөҫөрәге, тергеҙелеүе (элек «Согласие» журналы сығып килгән) ихтимал.
Президенттың милли йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу ваҡытында билдәләүенсә, йәштәр өсөн төрлө этнос вәкилдәре араһынан лидерҙар эҙләү мотлаҡ. Республикала геройҙар күп, улар нилектәндер онотолған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға