«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»



16.05.2019 «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

йәки Раян Алтыншиндың Сибай – Бәләбәй – Нефтекама маршруты

Уның йырлауына Сибай дәүләт филармонияһында эшләгәнендә үк ғашиҡ инем. Үҙенең таланты менән күптәрҙе хайран итте лә, бер аҙға сәхнәнән юғалып торҙо. 7 – 8 йыллап элек “Ҡурай” телеканалы, “Юлдаш” радиоһы аша ҡабат тамашасыға “ҡайтты”. Хәйер, ул бер ҡасан да сәхнәнән китмәгән, ә бары тик Урал аръяғын Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына алмаштырып, Нефтекама дәүләт филармонияһында эш башлаған.
Үҙенсәлекле моң эйәһе, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раян АЛТЫНШИН менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Раян, танышыуҙы бала саҡтан башлап ебәрәйек. Артист булырға тигән маҡсат ҡасан барлыҡҡа килде?

– Ысынлап та, бала саҡтан уҡ йырға ғашиҡ инем. Мәктәп йылдары сәхнәлә үтте тиһәм, һис хата булмаҫ. Ниндәй генә концерт булмаһын, сығыш яһарға саҡырҙылар. Беҙҙә Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев кеүек билдәле яҙыусылар, шәхестәр менән осрашыуҙар йыш үтте. Улар алдында мотлаҡ мине йырлата торғайнылар. Райондағы йыр конкурстарында Венера Рәхмәтуллина менән алмаш-тилмәш, бер йылда – мин, икенсеһендә – ул, еңеү яуланыҡ. Һуңғы кластарға еткәндә беҙҙең менән Венера Уразаева-Юлгилдина ла ярыша башланы. Шул конкурстарҙың береһенә жюри рәйесе итеп Әлфиә Юлсурина саҡырылғайны. Конкурстан һуң яныма килеп: “Һинең яҙмышың сәхнә булырға тейеш. Йырҙы ташлама”, – тип фатиха бирҙе. Шул мәлдән алып йырсы булырға хыяллана башланым.
11-се класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына имтихандар биреп ҡарарға булдым. Ул саҡта Бөрйән районында юлдар ныҡ насар ине, атты йүкә бау менән генә йүгәнләп мендем дә, сәфәр сығып киттем. Оло юлға еткәс, атты ҡайтыр юлға төшөрөп, ҡыуып ебәрҙем. Ул юртып ауылға китте, мин юлаусы машина менән баш ҡалаға юлландым. Төпкөл райондың төпкөл ауылында үҫкән егет инем. Тәүге тапҡыр фортепианоны училищела күрҙем, тауышын ишеттем. Ҙур ҡалаға килгәс, бер аҙ аптырап та ҡалдым. Имтихан биреүҙәрем төштәге кеүек хәтерҙә ҡалған. Ниндәйҙер ҙур ҡөҙрәт менән генә студент булып киттем.

– Ул ҡөҙрәт моң һәм талант тип атала. Һиңә ошо талант кемдән күскән?

– Атайымдан. Ундағылай моңло тауыш һәм киң диапазон бик һирәк осрай. Моғайын да, ғүмерен сәхнә менән бәйләп, ваҡытында махсус белем алһа, ул Сөләймән Абдуллин, Рамазан Йәнбәков кимәлендәге башҡарыусы булыр ине. Әммә тыуған еренән айырылманы, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, Бөрйәндә йәшәне. Уны тыңлап, бәләкәйҙән “Илсе Ғайса”, “Абдрахман”, “Сәлимәкәй” кеүек йырҙарҙы йырлап йөрөнөм. Яҡташтарым мине һаман да атайым кеүек халыҡ йырҙары башҡарыусыһы итеп ҡабул итә. Концерттарҙа оҙағыраҡ эстрада йырын йырлаһам, залдан: “Нимә унда дыңғыр-дыңғыр йырлап тораһың? Ҡурайға ғына берәй халыҡ йырын йырла!” – тип ҡысҡыра башлайҙар.

– Ә башҡа район-ҡалаларҙың тамашасыларында халыҡ ижадына ҡарата мөнәсәбәт нисек?


– Мин бер нәмәгә иғтибар иттем: республиканан ситтә йәшәгән мил­ләттәштәр күңелендә халыҡ йырҙарына айырыуса оло һөйөү йәшәй. Беҙ йыш ҡына Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләренә, Пермь крайына гастролдәр менән сығабыҙ. Яңыраҡ ҡына Ырымбур өлкәһендә лә булдыҡ. Тамашасылар һорап-һорап йырлата, запискалар яҙып ебәрәләр.
Үзбәкстанда ла сығыш яһарға тура килде, унда 9 меңгә яҡын милләттәшебеҙ йәшәй. Концерттарға күпләп йөрөйҙәр, туғанын күргәндәй, ҙурлап ҡаршы алдылар. Тик халыҡ йырҙары менән генә сығыш яһаным, илай-илай тыңланылар. Сит тарафта рух көслө икән, тигән фекергә килдем.

– Хәҙер концерттарҙы шоу формаһында эшләү модаға инеп китте. Тамашасыларыңды берәй шоу-программа менән шаҡ ҡатырғың килмәйме?


– Талантың булмаһа, шоу менән генә кешене шаҡ ҡатырып булмайҙыр ул. Күңелемә халыҡсанлыҡ яҡын. Башҡорт моңо, теле онотолмаһын өсөн халҡыма хеҙмәт итеү бурысын алғанмын.
35 йәшемә концерт программаһы әҙерләгәйнем, тамаша залы тулы булды. Бер ниндәй ҙә шоу эшләмәнем, яратҡан йырҙарымды ғына башҡарҙым. Алҡыштарға ҡарағанда, халыҡ бик оҡшатты кеүек.

– Һин 18 йәштән үк ҙур сәхнәлә хеҙмәт юлыңды башлап ебәрҙең. Өфөнө Сибайға алмаштырыу нисек булды?


– Сәнғәт училищеһының 2-се курсында тырышып уҡып йөрөгәндә, уҡытыусым Джон Әхмәт улы Мусин Сибай сәнғәт училищеһына эшкә күсте. “Етем” ҡалып, нимә эшләргә белмәй йөрөгәндә, Сибай филармонияһы етәкселәре Ринат Ишмуллин менән Әлмира Ҡыуатова үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Шулай итеп, 18 йәштә хеҙмәт юлымды башланым, параллель рәүештә Сибай сәнғәт училищеһын тамамланым. Диплом алған йылда Бәләбәй ҡалаһынан эш тәҡдим иттеләр. Ғаилә ҡорғайным, был юлы инде яңы ҡалаға парлашып юлландыҡ.

– Тимәк, һинең яҙмышыңа, ят мөхитте яулау, тигән бурыс яҙылған булған. Нефтекама ҡалаһына килеүең дә юҡҡа ғына булмаған бит...

– Бәләбәйҙе яуланым, тип әйтә алмайым. оҙаҡ эшләп, үҙемде күрһәтеп өлгөрмәнем. Бер юлы бер нисә эште алып барҙым – башҡорт гимназияһында ла уҡыттым, “Урал батыр” милли мәҙәниәт үҙәгендә лә эшләнем. Хыялым ҙур ине, әммә яҡташым Айбулат Рәхмәтуллин үҙе янына, Нефтекама филармонияһына эшкә саҡырғас, тағы юлға сыҡтыҡ.

– Ә яңы ерҙе үҙләштереү, яңы коллективта эш башлау ауыр түгелме?

– Бер эш тә еңел бирелмәй. Ә Нефтекама һәр артисты ҡолас йәйеп ҡаршы ала, тип әйтергә була. Эш башлау менән, “Ҡәрҙәштәр” башҡорт төркөмөн ойоштороп ебәрҙем. Фатирлы ла булдыҡ, “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем дә алдым. Бында ҡолас ташлап эшләр өсөн бөтә мөмкинлек тә бар.

– Тыуған яғың менән бәйләнеш тотаһыңмы?

– Әлбиттә, гастролгә йыш ҡайтып торам. Әле ауылда мәсет төҙөлә башланы, уға ярҙам итер өсөн ошо арала хәйриә концерты менән ҡайтырға ниәтләйем.
Нефтекамала эшләһәм дә, күңелем һаман тыуған яҡтарға тартыла. Йәйге ялдарҙы мотлаҡ үҙебеҙҙә үткәрәбеҙ. Аллаға шөкөр, әсәйем иҫән-һау, ҡайтып йөрөр нигеҙ бар. Атайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булды. Ул иҫән саҡта “Әсәйемә” йырына клип төшөрөлгәненә ҡыуанам, хәтерен мәңгеләштереп ҡалдыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Бөрйәндә йәшәргә хыялланам.

– Ҡаланан-ҡалаға күсеп йөрөүгә ҡатының ризаһыҙлыҡ белдермәнеме? Ул үҙе һөнәре буйынса кем?


– Ҡатыным Лира Сынбулатова Хәйбулла районында тыуып үҫкән, һөнәре буйынса уҡытыусы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамланы. Ул да матур йырлай, тик сәхнә юлын һайламаны. Беҙ “Ирәндек моңдары” конкурсы ваҡытында таныштыҡ. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, мине ҡайҙа саҡыралар, шунда күсергә риза була. Ижадымдағы уңыштарым өсөн уға һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
Аллаға шөкөр, ғаилә ҡорғанға 17 йыл да үтеп китте, өс бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, алты йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй буйлап сығыш яһай. Кесе улым Нурислам оҙаҡ ҡына “Торос”та хоккей менән шөғөлләнде. Уларҙың төркөмө тар­ҡалды, быны бик ауыр кисерҙе. Хәҙер яйлап футбол менән ҡыҙыҡһына башланы. Оло улыбыҙ Ильяс колледжда белем ала, буласаҡ нефтсе.

– Башҡорт телен беләләрме?

– Баланың һәм ата-әсәнең теләге булһа, телде беләсәктәр. Русса һөйләшеүҙең сәбәбен телевизорҙан күрәләр. Беҙ ҙә бит рус телендәге йәнһүрәттәр, фильмдар, тапшырыуҙар ҡарап үҫтек. Нефтекама – күп милләтле ҡала, балалар мәктәптә күбеһенсә рус телендә аралаша. Әммә беҙҙең ғаилә өйҙә тик башҡорт телендә генә һөйләшә. Йырҙар ҙа тыңлайбыҙ, китап та уҡыйбыҙ.

– Татар телендә йырҙар яҙҙырып, сығыштар яһап, күрше республиканы ла яуларға, тигән теләгең юҡмы?

– Аллаға шөкөр, 15 йыл Нефтекама ҡалаһында, ҡатнаш милләттәр йәшәгән ерҙә йәшәһәм дә, телем боҙолманы. Бер генә тапҡыр ҙа татар телендә сығыш яһағаным булманы. Телемде һындырып, акцент менән йырлап тормайым инде. Милләтсе түгелмен, бары тик телде белмәгән көйө оятҡа ҡалырға теләмәйем.

– “Ҡәрҙәштәр” төркөмө һинең сабыйың кеүек бит инде. Унда күп артист ҡанат нығытты, бөгөн дә көслө артистар эшләй. Ойоштороу эштәре ижадҡа ҡамасауламаймы?

– Эйе, етәксе булараҡ, ойоштороу эштәре күберәк минең иңгә төшә. Айырыуса гастролдәрҙә тынғыһыҙ мәлдәр күп була. Әммә уны ҡамасау күрмәйем. Былтыр төркөмдөң 15 йыллыҡ юбилейын билдәләнек.
Заманында беҙҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов эшләне. Ирле-ҡатынлы Зәбирә Әминева менән Марс Ишморатовты ла ебәргебеҙ килмәй ине. Әммә тыуған яҡтарҙың тартыу көсө нығыраҡ булып, улар Сибай филармонияһына эшкә күсте. Һүҙ оҫтаһы Нәркәс Баязитова менән бейеүсе Илгизәр Ғайсин Өфөгә күсте. Бөгөнгө көндә лә беҙҙә бик һәйбәт коллектив эшләй. Йырсылар Сүриә Ғималова, Ирина Халиҡова, ирле-ҡатынлы Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар, ҡурайсы Иҙел Исҡужин – берҙәм булып, татыу ижад итәбеҙ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, матур сығыш яһап, тамашасыларға матур ял, рухи күтәренкелек бүләк итергә тырышабыҙ. Әлеге мәлдә яҡшы баянсыға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған йырсы килһә лә, баш тартмаҫ инек.

– Ә үҙеңдә, баш ҡалаға күсеп, ҡайнап торған ижади мөхиттә эшләү теләге юҡмы?

– Өфөгә күсеү мөмкинлеге бар ине, әммә нисектер килеп сыҡманы. Студент йылдарында уҡ Фәрзәнә Сәғитова, Сибайға ебәргеһе килмәй, үҙенә уҡырға саҡырҙы. Кешене яҙмыш йөрөтә бит. Ә ижади мөхиткә килгәндә, Нефтекама ҡалаһы ла Өфөнән кәм түгел. Репетициялар, концерттар, гастролдәр – бер генә көн дә буш ултырмайбыҙ.
Май айында ижад миҙгелен ябыу менән һабантуй байрамдары башлана. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа, яҡын-тирә төбәктәрҙә сығыш яһаясаҡбыҙ. Яңы миҙгелгә әҙерлек эштәре лә башланасаҡ. Тормош шулай алға бара ла бара.

– Алға барыуы шатлыҡлы. Ғаиләңә – именлек, ижад юлыңда уңыштар насип булһын! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!





Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға