«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Беҙ – бер бөтөн!



08.02.2011 Беҙ – бер бөтөн!

Марат КӘРИМОВ
Ата-баба киҫәтеүе
Шулай һаҡлай үлемдәнме:
«Айырылғанды айыу ашар,
Бүре ашай бүленгәнде».

Беҙҙе айырыр, бүлер өсөн
Килгәнме әллә илгә был төн?
Көн булһа ла, төн булһа ла,
Беҙ – бер бөтөн! Беҙ – бер бөтөн!

Берҙәмлектең, бергәлектең
Ни икәнен тойорлоҡ беҙ.
Айыу-бүре тамағына
Һөйәк булып торорлоҡ беҙ.

Төрлө милләт – тигеҙ хөрмәт,
Тигеҙлектә булмай өҫтөн.
Ер шарының уртаһында
Беҙ – бер бөтөн! Беҙ – бер бөтөн!

Уйҙарыбыҙ беҙҙең бергә,
Юлдарыбыҙ беҙҙең бергә.
Бәхетебеҙ беркетелгән
Башҡортостан тигән ергә.

Татып үҫкән кешеләрбеҙ
Ер-әсәнең күкрәк һөтөн.
Айырылмайбыҙ, бүленмәйбеҙ,
Беҙ – туғандар! Беҙ – бер бөтөн!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға