01.02.2011 Йырҙары йәнгә дауа
Мин боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын яратам. Иң яратып тыңлаған йырсым – Рамазан Йәнбәков. Сөнки уның кеүек аҫыл, моңло тауышлылар юҡ. Йырҙар тыңлап ултырғанда, ҡасан ошо оло йырсының сығышын күрһәтәләр инде, тип көтәм. Әгәр күрһәтмәһәләр, телевизор алдынан күңелһеҙләнеп тороп китәм. Тауышы, йырҙары – йәнемә дауа. Шуға уға оло рәхмәтемде гәзит аша еткергем килә. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, телевизорҙан йыш йырлатыуҙарын теләйем. Ғөмүмән, оҙон башҡорт йырҙарын йырлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт.
Гөлниса ҡОТЛОҒУЖИНА.
Күгәрсен районы.