«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » ЙЫРСЫ ЛА, УҠЫТЫУСЫ ЛА, ҮҘЕШМӘКӘР КОМПОЗИТОР ҘА



01.02.2011 ЙЫРСЫ ЛА, УҠЫТЫУСЫ ЛА, ҮҘЕШМӘКӘР КОМПОЗИТОР ҘА

ЙЫРСЫ ЛА, УҠЫТЫУСЫ ЛА, ҮҘЕШМӘКӘР КОМПОЗИТОР ҘА– Йәғәфәр ағайыбыҙ беҙгә һәр яҡлап та өлгө булып тора, түңәрәккә лә бик ихлас йөрөйбөҙ, – Бөрйән районының Иҫке Собхан­ғол урта мәктәбе уҡыусыһы Азат Күлбаев үҙҙәренең «Арғымаҡ» вокаль ансамбленең етәксеһе Йәғәфәр Нәҙершин тураһында шулай ти.
Өлгө булырлыҡ та шул. Балалар ансамблен етәкләгән уҡытыусы – үҙе йырсы ла, үҙешмәкәр композитор ҙа, балалар өсөн йырҙар ҙа яҙа. Ике йыл элек ул ошо ансамблде тергеҙә. Тәүҙә малайҙар ғына булғанға «Арғымаҡ» тип аталған ансамблгә ҡыҙҙар ҙа килеп ҡушыла, тағы ла күңеллерәк булып китә. Әммә ансамблдең исемен үҙгәртеп тормай­ҙар. Әле 5-се синыфтан биш ҡыҙ, дүрт малай шөғөлләнә. Бәләкәй состав та бар. Балалар унда бик яратып йөрөй, һәр байрамдың сағыу биҙәге был ансамбль. Райондың 80 йыллыҡ юбилейына яҡташтарын өс телдә (башҡорт, рус, инглиз) йырлап ҡыуандыралар. 2010 йылдың февралендә Урал аръяғы ассоциацияһы һәм Баймаҡ районы ойошторған «Ирәндек ынйылары» конкурсында – 3-сө урынды, ә «Яҙғы тамсылар» район конкурсында ике йыл рәттән беренсе урынды яулай йәш йырсылар. Улар айырыуса «Көләс йәй», «Сәскәләр», «Бөрйәнем» йырҙарын башҡарырға ярата. Ғөмүмән, Иҫке Собханғол мәктәбендә әүҙем, шәп балалар уҡый. Мәктәп гөрләп тора. Ике аҙна дауамында «Тылсымлы шаршау» байрамын үткәргәндәр. Киләсәктә «Арғы­маҡ»тарҙың «Сул­пы­лар»ға сығырға ла ниәттәре бар.
Әлбиттә, йәш артистарҙы үҙ эшен яратҡан уҡытыусы етәкләмәһә, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшә алмаҫтар ине. Был йәһәттән «Арғымаҡ»тарҙың зарланыр ере юҡ. Йәғәфәр Нәҙершин үҙе лә әллә күпме кон­курс­та еңеү яулаған кеше. Былтыр Нефтекамала уҙғарылған «Дуҫлыҡ моңо» фестивалендә «Һирәк башҡарылған йыр» номинацияһында бығаса ишетелгәне булмаған «Мәсем буйы» йыры менән еңеү яулай. Татарстан Республикаһының Лениногорск ҡалаһында үткән конкурста Урал, Төньяҡ Кавказ, Волга буйы вокалсылары араһында өсөнсө урын ала. Ике көн дауам иткән конкурстың шарттары буйынса ҡатнашыусы бер классик әҫәрҙе һәм бер халыҡ йырын башҡарырға тейеш була. Кистән генә бирелгән йырҙы иртәгәһенә ятлап йырлауы бик еңелдән түгелдер. Етмәһә, өлөшөңә Йәғәфәр Нәҙершиндыҡы кеүек боронғо негр йыры төшһә.
Йәғәфәр «Хистәрем», «Һанду­ғаслы яҙҙар», «Күпме ғүмер һинһеҙ йәшәгәнмен» йырҙарын яратып башҡара. Ә халыҡ йырҙарынан «Баяс», «Элмәлек», «Ильяс»ты үҙ итә. Уның йырҙары «Юлдаш» радиоһынан да даими яңғырап тора.
ҡыҫҡаһы, башлаған эшен еренә еткермәйенсә туҡтап ҡала торғандар­ҙан түгел «Арғымаҡ»тар­ҙың уҡытыу­сыһы. Тыуған Бөрйән­дәрен йыр-моңға сорнаған ҡыҙ-егеттәр үҙҙәре тураһында республика кимәлендә лә ишеттерер әле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға