01.02.2011 Йырҙы һаҡлау – халыҡты һаҡлау
Әсмә Усманованы республикала белмәгән кеше юҡтыр. Һәр мәртәбәле майҙанда уның сәсән һүҙе, һирәк ишетелгән халыҡ йыры, мөнәжәте, бәйете тыңлаусыны ҡыуандыра, хайран итә.
Орскиҙа физика-математика факультетын тамамлап, 1965 йылда Аҡъярға күсеп килгәс, алһыҙ-ялһыҙ уҡытыусы эшенә егелә. «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә ирешкән юғары һөҙөмтәләре буйынса ул ике тапҡыр республика уҡытыусылар съезына делегат итеп һайлана. Пенсияға сыҡҡас, 1994 – 2000 йылдарҙа музейҙа эшләй. Нәҫелдән килгән белеклелек, яңы үрҙәргә ынтылыу сифаты башҡорт халыҡ ижадын, тарихын йыйыуға күп көс биргән аҡыл эйәһе, Әсмә инәйҙең ҡартатаһы, мулла Ғәҙелша Ғәбделәхәт улы Торомтаевтан да (1868 – 1942) күскәндер уға, моғайын. Зәйнулла ишандың шәкерте булған ҡартатаһы дини ғилемде тәрән белгән, бик күп кешене дауалаған, имләгән. Бәләкәй сағынан уҡ халыҡ ижадына ҡарата аңлатып бөтмәҫ оло һөйөү йөрөткән Әсмә инәй. Ошо көслө тойғо уны башҡорт халҡының тарихына, илаһи сәнғәтенә һәм бөйөк шәхестәренә яҡынайтып, аралашып йәшәү бәхетен биргән.
– Атай, мәктәптә концерт була, мин шунда йырлайым, – тип хәбәр һала бер мәл өсөнсө синыфта уҡыған Әсмә.
– Ниндәй йыр инде ул, ҡыҙым
– «Ирмәк»те йырлайым, атай!
– Ул йырҙы йырларға ярамай. «Изъять» ителгән ул... – тип яуаплаған атаһы Мәүләнбирҙе Ғәбделәхәт улы Торомтаев (уҡымышлы кеше, күп йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән). Тыйылған серҙе сисеү, йыр тарихын асыу ул дәүерҙә ҡурҡыныс була, сөнки «Ирмәк» Зәки Вәлиди исеме менән бәйле... Ә тарих бына ниҙәр һөйләй.
... 1919 йылдың февралендә Әсмә инәйҙең ҡартатаһы Ғәбделәхәт Торомтаевҡа Һабыр ауылынан улус старшинаһы Йомағужа Түләшевтан сапҡынсы килеп хәбәр итә: «Тиҙҙән бында ил ҡунағы Вәлиди килә, әҙерлән!» Йомағужа Түләшев – Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе, Һабыр улусының һуңғы старшинаһы, Зәки Вәлидиҙең тоғро дуҫы, ярҙамсыһы. Ғәскәргә, Зәки Вәлидигә илдән сығып китергә тип, аҡса йыйыуҙы ла ул ойошторған. Уның исемен халыҡ әле лә ҙурлап телгә ала. Хәбәр килгәс, ирҙәр өй алдын таҙарта, ҡапҡаны асып ҡуя. «ҡыя юл»дан килеүселәр күренә: бер ат алдан, егеүле аттар арттараҡ, 12 – 15 һыбайлы һаҡсы килә. Сываталап егелгән көймәле санала хужа «ил ҡунағы» Зәки Вәлиди ултырған. Осрашып күрешкәс, бер аҙҙан Ғәбделәхәт Торомтаевтың йортонда мәжлес башлана: ҡурайсы, йырсы башҡорт яугирҙары ижади маһирлығын күрһәтә. «ҡурайсы булғас, йырсы ла барҙыр!» – ти йорт хужаһы (Әсмә инәйҙең атаһы – 10 йәшлек Мәүләнбирҙе Торомтаев, ҡыҙығып, ҡурайҙарҙы тотҡолап ҡараған). Егеттәр Зәки Вәлиди яратҡан йырҙы башлай:
Ирмәк кенә тауҙың, ай, башында,
Ана, ултыра яңғыҙ бер ҡайын.
Сит илдәргә китеп, мәхрүм итеп,
ҡалдыраһыңмы, ғәзиз йәнкәйем?
Ирмәк кенә тауҙың, ай, башында
Бары ла ере уның еләкле.
Башҡорттарҙа ғына тыуа икән
Һинең кеүек батыр йөрәкле!
Ирмәк кенә тауҙың, ай, башында
ҡомартҡыны кемдәр эшләткән?
Илгә ҡаршы килгән дошмандарҙы
Башҡорт ғәскәрҙәре ни эшләткән?
Бына шул дәүерҙән башлап башҡорт хәтеренә инеп, ҡабат юғалмаҫ була, тарих көйләй был йыр. Әбйәлилдә ҡалған Нәфисәнең зары ла («ҡалдыраһыңмы, ғәзиз йәнкәйем?»), иптәштәренең башлыҡтарын оҙатып данлау һүҙҙәре лә асыҡ яңғырай йырҙа. Әммә был хушлашыу йыры оҙаҡ ҡына тыйыла килә.
Һәр хәлдә, йылдар үтә килә, «Ирмәк» йыры, Хәйбулла районының Утарбай ауылында яңғырап (Әбйәлилдә беренсе башҡарылғандыр), бөйөк башҡортто иленән оҙатыу йырына әйләнә. Зәки Вәлиди һәм уның иптәштәре Утарбайҙан төндә сығып китә лә, Бикбауҙа ҡуна. Был кистең үҙенең сере – бер тарихи сығанаҡта ла яҡтыртылмаған факттары бар. Нәфисәһе бармай ҡала, ә Зәки Вәлиди сит илгә яңғыҙы (парһыҙ) сығып китә алмай. Шулай, Бикбау ауылынан бер һылыу мулла ҡыҙын йәрәштерергә булалар.
«Утарбайҙан ҡунаҡтар төндә сығып китеп, Бикбауҙа мулла Кинйәғәле Таһировтың йортонда ҡуна. Мулланың Шәмсениса исемле бик һылыу, аҡ йөҙлө, оҙон сәсле, зифа буйлы ҡыҙына Зәки Вәлидиҙе никахлап йәрәштерәләр», – тип һөйләгән Әсмә инәйҙең өләсәһе Мөьминә Тәүелбаева. Шуға ла был ауылда Зәки Вәлиди өс көн кейәүләп ята.
Уларҙы ҡарап йөрөгән һәм ҡушҡан, еңгә хеҙмәтен үтәгән Хөббиниса Әхмәтоваға ла ҡаты тыйыу ошо була: «Кешегә күренмә, бер кемгә бер ни әйтмә!». Шәмсениса һылыу, үкенескә күрә, улын тапҡан мәлдә үлеп ҡуя. Зәки Вәлиди тормошондағы был ваҡиға тураһында әле баҫылғаны юҡ. Ташҡа яҙылған ғына тарих түгел, халыҡ аңында йәшәгән белем – үҙе оло фәһемле тарихнамәлер. Һәр хәлдә, телдә, халыҡ аңында берегеп ҡалған мәғлүмәттәргә лә етди ҡараш кәрәк беҙгә.
Бикбау ауылында өс көн кейәүләү осоронда Зәки Вәлиди иптәштәре алып килер аҡсаны ла көтә. Халыҡтың башҡорт ғәскәренә тип йыйылған аҡсаһы ҡаҙырша ауылы мәсетендә һаҡланған була. Зәки Вәлидиҙең тоғро дуҫтары, бигерәк тә Һабыр ауылы старшинаһы Йомағужа Түләшев уға ярҙам итә. Ана шул аҡсаны алырға барған мәл «Ирмәк»тең тағы бер куплеты булып ҡушылған, тарихты көйләгән, күрәһең:
Ике генә егет юлға сыҡҡан,
Бер тин аҡса тапһаҡ та, файҙа, тип,
Бара торғас ултырып илаштылар,
Яҙған яҙмышыбыҙ ҡайҙа, тип. Әй!
«Ул көйҙө бөтә Аҡһыйыр йырланы, тик һүҙҙәре икенсе ине!» – тип әйтер ине Мөхәмәтйән ағай ҡаҙаҡбаев», – ти Әсмә Усманова һәм ошо һүҙҙәрҙе иҫләп, көйләп ҡуя.
Зәки Вәлидиҙең Башҡортостандан киткән һуңғы юлы – тарихи юл. Хәйбулла районындағы ауылдар хәтерендә ҡалған: Утарбай, Бикбау, Кәрһе, Йәнтеш, Аҡһыйыр, Аҡназар, Сик... Ошо юлдан Ырымбурға, артабан ҡаҙағстанға, унан инде Төркөстанға йүнәлеп, мәңгелеккә үҙ иленән сығып китергә мәжбүр була олуғ шәхесебеҙ. Ул маршрут «тарихи юл» тип иғлан ителеүгә һәм ҡәҙер итеүгә хаҡлылыр!
Ауылдар ҙа бөтә, йырҙы ла тыялар, үҙ батырын данлаған ҡурайсы-көйсөләрҙе лә, Зәки Вәлидиҙең тоғро көрәштәштәрен дә эҙәрлекләп юҡ итәләр... Әммә йыр тигән ҡөҙрәтле хазинаны башҡорт йөрәгенән йолоп алып булмай бит ул. «Ирмәк» көйөнә һәр оҫта үҙ һүҙе менән йырлай башлай.
Һаҡмар буйҡайҙары тирәк, тирәк,
Тирәк төбө һайын ер еләк.
Ер еләккәйҙәрен йыйған юҡ,
Йәш ғүмерҙең уҙғанын һиҙгән юҡ.
Әй!
«Ошо һүҙҙәр менән «Ирмәк»те Һабырҙан Усман Атанғолов йырлай ине», – ти Әсмә Усманова. Атаһы Мәүләнбирҙе Торомтаев әйтеүенсә, Әбйәлил районында Ирәмәлекәй тауы бар, итәгендә яңғыҙ ҡайын... Бәлки, йыр башы шул ерҙәрҙән моң ала башлағандыр? Һөйгән йәре Нәфисә Әбйәлилдән булған бит. «Ирмәк» моңонда үҙәк өҙгөс һағышлы саҡырыу ҙа, ир уҙаманының ҡәтғи ҡарары ла, яҙмышты үҙгәртеп булмаҫтайға әсенеп, ахыр сиктә, уға күнеү ҙә, иң яҡын ғәзиз кешеләрең менән хушлашыу ҙа, йөрәк майын һыҙып барған өҙгөләнеүгә бирешмәҫкә ынтылыу ҙа көйләп әйтелә. Йыр нескәлектәренең барыһын да түбәндәге башҡарыусылар белә, аңлай һәм ул фекерҙе йөрәктәргә, күңелгә һеңдерә: Мөхәмәтйән ҡаҙаҡбаев, Сәрүәр Сурина, Әсмә Усманова, Тәнзилә Үҙәнбаева.
Әсмә Усманова йырҙы үҙ тексы менән 1987 йылда Йомабай Иҫәнбаев көндәрендә башҡара, артабан Иршат Сиражетдинов, Юлай Ғәйнетдинов тәҡдиме менән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының алтын фондына Әсмә яҙҙыра. Артабан йыр инде үҙ һүҙҙәре менән мәртәбәле майҙандарҙа яңғырай, мәшһүр шәхесебеҙ Зәки Вәлидиҙең илен мәжбүри ташлағанда кисергән, әйтеп-аңлатып булмаған зарын-һағышын, йөрәк серен бер аҙ еткергәндәй була.
Йырҙы мин Әсмә инәйҙән 1988 йылда уҡ яҙып алып, өйрәнеп, башҡара башланым. Зәки Вәлидиҙең улы Субидәй, ҡыҙы Иҫәнбикә, уны минән 1990 йылда яҙҙырып алып, Төркостанда, аҙаҡ Америкала ишеттергән. Субидәй менән Иҫәнбикә туғандың «Розалия Солтангәрәева йырҙы оҫта һәм йөрәккә үтерлек итеп йырлай, халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы ғәжәйеп сағыу», – тип ололап яҙыуына (Тунжер Байкара, «Заки Валиди Тоган». Уфа, 1998, с. 280 – 291) бик рәхмәтлемен. Әсмә Усмановаға иһә мин дә, ил дә мең рәхмәтле.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА.