30.03.2019
Театр ишеген асҡас...
йәки Тамаша залына тиклем кемдәрҙе осратырға була?
Театр гардеробтан башлана, тигән һүҙбәйләнеш бик күптән барлыҡҡа килгән. Ысынлап та, сәхнә һәм артистар ғына театрҙы театр итә алмай. Тамашасы яҡшы кәйеф менән ихлас күңелдән, бер борсолоуһыҙ спектакль ҡараһын өсөн театр хеҙмәткәрҙәренән торған тотош армия көс һала. Гәзит уҡыусыларҙы уларҙың бер нисәүһе менән таныштырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ишеген астыҡ.
Беҙҙе йылмайып, яҡты йөҙ һәм ҙур ихласлыҡ менән Людмила Мокшаева менән Розалия Петрова ҡаршы алды. Улар төркөм-төркөм булып килгән ата-әсәләр менән балаларҙың билеттарын ентекләп тикшереп тә, һорауҙарына яуап биреп тә өлгөрә. Ә һорауҙар бик күп:
– Буфет эшләйме?
– Унда карта менән түләргә мөмкинме?
– Бәҙрәфкә нисек барырға?
– Өс бала менән килһәң, барыһына ла билет кәрәкме?
– Тамаша барышында фотоға төшөрөргә яраймы?
Людмила Петровна театрҙа 21 йыл эшләй: тәүге өс йылда кассала билет һатҡан, артабан мөләйем ханымды контролер итеп күсергәндәр. Ә Розалия Биктимер ҡыҙы бында һигеҙ йыл элек Милли йәштәр театрынан күскән. Был ике ханым тураһында театрға йыш йөрөгән таныштарым аша күптән белә инем. Һирәкләп булһа ла осраған “ҡуяндар”ға ҡарата улар үтә лә мәрхәмәтле икән. Билет алырға “онотҡан” бала аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булһа, уны бер юлға ғәфү итеп, тамаша залына үткәрәләр. “Театрға булған һөйөүҙәре һүнмәһен!” – тиҙәр. Ә йыш йөрөгән балаларҙы йөҙгә лә танып торалар. Тәүге тапҡыр килеүсе бала ят мөхиттән йәки ҙур ҡурсаҡтан ҡурҡып илай башлаһа, был апайҙар йыуатырға ашыға.
Артабан өҫ кейемдәребеҙҙе тапшырыр өсөн гардеробҡа үтәбеҙ. Тамашасылар күп булһа ла, сират ҙур түгел. Люза Макулова хеҙмәттәше Любовь Чудайкина менән етеҙ генә кейемде элеп, номер яҙылған жетонды хужаһына бирә. Шау-шыуға, төрлө тауышҡа артыҡ иғтибар бүлмәйҙәр, юғиһә яңылышып ҡуйыуҙары бар. Люза Рауил ҡыҙы – 9, Людмила Ивановна өс йыл эшләү дәүерендә бер генә конфликт та, яңылышлыҡ та булмаған. Үҙ эшенә яуаплы ханымдар эш сәғәте бөткәнсе бер аҙым да ситкә китмәй. Шуға ла кеҫәлә онотоп ҡалдырылған аҡса, телефондар теүәл генә хужаларын көтә.
Был апайҙар менән аралашҡас, тыныс күңел менән әкиәт ҡарарға йүнәлдек. Ә был инде айырым тарих. Театр сәнғәтенә һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрындағы ҡыҙыҡлы һәм сағыу тамашалар ғына түгел, ә йылы мөнәсәбәт, матур хеҙмәтләндереү ҙә бала хәтеренә уйылып ҡала. Әгәр ҙә уны ишек төбөндә уҫал апай ҡаршы алып, гардеробта ҡалдырған кейеме юғалһа, башҡаса театр тупһаһына аяҡ та баҫмаясаҡ. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған театр хеҙмәткәрҙәренә был йәһәттән ҙур рәхмәт әйтке килә.