25.03.2019 Аҡыл менән хистәр береккәндә
Баймаҡ районының Темәс мәҙәниәт йорто сәхнәһендә һөнәрселек училищеһының агитбригадаһы әҙерләгән концерт бара. Бер егет гармунда уйнай-уйнай йыр һуҙа. Уның моңло, саф тауышы тамаша залын ғына түгел, бар бинаны иңләп, тыңлаусыларҙың күңеленә, булмышына һеңә, тетрәндерә. Ололар, уны хуплап: “Атаҡлы йырсы булыр, моғайын!” – тип яҡты киләсәк юраһа, йәш ҡыҙҙар егеттең кем булыуын бер-береһенән һораша башлай. Бары тик оҙон толомло, үҙе лә йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙ ғына бер кемгә лә иғтибар итмәй, иҫе китеп йыр тыңлай. Был ваҡиғала моңло йырсы – Азамат Тимеров, йырға ғашиҡ булыусы ҡыҙ – Нәсимә. Егет ул саҡта район һөнәрселек училищеһында иретеп-йәбештереүсегә уҡып йөрөй, ә ҡыҙ бары тик Темәс мәктәбенең 7-се класында белем ала. Был уларҙың беренсе осрашыуы була. Танышыу, аралашыу тураһында уй ҙа юҡ әле. Әммә Аллаһы Тәғәлә бер-береһенә тейеш әҙәмдәрҙе барыбер ҙә осраштыра, ҡауыштыра. Мең сәбәпте юҡ итеп, айҙар-йылдарҙы айҡап...
Бейеүсе булырға хыялланған ҡыҙҙары Нәсимәне Морат ағай менән Ишбикә апай артист булмаҫҡа оҙаҡ өгөтләй. Аяҡтарың һыҙлаясаҡ, сиған тормошонда йәшәйәсәкһең, тигән һүҙҙәр бала күңелен бер аҙ төшөрә. Асыуынан оҙон толомдарын ҡырҡа ла, Баймаҡ ҡалаһына барып, хисапсылар курсына уҡырға инә. Уны тамамлағас, бер йыл эшләп ҡарай. Тик һөнәре һис кенә лә күңеленә ятмай. “Үкенерлек булмаһын, бер генә һынап ҡарайым да...” – тип, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар бирергә юллана. Был юлы ул ата-әсәһенә уй-ниәттәрен белдермәй, юлға: “Юғары уҡыу йортона барып ҡарайым”, – тип сыға. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студенттар исемлегенә ингәс кенә шатлығын яҡын кешеләре менән бүлешә. Ата-әсәгә ныҡышмал ҡыҙҙарына фатиха биреүҙән башҡа сара ҡалмай.
Яңы дуҫтар, таныштар, уҡыу мәшәҡәттәре менән бер йыл “һә” тигәнсе үтеп тә китә. 2-се курсҡа килгәндә уларҙы: “Һеҙҙең курсҡа бик матур йырлаған Баймаҡ егетен алғандар!” – тигән яңылыҡ ҡаршы ала. Бер нисә көндән бүлмәһенә ҡайтып ингән ҡыҙҙы Азамат ҡаршылай. “Бында яҡташың йәшәй, тигәйнеләр. Танышып китергә булдым. Бер курста уҡыясаҡбыҙ икән”, – тип һүҙ ҡуша ул. Йәштәр шулай таныша. Бер нисә көндән егет гармунын күтәреп килеп инә. Ҡыҙҙарға ул башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”ты йырлап ишеттерә һәм тарихын һөйләй. Нәсимә күңеленә тулышҡан моңға сыҙай алмай, илап ебәрә. Күҙ йәштәрен йәшерер өсөн йыуыныу бүлмәһенә инеп китә. Егеттең талантына, моңона ғашиҡ була ул.
Әрме хеҙмәтен үтеп, бер нисә йыл эшләп өлгөргән Азамат сәнғәт училищеһына инер өсөн Нәсимә менән бер йылда имтихан бирергә тейеш була. Тик Өфөлә документтарының теүәл булмауы асыҡланғас, ул: “Икенсе йыл килермен әле!” – тип ҡайтып китә. Икенсе йылына иһә уны тыңлап ҡарағас, тура икенсе курсҡа уҡырға алырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, ике Баймаҡ таланты бергә уҡый башлай.
– Тәүге көн күрешкән саҡта, ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуҙары, хәбәр һөйләүҙәре, атлап китештәре бер иш уларҙың. Азамат бик аралашыусан, кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел табыусы, ихлас, йор һүҙле егет булып сыҡты. Уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем. Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдиме яһаны. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәрҙе икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Нәсимә Морат ҡыҙы.
Егет эште ҡыҙыу тота. 2-се курсты тамамлап, йәйге каникулға таралышҡас, ул ҡыҙҙың ата-әсәһе менән танышыр өсөн Әмин ауылына юллана. Уны Ишбикә апай ҡаршы ала. Бер аҙҙан туғандарына киткән Нәсимә, көн кискә ауышыуға урман эшенән биш улын эйәрткән Морат ағай ҡайтып инә. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт менән Азамат таныш булып сыға, улар ихлас һөйләшә башлай:
– Әллә концерт менән килдегеҙме?
– Юҡ, бына Нәсимә янына килдем.
Әсәй менән атай тәүҙә аптырап ҡала, шым ғына егетте һынай. Азамат ҡайтып киткәс, атай кеше һүҙ башлай:
– Был егет бик телдәр күренә. Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та, шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы...
Рәфҡәт танышын яҡлап сыға:
– Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ!