«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йәштәр театры һөйөндөрә



23.03.2019 Йәштәр театры һөйөндөрә

Театр йылында республика театрҙары тамашасыларҙы әленән-әле өр-яңы премьералар менән ҡыуандырып тора. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан кешеләр ял иткәндә артистарҙың ҡыҙыу эш көндәре барҙы. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ла байрам көндәрендә тамашасыларға Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа” комедияһының премьераһын тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры – Рөстәм Хәкимов, рәссамы – Юлиә Ғиләжева, композиторы – Ришат Сәғитов, хореографы – Андрей Сорокин.

Ял йортонан ҡайтҡан Фәндәс (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов) ҡатыны Сажиҙә (Аида Күлбаева, Ләйсән Миңлеғә­лиева) менән уртаҡ тел таба алмай. Тап шул мәлдә ир артынан уға ғашиҡ Зәйнәп (Лилиә Исҡужина, Дания Ғөбәйҙуллина) килеп сыға. Утҡа кәрәсин өҫтәгәндәй, Сажиҙәгә ҡунаҡҡа Рәшит (Рәмзил Сәлмәнов) килә. Матур ғына барған тормош ҡыйралыу, ғаиләләге барлыҡ хис, хыял юҡҡа сығыу алдында. Бөтөнләй ят, үҙе әйтмешләй, “нейтраль” кеше – сантехник Шәйхи (Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин) генә барыһын да яйлай ала. Әгәр теләге булһа...

Ҡатмарлы тойолған ғаилә мөнәсәбәттәрен күп осраҡта ихлас итеп бер һөйләшеү асыҡлай. Тик һәр кем үҙ эгоһын өҫтөн ҡуйып, башҡаларҙы ишетергә теләмәй. Был спектакль ошо темаға арнала. Тамашаның икенсе үҙенсәлеге – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камаловтың 50 йәшлек алтын юбилейына арнала. Уны республика халҡы актер ғына түгел, ә йырсы булараҡ та яратыуын иҫәпкә алып, спектакль махсус рәүештә уның йырҙары менән биҙәлгән. Тамашасылар бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ, апрель айындағы премьераларға мотлаҡ килер, тип ышанайыҡ.

Р. S. Режиссер менән актерҙарҙың таланты сикһеҙ, тиҙәр. Бының, ысынлап та, шулай икәнлегенә “Килә яуа, килә яуа” спектаклен ҡарағас тағы ла бер инандым. Теүәл бер ай элек ошо уҡ комедияны Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт академия драма театры ҡуйылышында ҡарағайным (режиссеры – Фәрит Бикчәнтәев). Бер үк әҫәр, әммә икеһе – ике донъя. Сәхнә биҙәлеше, артистарҙың уйнауы, музыка һәм мизансцена– бер генә лә тап килгән урын юҡ. Бына шундай үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ ул театр донъяһы!





Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға