15.03.2019 Йырҙарынан йәндәр таба дауа
Тәү ҡарамаҡҡа ҡыйыуһыҙ һәм баҙнатһыҙ күренгән кешеләрҙең күңел төпкөлөндә ниҙәр йәшеренгәнен белеү ауыр. Ниндәй хыялдар менән йәшәй ул? Бәлки, танылыу яуларлыҡ таланты ла барҙыр? Ә ни өсөн хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ҡыйыулығы етмәй? Был турала беҙ артыҡ уйланмайбыҙ ҙа шикелле. Ейәнсура район мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөүсе Хәлиҙә Ҡолшәрипова менән танышҡас, быға тағы бер ҡат инандым. Ул да бит оялсан булыуы, үҙ-үҙенә ышанмауы арҡаһында сәнғәт донъяһына бик һуңлап килә.
Хәлиҙә Күгәрсен районының Вәлит ауылында Сәлимә һәм Шәкир Вәлитовтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫә. Дүрт малай араһында үҫкән гөл – төпсөк ҡыҙ ул. Мәләүез районының Һарыш ауылында буй еткереп, Вәлиткә килен булып төшкән әсәһе бик матур йырлай. Ҡыҙ балаға һәләт унан күскән, моғайын: Хәлиҙә кескәй сағынан йырларға ярата. Тик Сәлимә апай ғына йырлауын яратмай, һәр саҡ тыя килә. “Моңло бала бәхетһеҙ була”, – ти ул йыш ҡына.
– Йырламағас, күңелемә һәр саҡ нимәлер етмәй ине. Моңға тулышып йөрөгәнмен инде ул саҡта. Пластинканан йырҙы бер генә тыңлау менән отоп алам да, Ағиҙел буйына йүгерәм. Йылға ағышына ҡарап, йырлай-йырлай күңелемде бушатам. Ярҙа үҫкән ағастар, гөл-сәскәләр минең тәүге тамашасыларым, тыңлаусыларым булды. Ә сәхнәгә сығып йырлар өсөн ҡыйыулығым да етмәй, әсәйемдән дә рөхсәт юҡ. Нурия Ирсаеваның йырлауына ла, уйнаған ролдәренә лә ғашиҡ инем. Мәктәпте тамамлар алдынан театр тураһында хыяллана башланым. Сәхнә өсөн матур ҡиәфәт кәрәклеген аңлай инем, үҙемде лайыҡ түгел тип таптым. Һәм Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссерҙар бүлегенә уҡырға индем, – тип иҫләй ул йылдарҙы Хәлиҙә Шәкир ҡыҙы.
Студент ҡыҙҙың йырларға тигән теләге һүрелмәй, шуға ла ул тәүге курста уҡ вокал дәрестәренә яҙыла. Тик уҡытыусыһы тәбиғәттән бирелгән альт тауышын оҡшатмай, уны сопрано тональносында йырлата башлай. Йырлауынан кинәнес ала алмаған ҡыҙ бөтөнләй йырламаҫ була. Техникумды тамамлағас, халыҡ театры режиссеры тигән һөнәр менән тыуған яҡтарына – Мораҡ мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта.
Яҙмыш Хәлиҙәне Миңлеғәле Дәүләтбаев менән таныштырып, ҙур бүләк яһай:
– Миңлеғәле – ябай, йор һүҙле, талантлы егет, хәҙер инде Мәскәүҙе яулаған музыкант. Беҙҙе Салауат театрында эшләп йөрөгән курсташым таныштырҙы. Ул минең тәбиғи тауышымды табып, дөрөҫ йырларға өйрәтте. Йырҙар ижад итә ине, бер нисәүһен алып, “Урал моңо” фестиваленә килдем. Финалға үтә алманым, әммә шул уҡ йылда Мәләүез ҡалаһында үткән “Сулпан” вокаль конкурсында ҡатнашып, гран-при яуланым. Был еңеү миңә күпте бирҙе: үҙ-үҙемә ышанысым артты, сәхнәгә сығырға оялмай башланым, ҡыйыуландым. Сәнғәт донъяһына килеп, яңылышмағанымды аңланым.
Бер аҙҙан Хәлиҙә яҙмышын Ейәнсура егете менән бәйләп, Иҫәнғол ауылына күсеп килә. Район мәҙәниәт йортонда эш башлай. Яйлап таланты менән бында ла тамашасыларын таба, хатта таныштарымдың йыш ҡына: “Хәлиҙә Ҡолшәрипованың йырлауын тыңларға барам!” – тигәнен ишетәм. Был үҙе үк оло баһа бит! Һуңғы йылдарҙа талантлы ҡатын республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙ көсөн һынай. “Ҡурай ынйылары”, “Юлдаш” йыры” – был әле оло юлдың башы ғына. Киләсәктә йырланаһы йырҙар ҙа, яуланаһы үрҙәр ҙә байтаҡ.
Режиссер булып эшләмәһә лә, Хәлиҙә Ҡолшәрипованың театр буйынса ла таланты ҙур. Ейәнсура халыҡ театрында шөғөлләнә: һуңғы йылдарҙа “Йәшлеккә ҡайтыу”ҙа – Әҡлимә, “Байраҡ аҫтында” спектаклендә (икеһе лә Салауат Әбүзәровтыҡы) – Сара, “Әбейҙәргә ни етмәй”ҙә (Флорид Бүләков) Хәнә роле менән тамашасыларҙан да, режиссер Радмир Дәүләтбәковтан да, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙинанан да тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеткән. Ә Сара роле өсөн автор шәхсән рәхмәт әйткән. “Мин күреп яҙған кешене кәүҙәләндерә алдың. Ысын характерҙы сәхнәгә сығарҙың”, – тигән. Шулай уҡ “Йөрәгемдә һайрай һандуғас”, “Хистәремде аңларһыңмы, йырҙарымды һанларһыңмы” тип аталған концерт программалары менән тамашасыларын моңландырып алһа, 2016 йылда хеҙмәттәше Сәүиә Йәнсурина менән бергә “Күрше тормошо әкиәт” тигән театрлаштырылған тамаша менән күңелдәрен күтәрҙе.
Моңло кеше бәхетһеҙ була, тигәнгә ышанырға ярамайҙыр. Хәлиҙә Ҡолшәрипованың бәхете тап ошо йырҙарҙа бит. Моңдарынан дауа табыусы тамашасылары бар. “Юлдаш” радиоһы аша яңғыраған йырҙары ла күптәргә оҡшай, интернет селтәре аша танышып, рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр байтаҡ. Ә шулай ҙа иң ҙур бәхете – балалары. Ҡыҙы Асия – әсәһенең юлын дауам итеп, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжында, ә улы Ильяс Иҫәнғол агросәнәғәт лицейында белем ала.