23.02.2019
Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш
йәки Ышанырға теләмәгән хәҡиҡәт...
“Өфө һөйләй...” Әллә күпме йыл ошо һүҙҙәр менән Башҡортостан халҡына хәйерле иртә, хәйерле көн, хәйерле кис теләгән дикторҙың арабыҙҙа юҡлығына һис кенә лә ышанғы килмәй. Һауа ғына түгел, кәйефенең һәм һаулығының торошона ҡарамайынса, көн һайын таңдан тороп эшкә ашыҡҡан Әхәт Мортазин, күптән инде радио тыңлаусыларҙың яҡын кешеһенә әүерелеп, һәр саҡ янда булыр кеүек ине. Тик 59 йәшен яңы ғына тултырған ир-уҙаман уйламағанда яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Һис кенә лә ышанғы килмәй...
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында тамашасыны Әхәт ағайҙың тауышы ҡаршы алды. 6 февралдә, иҫән булһа, уның хәтер кисәһенә түгел, ә 60 йәшлек матур юбилейына йыйылыр инек. Нисек үтер ине икән ул? Йыр-моңға бай булыр инеме, әллә әҙәби кисәме? Рәсми төҫ алыр инеме, әллә йор һүҙгә ҡоролор инеме икән? Бәлки, ҙур спорт байрамы төҫөн алыр ине... Әйтеүе ҡыйын, сөнки Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың таланты шул тиклем күп ине. Ике меңдән ашыу әҙәби әҫәр тап уның уҡыуында аудиояҙмаларҙа мәңгеләштерелгән. Бик күп рәсми сараның, шулай уҡ уйын-көлкөлө концерттарҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы ла булды. Һуңғы йылдарҙа тамашасыға уның йырлауы, ҡурайҙа, гитарала уйнауы ла билдәле булды. Төрлө спорт сараларында, айырыуса волейбол ярыштарында “Юлдаш” радиоһы командаһы Әхәт ағайҙың тырышлығы менән гел тәүге урындарҙы яулай ине. Өлгөлө ғаилә башлығы, атай һәм олатай... Ошондай талантлы, кешелекле, ихлас һәм бар яҡтан килгән кешеләрҙең иртә китеүе йөрәкте әрнетә лә инде. Шуға ла кисә барышында тамашасыларҙың күҙҙәренән йәш китмәне.
“Ашҡына ғүмер...” Һуңғы йылдарҙа Әхәт ағайҙың телефонында ошо йыр торған. Әйтерһең дә, һәр шылтыратыу уға ғүмерҙең етеҙ юртаҡ кеүек алға сабыуын иҫкәрткән. Кисәлә диктор яратҡан һәм уны хөрмәт иткән йырсылар – Радик Юлъяҡшин, Гөлназ Асаева, Айгөл Һағынбаева, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Дияна Ишниязова, Ғәзим Ильясов, Әлим Ҡәйүмов, “Каруанһарай” төркөмө ҡатнашты. Үҙҙәренең күңел түрендә йөрөткән хәтирәләре менән бүлешеп, яҡты рухы алдында баш эйеп, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев, Сибай педагогия колледжында бергә белем алған һабаҡташы Нәфисә Тулыбаева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Өфө ҡалаһы мэры урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Учалы филармонияһы директоры Әлмир Мөхәмәтйәров сығыш яһаны.
Кешегә талант тәбиғәт тарафынан бирелә. Сибай педагогия училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған ябай ауыл малайына ла туған телгә һөйөү, һүҙ ҡөҙрәтен аңлау тыумыштан һәм тәрбиә аша бирелә. Әммә ул талантына ғына ышанып йәшәмәне, киреһенсә, тырышлыҡтар, эҙләнеүҙәр менән эшмәкәрлеген байытып, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылыу яуланы. Хатта үҙенең эшмәкәрлеге, хеҙмәте буйынса методика булдырып, йәш журналистарҙы әҙерләүгә булышлыҡ итте. “Башҡортостан” радиоһында һәм телевидениеһында эшләүсе байтаҡ журналист тап Әхәт Мортазиндан оҫталыҡ дәрестәре алған. Телмәр мәҙәниәтен, дикцияны үҫтереүгә, әйтелгән һүҙгә иғтибарлы булыу, уҡыған әҫәрҙең мәғәнәһен, фекерен аңлап, тамашасыға еткереү, эфир аша яғымлы тауыш менән һөйләү – алып барыусылар, журналистар әле лә уның кәңәшен тота. Остаздарына ҡарата ихтирам һәм хөрмәт йөрөткән журналистар исеменән Наил Юнысов менән Рита Өмөтбаева сығыш яһаны. “Әхәт Мотаһар улы кеүек шәхестәр һирәк була. Исемен мәңгеләштереп, Өфө урамдарының береһенә уның исемен бирергә, тыуған ауылы Яңы Байрамғолда йорт-музейын асырға, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында дикторҙар мәктәбен булдырырға тәҡдим итәбеҙ!” – тигән һүҙҙәрҙе тамашасылар ҡайнар алҡыштарға күмде. Учалы районы хакимиәте вәкилдәре иһә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында еңгән уҡыусыға Әхәт Мортазин исемендәге премия тапшырыласағы тураһында һөйөнөслө яңылыҡ еткерҙе.
Хәтер кисәһенә килеүселәргә легендар дикторҙың ижадына арналған өр-яңы “Ашҡына ғүмер...” китабы тәҡдим ителде. Фотоһүрәттәр, әңгәмәләр, иҫтәлектәр, мәҡәләләр аша уҡыусылар уның шәхесе менән яҡынданыраҡ таныша ала. Шулай уҡ ошо көндәрҙә генә уның тауышы яҙылған аудиоальбом да донъя күрҙе. Йыйынтыҡта әҙәби әҫәрҙәр, балалар өсөн әкиәттәр тупланған (диск һәм китапты һатып алырға теләүселәр “Юлдаш” радиоһының хаттар бүлегенә мөрәжәғәт итә ала).
30 йылдан ашыу ғүмерен радио һәм телевидениеға бағышлаған Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһен юғары кимәлдә ойошторған һәм үткәргән хеҙмәттәштәренә, ғаиләһенә, туғандарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Был юғалтыу ышана алмаҫлыҡ хәҡиҡәт кеүек: күңел һис кенә лә күнергә теләмәй. Тауыш ҡорамалдарынан яңғыраған яҙмалар уны мәңгеләштерһә лә, сәхнәләргә сығыр юбиляр үҙе юҡ. Бына шуныһы ҡыҙғаныс...