24.02.2019 “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!
1993 йылда “Урал моңо” эстрада конкурсында “Диуана” исемле төркөм еңеп сыҡҡас, гәзит биттәрендә тәнҡит мәҡәләләре сыҡҡанын һаман да хәтерләйем. Сәйер кейенгән, ул ваҡытҡа ят тойолған йырҙарҙы башҡарған егеттәр ҡайһы бер тамашасыны аптырауға ҡалдырһа ла, күп йәштәр уларҙы, ҙур яңылыҡ тип, ихлас ҡабул итте. Хатта бәғзе бер оло быуын кешеләре лә: “Йәштәр бит, ни ҡыланһа ла, килешә”, – тип кенә йылмайып ҡуйҙы. Төркөм башланғысында бөгөн популяр музыкант, композитор һәм йырсы булып киткән Руслан Ниғмәтов була.
Әбйәлил районында тыуһа ла, бала сағы Екатеринбург ҡалаһында үткән, башҡорт мөхитенән ситтә үҫкән Руслан тыуғандан алып музыкаға ғашиҡ. Музыка мәктәбенең тынлы ҡоралдар класында уҡый, оркестрҙа уйнай. Ата-әсәһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, ул Асҡар ауылында белем алыуын дауам итә. Башҡорт телен белмәгәс, башлыса Рәсәй эстрадаһы йырҙарын башҡара. Йылдар үтә, Өфө махсус музыка интернат-мәктәбен, аҙаҡ сәнғәт училищеһын тамамлай. Данлыҡлы дирижер Фәрит Иҙрисовтың саҡырыуы буйынса Өфө юғары хәрби авиация училищеһының беренсе профессиональ тынлы оркестрында әрме хеҙмәтен үтә. Тап шул йылдарҙа ул хеҙмәттәш дуҫы Вилдан Йомағужин менән, “зәңгәр экран”, радио аша башҡортса йырҙарҙы тыңлап, башҡорт төркөмө ойошторорға хыяллана башлай. Әммә әрме хеҙмәте тамамланғас, дуҫтарҙың юлы айырыла. Руслан тыуған яҡтарына ҡайтып, район транспорт предприятиеһында инженер-технолог булып эшкә урынлаша. Профкомды етәкләүсе ике туған ағаһына “ҡыҙыл мөйөш”тәге музыка ҡоралдарын, тауыш ҡорамалдарын йүнәтеп бирә, бер нисә концерт ойошторорға ярҙам итә. Һәм күңеле төпкөлөндә ятҡан хыялын тормошҡа ашырып ҡарамаҡсы була. Ошо уҡ ойошмала эшләүсе, йыр-моңға битараф булмаған Әсхәт Вәлиев, Рөстәм Идикеев менән һөйләшеп, эшкә тотоналар. Етәкселәр ҙә уларҙың идеяһына ҡаршы төшмәй, хатта 25 мең һумға ҡулдан булһа ла “Ямаха” синтезаторы алып бирәләр. Эштән һуң репетициялар башлана. Башта йырҙар ике телдә була, билдәле артистар репертуарынан алына. Тәүге концерт ойошманың Яңы йыл кисәһенә тура килә. Шығырым тулы зал, яңы төркөмдөң йырҙарын тыңлар өсөн хатта ойошмаға ҡағылышы булмаған тамашасылар ҙа байрамға инеү юлдарын таба. Егеттәр дүрт сәғәт буйы көслө алҡыштар аҫтында сығыш яһай. Бар репертуар йырланып бөткәс, программа ҡабаттан башлана. Икенсе көндө улар районда “йондоҙ” булып уяна. Был хәл 1991 йылды ҡаршы алған мәлдә була. Руслан Ниғмәтов ныҡлап башҡорт телен өйрәнә башлай, шиғырҙарға көйҙәр ижад итә. “Әбйәлил” йыры “визитка”ларына әүерелә. Районда бер генә концерт та уларһыҙ үтмәй, киреһенсә, йәштәрҙе бейетеп алыу өсөн программаның иң аҙағына ҡуялар. Сибай ҡалаһында һәм Йылайыр районында үткән йәштәр йыйындарында ҡатнашырға саҡырыу килә. Нимәһе ҡыҙыҡ: йыйында 90-сы йылдар башында ойошҡан төрлө төркөм осрашҡас, Руслан үҙенең байтаҡ һабаҡташы уларҙың башланғысында торғанын белә. Элекке дуҫтар яңынан ижади даирәлә аралаша башлай.
Ваҡыт үтеү менән, Руслан артабан үҫергә, баш ҡаланы яуларға кәрәклеген аңлай. 1992 йылда ул Өфөгә юллана. Хеҙмәттәше Вилдан Йомағужин менән осрашып, эстраданы яулау тураһында кәңәшләшә. Вилдан егетте Руслан Солтангәрәев (синтезатор), Илшат Нурбахтин (гитара), Нәзир Юлбарисов (гитара), Рөстәм Әлүков (һуҡма инструменттар) менән таныштырып, өр-яңы төркөмгә нигеҙ һалына. Һәр кем үҙенең йәки таныштарынан алып торған музыка ҡоралын алып килә, репетиция яһарға урын булмағас, дөйөм ятаҡ бүлмәһе кистәрен студияға әйләнә. Дөйөм ятаҡтарҙа үткән дискотекаларҙа сығыш яһау йышая, яйлап дандары тарала башлай. “Урал моңо” конкурсы тураһында ишеткәс, егеттәр унда ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарамаҡсы була.
Конкурста ҡатнашырға ғариза яҙыр мәл еткәс, улар аптырауға ҡала: төркөм бар, исеме юҡ. Нисек яҙырға белмәй, аптырап ултырғанда, “Дәрүиш” төркөмө музыканты Альберт Ғәббәсов Мостай Кәримдең аҡ күңелле образы менән атарға тәҡдим итә. шулай итеп, “Диуана” барлыҡҡа килә. Алдан әйтеүемсә, төркөмдөң сәйер исеме, сәхнә образы һәм йырҙары күптәрҙе аптырауға ҡалдыра. Әммә уларҙағы музыкаль һәләтте һәм солистарҙың моңло тауышын берәү ҙә инҡар итә алмай. Киреһенсә, ул саҡта бик популяр булған поп-музыка йүнәлешендә эшләргә, патриотик репертуар тупларға тигән тәҡдимдәр килә. Шуларҙың береһен “Ватан” ойошмаһы етәкселеге еткерә.