«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Ҡабан йылына табан» «Юлдаш»тар менән юллан!



27.12.2018 «Ҡабан йылына табан» «Юлдаш»тар менән юллан!

Йыл һайын декабрь аҙағында «Юлдаш» радиоһы коллективы тыңлаусыларына тылсымлы байрам әҙерләй. Көн буйы уҙған сара, ғәҙәттә, алдағы йыл дауамында телгә алырлыҡ ыңғай тәъҫораттар ҡалдыра. Быйылғыһы нимәләр менән шатландырыр икән?

28 декабрҙә 7.00 сәғәттә «Ир­тәнсәккәй тороп» егеттәре Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә 17 сәғәтлек марафонға старт бирә. Ҡунаҡтар саҡырылған, бүләктәр әҙер, уйындар уйланған, мөғжизәгә ышаныусыларға радиоалғыстары янына килергә генә ҡала.

Көн дауамында барған марафонда «Юлдаш» алып барыусылары йылға йомғаҡ яһай, тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһендәге хәл-ваҡиғалар­ҙы барлай, уңыштарға өлгәшкәндәрҙе телгә ала, киләһе йылға күпер һала һәм, башҡа бүләктәрҙән тыш, төп приз – айфон да уйната. Айфон отор өсөн шарттар ябай – «Юл­даш»ты тыңлап, сәғәт һайын яңғыраған һүҙҙәрҙе яҙып барырға кәрәк. Уларҙы мәрйендәй бер епкә теҙеп, киске сәғәт 10 тула 15 минутта эфирға тәүге булып шылтыратып, уҡып ишеттерергә генә ҡала. Иң иғтибарлы, тоғро тыңлаусылар был бәйгелә еңеүгә ышана ала. Баш ҡала буйлап күңелле сәйәхәткә сыҡҡан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу «Юл­даш»тан Яңы йыл күстәнәсе таратыр. Матур ғаиләләр, спортсылар, волонтерҙар, театр әһелдәре менән таныштырыу, тормош юлдарында юғалып ҡал­ғандар­ҙы осраштырыу, балалар­ҙың шат тауыштары, һеҙ ярат­ҡан йырҙар, йыл дауамында ҡул һуҙымында ғына булып, радиоалғыс аша көндәлек тормошоғоҙҙо йәмләгән алып барыусылар, сағыу биҙәлгән шыршы, йәштәрсә дискотека, студияла тәбиғи тауыш менән йырлаусылар, байрам кәйефе, изгеләрҙән-изге теләктәр, юрауҙар – быларҙың барыһы ла «Ҡабан йылына табан» барыбыҙҙы алып елгән Яңы йыл марафонында!

Был марафон тыңлаусыларыбыҙға бер йылға етерлек дәрт-көс өҫтәп, мөғжизәгә ышанғанда, ерҙә дуҫлыҡ-татыулыҡ, берҙәмлек бул­ғанда, килер йылдар ҙа тыныс, имен үтер тигән изге хис-тойғолар уятыр. 28 декабрҙә көн дауамында «Юлдаш»лы булығыҙ, иҫке йылды бергә оҙатайыҡ!





Автор: "Юлдаш" радиоһынан
Фото: "Юлдаш" радиоһынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға