18.12.2018 “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!
Бик күп һәләтле кешенең көсө һалынған “Байыҡ” телевизион конкурсының гала-концерты гөрләп үтте
“Байыҡ” телевизион конкурсында өс йәшлек балаларҙың да ҡатнашҡаны тураһында ҡат-ҡат ишеткәнегеҙ булғандыр. Ә быйылғы гала-концертта хатта ун айлыҡ бәпес тә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә бейене! Әлегә әсәһенең ҡосағында, сөнки тап етенсе декабрҙә ун айы тулған Регина Ғәйфуллина тәпәй баҫырға өйрәнә генә. Яҡындарын тамсы ла йонсотманы, ҡулдан-ҡулға тыныс ҡына йөрөп, өләсәһе, әсәһе һәм апаһы бейегәндә шым ғына олатаһының алдында ултырҙы ул (олатаһы иһә беҙҙең гәзит геройы – Хәлфәт Ниғәмәтйәнов).
Әлүктән кескәй генә ҡулдары менән бейеү хәрәкәттәрен яһарға маташҡан сабыйҙы Әбйәлилдән Өфөгә килтереп, юлда интектереп тә йөрөтмәҫтәр ине, ләкин Ғаилә йылына арналған гала-концерттың иң сағыу, төп өлөшөн конкурста төрлө йылда еңеү яулаған бейеүсе ғаиләләр тәшкил итте. Шуға ла Регина өләсәһе Рәйлә Ниғәмәтйәнова, әсәһе Хәлиҙә Ғәйфуллина, апаһы Карина менән сәхнәгә сыҡты ла инде. Шул уҡ Әбйәлилдән һоҡланғыс Үҙәнбаевтар ғаиләһе сәхнәне бер итеп, тултырып бейене лә ҡуйҙы. Үҙәнбаевтар нәҫеленең иң йәш бейеүселәре Азалия менән Радик булһа, Вәлиулла ағай етенсе тиҫтәне ҡыуалай. Улар быйыл “Ғаилә ансамбле” номинацияһында гран-приға лайыҡ булды. 1-се дәрәжә диплом менән иһә Учалынан Йомағужиндар ғаиләһе бүләкләнде: Айсар, Гөлфинә, Аделия, Амелия, Айгөл. Был ғаилә ансамблендә иң өлкән бейеүсегә 36 йәш булһа, иң бәләкәскә ике генә йәш. Береһенән-береһе һәләтлерәк ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләнгән ошондай бейеүсе ғаиләләр араһында, “Ғаилә ансамбле” номинацияһында, Хәйбулла районынан Билаловтарҙың ғаиләһе 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде: Фәрзәнә апай килене Гөлдәриә һәм ейәнсәрҙәре Айгүзәл, Әминә менән эй йәтеш, һалмаҡ итеп, ойотоп ҡына бейене. Ғаилә йылына арналған гала-концертты ҡарарға килеүселәргә шулай уҡ Ниғәмәтуллиндарҙың да ғаиләһе гүзәллек өләште: 2014 йылда “дуэт” номинацияһында гран-при яулаған талантлы Илүзә менән Илгизгә алмашҡа алты йәшлек Камелия менән өс йәшлек Иделия үҫеп килә, ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренән ҡалышмаҫҡа иҫәптәре бар, буғай. Әсәле-ҡыҙлы Гүзәл менән Нәркәс Юлдашевалар ҙа, ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаған һылыуҙар, зифа буй-һындары, талғын хәрәкәттәре менән әсир итте, бейеүҙәре күңелде йәмгә күмде. Алтынбаевтар ғаиләһе ысынлап “алтын”ға бай: Әлиә 2010 йылда гран-при яулаһа, Салауат 2011 йылда гран-приға эйә булған. Бейемәйем, сәхнәгә сыҡмайым, тип ҡарышҡан өс йәшлек Рамазан улдары ла бер заман башҡа балаларҙың тыпырлауына ҡыҙығып китеп, бейергә төштө. Тәтәй бүләк итәм, кәнфит бирәм, кафеға алып барам, тип алдаштырып сығарҙылар инде ҡайһы бер балаларҙы. Гонорарҙары әлегә шулай, кәнфиткә алданалар, тип көлдө өлкәндәр. “Байыҡ” бәйгеһе еңеүсеһе Фәнис Кәримовтың кәләше Гөлиә һәм алты йәшлек улы Инсаф, өс йәшлек ҡыҙы Сафия менән бергәләп бейеп йөрөүен киноға төшөрөрлөк ине. Бигерәк матур баҫалар, үҙҙәре килеп тороп һөйкөмлөләр!
“Байыҡ” бәйгеһе еңеүселәре Лилиә менән Радик, 2015 йылда балалар “Байыҡ” конкурсында гран-при яулаған Искәндәр Хәлиловтар ҙа маҡтауға лайыҡ. Искәндәр тураһында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ, шул тиклем дә зирәк, һәләтле егет үҫеп килә. Хореографтың яңы бейеүҙең ҡатмарлы хәрәкәттәрен бер тапҡыр ғына күрһәтеүе етте, ул шуны отоп та алды, бейеп тә китте.
Шулай уҡ 2016 йылда ансамбль составында гран-при яулаған Лилиә, проекттың алмаштырғыһыҙ режиссеры, жюри ағзаһы Рәис һәм балалар “Байыҡ” конкурсында гран-приға эйә булған Айназ менән Айгөл Низаметдиновтар ҙа, Туймазы ҡалаһынан “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле лә (етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар), төрлө тарафтан килгән ҡунаҡтар – “Илемби”, “Варенька”, “Андан”, “Асса” коллективтары ла тамашаның мәртәбәһен арттырҙы.
Бик матур бейеүҙәрҙән тыш, башҡорт халыҡ кейемен тергеҙеү хәрәкәтен алып барыусы, “Селтәр” студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙинаның, башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе рәссам Илдар Ғатауллиндың, Зилә Лираның, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының, ауыл оҫтабикәләренең кейем өлгөләре, мәргән уҡсыларҙың сығышы быйылғы “Байыҡ”тың үҙенсәлеге булып торҙо.
Һәр ваҡыттағыса, юғары кимәлдә үткән сараға тамашасыларҙың да “иң-иң”дәре йыйылғайны, һәр сығышты ҡеүәтләп, ҡул сапҡанда устарын йәлләмәнеләр. Бигерәк тә лауреаттарҙы, тәбрикләп, алҡыштарға күмделәр. “Дуэт” номинацияһында 1-се дәрәжә дипломға эйә булған Ауырғазы районы бейеүселәре Аделина Йәлилова менән Азалия Йомағолованың етәксеһе Альбина Йәлилова ҡыуанысын йәшермәне:
– Минең өсөн дә, йәш бейеүселәрем өсөн дә “Байыҡ” сираттағы имтихан булды, һәр этабында дерелдәп, тулҡынланып, көйәләндек кенә. Гала-концертҡа эләгеүебеҙгә ныҡ һөйөнәбеҙ, беҙҙе юғары баһалағандары өсөн жюри ағзаларына рәхмәтлебеҙ. Кейемдәр теккән Надежда Ефимоваға, “Әхирәттәр” бейеүен ҡуйған Йәмилә Бикбаеваға, көй яҙған Илшат Яхинға, беҙҙе илһамландырған Рита Өмөтбаеваға, “Байыҡ”та ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт! Шул тиклем шәп булды гала-концерт!
Һүҙ ҙә юҡ, “Байыҡ” проекты командаһы, әйткәндәй, һәр ваҡыттағыса, юғары әҙерлек өлгөһөн күрһәтте. Проект авторы, оҫта ойоштороусы, даланлы етәксе Рита Өмөтбаеваның командаһы тел тейҙергеһеҙ, һәр кем үҙ урынында, шуға ла репетициялар ҙа һис бер тотҡарлыҡһыҙ ойошторолдо, концерт та бер тында үтте. Бөтәһен бер таҡтаға баҫтырған, айырым сығыштарҙан сәхнәлә аныҡ, сағыу биҙәктәр төҙөп килтереп сығарған, ни эшләп Хашим Мостаевтың РСФСР кимәлендәге исеме юҡ, тип минән күренекле балетмейстерға исем таптырған режиссер Рәис Низаметдиновтың үҙенә, һис шикһеҙ, бөгөндән Рәсәй кимәлендәге юғары исем бирерлек. Уның уҡыусыһы (хәйер, Учалыла ҡайһы ғына талантлы бейеүсегә төртмә, бөтәһе лә Рәис ағайҙың ҡарлуғасы була ла ҡуя) Фәнис Кәримов “Байыҡ”та тәүге тапҡыр хореограф булараҡ сығыш яһаһа ла, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына танытты, уның менән эшләгәндәр бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тойманы. Тауыш операторы Вәсил Ғафаровтың да оҫталығы маҡтауға лайыҡ, уға ҡат-ҡат әйтеү кәрәкмәй, эшен белеп башҡара. Ғөмүмән, “Байыҡ”ты әҙерләгән Лилиә Ишмуллина, Айзилә Ҡотошева, Гөлниса Сафина, Фидалиә Баймөхәмәтова, Альбина Ғәлекәева, Рөстәм Баһаув, Айназ Низаметдинов, Юлиә Вәлиева, Айҙар Йомағужин кеүек егеттәр һәм ҡыҙҙар менән эшләүе рәхәт, сөнки белдеклеләр, уңғандар, ихластар.
Концертты алып барыусы Римма Ҡаһарманова менән Артур Ишмөхәмәтовҡа тамашасылар ҙа, бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа һоҡланып, ғашиҡ булып бөтә – талантлы, аралашыуҙа ябай артистарҙың тартыу, арбау көсө ҡеүәтле. Көн оҙоно барған репетицияларҙа, дүрт сәғәтлек концерт барышында сабыр ғына үҙ сиратын көтөп, режиссер, хореограф нимә әйтә, шуны теүәл генә үтәргә тырышып йөрөгән оло, урта йәштәге һәм йәш бейеүселәрҙең тәртиплелегенә, түҙемлегенә һоҡланырлыҡ. Ҡарап туйғыһыҙ матур, һәләтле үҙҙәре! Уларҙы быйыл биш йөҙҙән ашыу бәйгесе араһынан Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Радмир Бәҙретдинов менән Ишморат Илбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Сулпан Асҡарова менән Фәнил Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, проект етәксеһе Рита Өмөтбаева һайлап алып, сәхнәгә сығарҙы. Лауреаттар, номинанттар исемлегендә – Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәре, Баймаҡтан “Ынйы” уҡытыусылар бейеү ансамбле (етәксеһе Дилара Әхмәтова), Әбйәлилдән “Гөлнәзирә” уҡытыусылар ансамбле (Ринат Моратов, Миләүшә Хашимова, Наилә Ғибәҙәтова) һәм “Cерҙәштәр” фольклор ансамбле (Нәзифә Солтанова), Мәсетленән “Ҡабырсаҡ” ансамбле (Рәсимә Әхмәтйәнова), Баймаҡ районынан “Йәшлек” бейеү ансамбле (Рәсимә Халиҡова), Өфө урман-техник техникумының “Алтын Урҙа” бейеү студияһы егеттәре Вилдан Мәғәфүров, Буранбай Аралбаев, Салауат Мөхәмәҙиев (Марат Солтанов), Өфөнөң “Осҡон” ансамбле егеттәре Фәдис Иҙрисов, Илнар Байбулов, Зиннур Харрасов (Марат Ғилманов), “Красноусол” шифаханаһының бейеүсе ҡыҙҙары Гөлдәр Әбелғужина, Юлиә Сәғәҙәтова, Альбина Әсфәндиәрова (Замир Тайсин), Дәүләкәндән “Дим ҡарлуғастары”, Сибай педагогия колледжының “Аҡйондоҙ” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары (Нияз Байегетов), Архангел районынан “Хазина” ансамбле. Шулай уҡ БДУ-ның Сибай институтынан Фәиз Үҙәнбаев, “Ҡарағай” шифаханаһы бейеүсеһе Наилә Сәлимова, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Аделина Мағазова, Бөрйән районынан Рәфилә Сәғитова менән Розалия Зарипова, Ишембай ҡалаһынан Гөлназ Ильясова, Сибайҙан Аэлита Буранбаева, Баймаҡтан Гөлсирен Үтәғолова менән Яҙгөл Зөбәйҙуллина, Салауаттан Вилиә Ғәлиева, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡыусыһы Ынйы Әхмәтова, Өфө ҡалаһынан Гөлдәр Ишкинина, Мәскәү өлкәһенән Зәбиҙә Хажиева, Учалынан Юлиә Зәйнишева, Йылайырҙан Рәмилә Мостафина менән Лилиә Ураҡова, Ишембайҙан Елена Сәфәрова менән Фәйзелғаян Ғималетдинов та – “Байыҡ”тың төрлө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булған бейеүселәр.
Ә инде “Йәйғор” (Муравленко ҡалаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы, етәксеһе Ләлә Дәминова), “Ялҡын” (Туймазы, Химиә Нәзипова), Нияз Байегетов, Ынйы Мансурова (етәксеһе Зилә Лира), Фатима Хәйретдинова, Марсель Мөхәмәтғәлин менән Вадим Ҡотоев, Әҙилә Ғайсина, Гөлназ Ишбулатова, Розалия Шәғәлина (Учалы, Юлиә Зайнишева), “Ҡалҡан” бейеү ансамбле (Фәнис Кәримов), Үҙәнбаевтар ғаиләһе – быйылғы гран-приҙы яулаусылар. Уларҙың сығыштары ла, башҡа лауреаттарҙың, номинанттарҙың да бейеүҙәре шәп булды! Теләһә кем сыҡмай инде ул гала-концертҡа, иң лайыҡлылар ғына саҡырыла. Шуға ла күркәм тамашала ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тип атарға, ҡотларға була.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.