«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Нәркәс сәхнәгә ҡайта!



14.12.2018 Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

“Йөрәгемдә һайрай һандуғас”, “Һөйөп ҡалдым”, “Һиңә” йырҙары менән 2000 йылдар башында башҡорт эстрадаһында Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА ҙур популярлыҡ яулағайны. 1999 йылда Йәштәр көнө уңайынан үткәрелгән концерт-дискотекала тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙ тиҙ арала билдәлелек яулай. “Йәшлек-шоу – 2000” фестивалендә – “Йыл асышы”, өс йылдан ошо уҡ сарала “Йыл йыры” номинацияһында еңеү яулай. 2003 йылда Бүрәт Республикаһында үткән “Аҡ ай йондоҙҙары” конкурсында 1-се урынға лайыҡ була, 2005 йылда – “Гәлсәр һандуғас”, 2013 йылда “Төрквижн” фестивалендә ҡатнаша.

Әммә ул һуңғы йылдарҙа сәнғәттән бер аҙ алыҫлашты. Бөтөнләй юғалды, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Сөнки “Башҡорт йыры” фестивалендә ҡатнашып торҙо, яңы йырҙар ҙа яҙҙыртты, күптән түгел тамашасылар “Һағыныу” йырына төшөрөлгән өр-яңы клип менән дә танышты. Әммә был ғына ижадсы өсөн етерлек түгел. Талантлы ҡыҙҙың сәхнәнән бер аҙ юғалып тороуының сәбәптәре төрлө. Беренсенән, Нәркәс 2006 йылда Илгиз исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Бөгөн уларҙың Ильяс һәм Илһам исемле улдары, Мәликә исемле ҡыҙы үҫә. Икенсенән, бала мәшәҡәттәре өҫтөнә йәш ҡатынға ауырыу әсәһен дә ҡарарға тура килә. Оло йәштәге Рәсимә апай бер-бер артлы операциялар үткәрә, инсульт кисерә. Дауаханаларҙа ятып, оҙайлы дауалау курстары алыу ҙа ярҙам итмәй: өс йыл элек ул яҡты донъя менән хушлаша. Яҡын кешеһен юғалтҡан мәлдә йыр ҡайғыһы булмай шул...

Күптән түгел декрет ялынан сығып, Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә эш башлаған Нәркәс Сиражетдинова әүҙем ижад итә. Һәм үҙенең тәүге концертын тыуған яғында – Белорет районының Инйәр ауылында үткәрә. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тип аталған тамаша 15 декабрҙә буласаҡ.

– Әсәйем мәрхүм булғас, тыуған яҡҡа йыш ҡайтып булмай. Әммә күңелемдән ауылымдың юғалғаны юҡ, һағыныу тойғолары менән йәшәйем. Сәнғәткә юлым да ошонда башланды бит: урындағы музыка мәктәбен тамамланым. 1997 йылда, Заһир Исмәғилев исемендәге район конкурсында 2-се урын яулағандан һуң, тормошомдо сәхнә менән бәйләргә теләп, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Шуға ла ижади эшмәкәрлегемдең яңы этабын да ауылымдан башлайым. Ә концерттан алынған килемде мәрхәмәтлек эшенә – бала саҡ дуҫым, 1-се төркөм инвалиды Рөстәм Хөсәйеновты дауалауға тапшырам. Беҙ ҡасандыр уның менән бергәләшеп концерттар ҡуйып йөрөнөк, ул да йыр-моң ярата. Ижадым менән дуҫымдың ғаиләһенә ярҙам итә алһам, бик тә шат булыр инем, – тип Нәркәс изге ниәттәре менән бүлеште.

Мохтаж кешегә ярҙам итеү – һәр кешенең изге бурысы. Был осраҡта Инйәр халҡы Нәркәстең йырҙарынан рухи аҙыҡ алып, бер ыңғайҙан ауырыу кешегә ярҙам итеп, оло сауап аласаҡ. Талантлы һәм һағындырған йырсының ҙур сәхнәгә ҡайтыуы – ҡыуаныс. Яңы йырҙарың менән халҡыңды ҡыуандырып йәшә, Нәркәс. Ғаилә именлеге, ижади уңыштар насип булһын!

Нургөл ШӘРИПОВА.





Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға