«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Артист булмаһам, артист булыр инем”,



02.12.2018 “Артист булмаһам, артист булыр инем”,

– ти билдәле актер Рәүис Заһитов

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис ЗАҺИТОВҠА 70 йәш тула, тигән иғланды күргәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Йәштәрсә етеҙ, һәр ваҡыт көләс, сәхнәлә йөҙөп йөрөп уйнаған актерға күп тигәндә 60-ты биреп булалыр... Шуға ла беҙҙең әңгәмә тап ошо туралағы һөйләшеүҙән башланып китте.


– Рәүис Хәбир улы, егеттәрсә йәш, матур булып ҡалыуығыҙҙың сере нимәлә?

– Яратҡан һөнәр булыуҙа. Минән гел генә: “Артист булмаһаң, ниндәй һөнәр һайлар инең?”– тип һорай­ҙар. Шаяртыу ҡатыш: “Артист булмаһам, артист булыр инем!”– тип яуаплайым.

– Ә ул һөйөү һеҙҙең күңелдә ҡасандан йәшәй? Артист булыу бала саҡ хыялығыҙ инеме?

– Биш йәшемдә үк, өйгә ҡунаҡтар килһә, ултырғысҡа баҫтырып йырлата торғайнылар. Ә элек бит ҡунаҡтар йыш булды, шуға үҙемде артист тип тоя инем. Мәктәп йылдарында ла сәхнәнән төшмәнем. Үҫә килә атайымдан өйрәнеп, халыҡ йырҙарын йырлай башланым. Мәктәпте тамамлағас та Өфөгә килергә баҙнат итмәнем. Шулай ҙа артист булырға тигән хыялым бар бит инде, район мәҙәниәт йортона эшкә урынлаштым. Өс йыл эшләгәс кенә, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар тапшырырға батырсылыҡ иттем. Унда конкурс­тан үтә алманым, шулай ҙа бер йылға ирекле тыңлаусы булараҡ саҡырыу алдым. Теүәл бер аҙнанан Өфө дәүләт сәнғәт институтында имтихандар башланырға тейеш ине, училище уҡытыусыларынан миңә театр факультетында үҙ көсөмдө һынап ҡарарға тәҡдим булды. Ә ундағы конкурстың ҙурлығы иҫ китерлек: 14 урынға 350 кеше дәғүә итә ине. Шулай ҙа миңә бәхет йылмайҙы: институтты тамамлап, ҡулыма диплом алдым.

– Йырсы булманым, тигән үкенесегеҙ юҡмы?

– Юҡ, актер булыуыма шатмын. Ә йырҙы ташламаным. Аллаға шөкөр, йырлы ролдәр ҙә булды, концерттар, театрлаштырылған тамашалар менән дә йыш сығыш яһайбыҙ. Мин уларҙа башлыса халыҡ йырҙарын башҡарам. Совет осоронда театр менән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан яҡтарына күп йөрөнөк. Сәхнәлә башҡорт халыҡ йырҙарын йырлағанда унда йәшәүсе милләттәштәр илап ултырыр ине. Йәл, әлбиттә, ваҡытында радио фонды өсөн йырҙар яҙҙырыу тураһында уйланмағанмын.

– Һеҙҙең хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу: Башҡорт дәүләт академия драма театры...


– Өфөлә эшкә ҡалыу һәр студенттың хыялы ине, әммә саҡырыу булыр тип өмөт итмәнем. Карло Гольдониҙың “Ике бай хеҙмәтсеһе” тигән әҫәре буйынса әҙерләнгән диплом спектаклен ҡарарға республиканың һәм Ҡазан театрҙарының етәкселәре килгәйне. Бик оҙаҡ кәңәшләште улар, һөҙөмтәләрҙе көтөп, арып ултырыуыбыҙ һаман да иҫтә. Курстан Таңсулпан Бабичева менән икебеҙгә генә академтеатр­ға саҡырыу булды. 1974 йылдың 10 авгусында унда эш башлағайным, бөгөнгә тиклем уға тоғро ҡалдым.

– Театрҙа ниндәй роль менән эш башланығыҙ?

– Эшкә килеү менән режиссер Лек Вәлиев Сафроновтың “Мираҫым һиңә, балам” тигән спектаклдәге Славка ролен тиҙ арала өйрәнергә ҡушты. Бер аҙнанан гастролдәргә лә сығып киттек. Студент йылдарында уҡ өйләнгәйнем, ул мәлдә улыбыҙ бар ине. Ғаиләм ысын мәғәнәһендә урамда тороп ҡалды. Шулай ҙа Мәҙәниәт министрлығынан: “Ҡайтыуыңа улар һине дөйөм ятаҡ бүлмәһендә көтәсәк!”– тип вәғәҙә биргәйнеләр. Һүҙҙәрендә торғандар, бер ай йөрөп ҡайтыуыма ғаиләм бүлмәле булып, рәхәтләнеп донъя көтә ине.
Артабан Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында Ильяс ролен башҡарҙым, партнерым Таң­сулпан Бабичева булды. Шулай итеп башланды ижад юлым.

– Яратмаған ролдәрегеҙ буламы?

– Юҡ. Күңелеңде, йөрәгеңде биреп уйнаған ролдәрҙе яратмайса мөмкин түгел. Мин кире образдарымды ла яратып башҡарам, шуға күрә улар ҙа ҡәҙерле. Мәҫәлән, “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендәге Ҡазый роле күңелемә шул тиклем тап килмәй. Сәхнәгә сығар­ған саҡта, нисек уйнарға икән, тип аптырап та бөттөм. Хатта дин әһелдәренән кәңәш һораным. Ҡайһы бер тамашасыларҙың: “Һине ул ролдә күреүе ҡыйын”, – тип әйткәне булды. Әммә ваҡыт үтеү менән был ролде ярата башланым.

– Ә күңелегеҙгә ниндәй ролдәр яҡын?

– Мин – комик амплуалағы актер. Үҙемә лә ошо йүнәлеш оҡшай, режиссерҙар ҙа шулай күрә. Ә спектаклдә кеше көлдөрөүе ныҡ ауыр. Йәнең-тәнең менән бирелеп уйнамаһаң, тамашасы спектаклде ҡабул итә алмаясаҡ. Шәхсән үҙем образға ныҡлап инеп китәм, хатта өйгә ҡайтҡас та уйланып, эҙләнеп ултырам, яңы хәрәкәттәр өҫтәйем.

– Ә һеҙ тормошта ла шаян кешеме?

– Тормошта артист булып булмай. Һәр көндөң үҙ ваҡиғаһы, үҙ һынауҙары бар. Аллаһы Тәғәлә миңә лә уларҙы бирҙе, лайыҡлы үтер өсөн ярҙамынан да мәхрүм итмәне. Тормошта нимәләр генә булмаһын, эшем һәм ғаиләм менән күңел йыуаттым. Әлбиттә, гел бошоноп, күңелһеҙләнеп ултыра торған холҡом юҡ. Шаярып та алам, етди ҙә була беләм.

– Ә күңелең бошонҡо саҡта тамашасыларҙың күңелен асыу еңел түгел бит...


– Көндәр бит гел ал төҫтәрҙән генә тормай. Ә ошо һөнәрҙе һайлағанһың икән, ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, сәхнәгә сығырға кәрәк. Күңелеңә ауыр булһа ла, йылмайырға көс табырға тырышаһың. Хәйер, сәхнә бит ул сихри көскә эйә. Арып китәһең, олоғая килә һаулыҡ та үҙен һиҙҙертә. Эшкә киләһең дә, нисек кенә уйнап сығырмын икән, тип аптырап ултыраһың. Ә сәхнәгә сығыуға үҙенән үҙе көс-ҡеүәт барлыҡҡа килә, рәхәтләнеп уйнайһың.

– Ҡайһы бер оло быуын кешеләре йәштәрҙе аңлай алмай, уларҙы гел тәнҡитләй. Заманға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә йыш осрай. Һеҙ был йәһәттән ниндәй ҡарашта?

– Хәҙерге йәштәр көслө лә, талантлы ла, төрлө яҡтан үҫешкән дә. Уларға ҡарап һоҡланам. Йыр­лайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, бәләкәй генә ролдәрҙе лә төп ролдәй итеп башҡаралар. Әлбиттә, бөгөн балаларға, йәштәргә үҫеү өсөн мөмкинлектәр ҙә күп. Балалар баҡсалары, мәктәптәрҙә ниндәй генә түңәрәктәр юҡ. Хәҙер спектакль сығарғанда ла күп белгестәр шөғөлләнә. Хореограф, концертмейстер, ви­деооператор һәм башҡалар... Ә беҙ элек башлыса режиссер менән генә эшләнек. Шуға күрә мин йәштәрҙән дә, замандан да ҡәнә­ғәтмен.

– Артист тормошо тиһәң, гастролдәр күҙ алдына килә. Бигерәк тә совет осоро ваҡыттары...

– Эйе, элек 2–3 ай буйы гастролдәргә йөрөнөк. Балалар бәләкәйерәк саҡта, оҙаҡ күрмәгәс, онота башлай торғайны. Бер нисә көн янға килмәй аптыраталар, яраттырмайҙар. Почта бүлегенә ба­рып, заказ бирәһең дә, сәғәттәр буйы телефондан һөйләшергә кө­төп ултыраһың. Бәйләнеш насар булһа, һөйләшеп тә булмай. Хәҙер был мәлдәрҙе һағынып һөйләргә генә ҡалды.

– Ижад кешеләре араһында ысын дуҫлыҡ буламы?

– Театрҙа беҙ, оло быуын кешеләре, айырыуса ирҙәр, бик аҙ ҡалдыҡ. Үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ, оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, туғанлашып та бөттөк. Эш булғас, бәхәстәр ҙә булып ала, әммә уларҙы беҙ аңлап ҡабул итергә өйрәндек. Был эш өсөн кәрәк.
Шулай ҙа минең өсөн дуҫ та, ағай ҙа, остаз да булған Хөсәйен ағай Ҡудашевты һағынам. Уны артист булараҡ та, кеше булараҡ та яраттым, хөрмәт иттем. Ҡатыны Фәриҙә апай Камалетдинова менән ғаиләбеҙгә ныҡлы терәк булдылар. Һаман да хәтерләйем, балаға тигән һөт ризыҡтарын һаҡлау өсөн беҙгә һыуытҡыс алырға кәрәк ине. Ә аҡса юҡ. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хөсәйен ағайҙан һора­ғайным, 300 һумын сығарып бирҙе. “Ҡасан мөмкинлегең була, шунда бирерһең,”– тине. Ә ул минең 80 һум ғына алып эшләгәнде белә ине бит. Башҡа изгелектәре лә күп булды, һис ҡасан онотмайым.

– Аҡсаһыҙлыҡ проблемаһы һеҙҙең заманға ла хас булған, тимәк?


– Ул һәр осорҙа ла булды. Заманында урам һепереүсе лә, магазинда йөк ташыусы ла, икмәк ҡабул итеүсе лә булып эшләнем. Театрҙа ла, артислыҡтан тыш, сәхнә ҡороусы, монтажлаусы кеүек һөнәрҙәрҙе башҡарҙым. Иртәнге сәғәт 8-ҙә килеп, төнгө 12-лә ҡайтып китә инем. Ваҡыт үтеү менән аҡсаның бәхет түгеллеген аңланым. Шөкөр, Хоҙай эш бәхетен дә, ғаилә бәхетен дә бирҙе. Барлыҡ уңайлылығы булған фатирыбыҙ, Ғафури районында баҡсабыҙ бар.

– Ҡатынығыҙ менән нисек таныштығыҙ? Ул һөнәре буйынса кем?

– Ҡатыным Зилиә – Ғафури ра­йоны ҡыҙы. Һөнәре буйынса уҡытыусы, оҙаҡ йылдар медицина университеты студенттарына биология фәненән белем бирҙе. Уның сабырлығы, аҡылы менән 47 йыл бергә донъя көттөк. Ә ундай бәхет күптәргә тәтемәй. Кейәүгә сыҡ­ҡанда уҡ минең артист булырымды белгәнгәлер, гастролдәрҙе, киске спектаклдәрҙе аңлап ҡабул итте. Матросов кинотеатрында “Тропой бескорыстной любви” тигән фильм­ды ҡарарға барғанда урындарыбыҙ йәнәш тура килде лә, танышып киттек. Был февраль айында булғайны, май айында өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Май айында ғаилә ҡорорға ярамай, тиһәләр ҙә, Аллаға шөкөр, йәшәп ятабыҙ.

– Улығыҙ Артур артист булырға теләмәнеме?

– Юҡ, ул медицина юлынан китте. Башҡортостандағы берҙән-бер бөйөр ултыртыусы трансплантолог. Киленем дә балалар табибы. Беҙгә ейән менән ейәнсәр бүләк итеп, бәхетле олатай-өләсәй иттеләр.
Артур улыма дүрт йәштәр самаһы ине, “Беҙ ҡайтырбыҙ” спектакленең репетицияһына үҙем менән бергә алып барҙым. Минең геройымды туҡмаған сәхнә күренеше башланғас ул ҡысҡырып илап ебәрҙе. Лек Вәлиев репетицияны туҡтатып, уны саҡ тынысландырып алдыҡ. Шул көндән һуң ҙурайғансы театрға йөрөмәне.

– Хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙе үтә яуаплы кеше тип баһалай...

– Рәхмәт. Ысынлап та, мин теүәллек яратам, яуаплылыҡ тойғоһо көслө. 47 йыл эшләп, бер генә иҫкәртеү ҙә алғаным булманы. Кешеләр мине талант булараҡ баһалай, урамдарҙа танып күрешә, һүҙ ҡуша. Кеше булараҡ та шул баһаны төшөрмәҫкә тырыштым. Ғүмер буйы үҙемдең халыҡ өсөн хеҙмәт итеүемә ҡыуанам. Алла бирһә, һаулыҡ һәм ғүмер булып, артабан да эшләргә насип булһын.

– 70 йәшлек юбилейығыҙҙы һеҙ “Эх, кәләше лә кәләше!” спектакле менән билдәләйһегеҙ. Ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ?

–Ул әҫәр театр репертуарындағы уңышлы барған спектаклдәр­ҙең береһе булды. Өс тапҡыр сығарылды, быныһы дүртенсеһе буласаҡ, 600-ҙән ашыу тапҡыр уйналды. Әлбиттә, ҡабат репертуарға алынырмы-юҡмы икәнен әйтә алмайым. Ябай, халыҡсан булыуы менән тамашасыларға яҡын. Юби­лейымды ошо комедия менән билдәләргә теләүемде әйткәс, артистар ҡаршы килмәне. Киреһенсә, дәррәү күтәреп алдылар, ныҡлы әҙерлек алып барҙылар.
Үҙ ғүмеремдә һигеҙенсе юбилей кисәһе үткәрәм. Күбеһе концерт программаһы менән үтте. Быйыл да ҡотлауҙар өлөшөндә бер нисә йыр йырларға ниәтләйем. Яҡташ­тарҙан да саҡырыу алдым, Яңы йыл байрамдарынан һуң датаһын билдәләп, тыуған яҡтарға ла ҡайтып килергә иҫәп бар.

– Уңыштар насип булһын һеҙгә, Рәүис ағай. Һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға