«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй



30.11.2018 «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

[b]Ун быуаттан ашыу дәүерҙәй Ислам дине халҡыбыҙға рухи нигеҙ һәм йәшәү ҡануны булып хеҙмәт итте.
Ләкин бер нисә тиҫтә йыл дауамында динебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ бер-береһен байытып килеүҙән туҡталып торҙо.


Бына, ниһайәт, һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә иманлы тормошҡа ҡайтыусылар, дин менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә. Уның хәйерле һөҙөмтәһе тип хәмер һаҙлығы – эскелектән баш тартыу, әҙәпһеҙ күре­нештәр­ҙән ситләшеү, милли йолалар, туған телгә иғтибар артыуын күрһәтер инек. Бер ҡәүем үҙ юлынан ситләшһә, беҙ уны икенселәр менән алыштырырбыҙ, – тигән Аллаһы Тәғәлә. Тарих ошо хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөн күп тапҡыр иҫбатланы. Кеше булып ҡалыу, милләтебеҙҙе һаҡлау өсөн дә динебеҙҙе өйрәнеү, йолаларыбыҙҙы тергеҙеү зарур. Халҡыбыҙҙың үҙ асылына йөҙ бороуы үтә лә ҡыуаныслы хәл. Ләкин, рухи сылбыр өҙөлөп, хаҡ дин ғилеме онотолоу сәбәпле, был өлкәлә күп кенә һорау, аңлашылмаусанлыҡ, фекер айырмалығы ла килеп тыуа. Ысынлап та, аятта шулай әйтелгән, тип кенә мәсьәләнең айышын дөрөҫ аңламау мөмкин. Һәр хөкөмдөң үҙ ваҡыты, самаһы бар. Мәҫәлән, тоҙ – аш әҙерләүҙә бик кәрәкле компонент. Тик уны сәйгә һалмайҙар, ит тоҙлағанда ла самаһын беләләр. Люстра ла йортто биҙәй. Әммә диуарҙарын күтәрмәй, түшәмен эшләмәй тороп люстра элергә мәшәҡәтләнеү алйотлоҡ билдәһе.

«Юлдаш» радиоһында аҙна һайын эфирға сыҡҡан «Иман» тапшырыуы дин хөкөмдәрен халыҡҡа аңлашылған телдә төрлө миҫал, ғибрәтле яҙмыш аша еткерә, мәсет-мәхәлләләрҙең тәжрибәһе менән уртаҡлаша, көнүҙәк темаларға нәсихәттәр биреп бара. Яманлыҡтан тыйып, яҡшылыҡҡа саҡырыу булған ергә, һис шикһеҙ, уңыштар һәм еңеү килер.

«Иман» тапшырыуын һәр йомала көндөҙгө 11 сәғәт 10 минутта, ҡабатлап шәмбелә 8 сәғәт 15 минутта тыңлағыҙ. Яҙманы интернет-сайтта ла тыңларға мөмкин, адресы – юлдашфм.рф

Морат ЛОҠМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға