«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»



23.11.2018 «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»

Шиғырҙарым минең үҙем
кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта
күңел.
Йомабикә Ильясова.


Шиғриәт ул ижадсы өсөн – күңелен, уның тәрәнлеген, үҙ тәбиғәтен байҡауға юл асҡан серле лә, мөғжизәле лә донъя. «Юлдаш» радиоһы – башҡорт шиғриәтенең гүзәл өлгөләре менән таныштырыусы, тимәк, әҙиптәребеҙҙең күңел даръяларын иңләүсе, уй-кисерештәрен, ғәм-сәмдәрен еткереүсе сығанаҡ. Төрлө эш-мәшәҡәт менән ҡайнап йәшен тиҙлегендәй уҙған аҙна аҙағында, йәкшәмбе иртәһендә беҙҙең тулҡындарға «Шиғриәт минуттары» сыға. Әҙиптәребеҙҙең тыуған көндәре, юбилейҙары айҡанлы үҙҙәре уҡыуында шиғырҙарын тапшырыу – мотлаҡ ҡағиҙәләрҙең береһе. Яңы йыйынтыҡтар сығыу ҙа – шиғри ҡумтабыҙҙы байы­тыу­ға етди сәбәп. Бының менән генә сикләнеү юҡ, маҡсатыбыҙ – шиғриәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән, бәҫен күтәргән һәр әҙиптең ижад емештәре менән ваҡытында таныштырыу, ха­лыҡҡа ысын шиғриәтте еткереү. Артабан был яҙмалар фондыбыҙ хазинаһын байытып, эфир­ҙа ҡабат-ҡабат тапшырыла, нәфис һүҙҙе баһалаусыларҙың танһығын ҡан­дыра.

Быйыл юбиляр шағирәләребеҙ Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлнур Яҡупова һәм Тамара Юлдашеваның яңы шәлкемдәре авторҙар уҡыуында яңғыраны. Салауат Әбүзәр, Риф Әхмәҙиев, Хисмәт Юлдашев студияға килеп, шиғырҙарын уҡыны. Был йәкшәмбелә Тәнзилә Дәүләт­бирҙинаның тауышын ишетер­һегеҙ. Ә 25 ноябрҙә һәләтле йәш әҙибә Рәзилә Ырыҫ­ҡужинаның илһамлы шиғри теҙмәһен тыңларға саҡырабыҙ.

«Шиғриәт минуттары»на һәр йәкшәмбе 8 сәғәт 10 минутта көйләнегеҙ. Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру.

Ф. МӘЖИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға