18.01.2011 Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Асҡын районының Әүәзәй ауылында йәшәүсе оҫта ҡуллы өлгөр хужабикә Рәмилә Ғәлинур ҡыҙы Әбүбәкерова ҡаҙ өмәһе үткәрергә тәҡдим иткәс, уны ҡубыяҙ ауыл хакимиәте башлығы М. Фәйзрахманов менән клуб директоры З. Фәтихова ла хуплай. Боронғо йоланы һаҡлап, өмә-байрам үткәреү уларҙың да күптәнге хыялы була. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ҡаҙ үҫтереүсеһе лә ниндәй бит! Уңғандың да уңғаны, ҡулынан килмәгән эше юҡ! Рәмилә апай бәйләгән бейәләй-ойоҡбаштар кемдәрҙең генә аяҡ-ҡулын йылытмай ҙа, ул сиккән мендәр тыштары, ҡулъяулыҡтар ҡайһы ғына һылыуҙың бирнәһен биҙәмәй икән?!
Ә ҡаҙҙарға килгәндә инде, Рәмилә Ғәлинур ҡыҙының ҡаҙ үҫтермәгән йылы һирәк. Быйыл ул 27 себеш ҡарап үҫтергән.
Әүәзәй ауылы һигеҙ генә йорттан торғанға, ҡайһы йортта икән өмә, тип баш ватырға тура килмәне. «Беҙҙә бөгөн – ҡаҙ өмәһе» тип яҙып эленгән йыйнаҡ ҡына йорттоң ҙур ҡапҡаһы шар асыҡ, хужабикә үҙе ихатала өмәселәргә кәрәк буласаҡ ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе хәстәрләп йөрөй. Өй эсендәге яҫтыҡ-юрғандары элеккесә күпертеп йыйыштырылған карауат өҫтөндәге сигелгән мендәрҙәр, шулай уҡ стеналарҙағы сигеүҙәр хужабикәнең бай күңелле ижади кеше икәнлеген күрһәтә. Рәмилә апай менән бер ни тиклем аралашҡас: «Бәләкәй генә ауылда йәшәп, шундай байрам үткәрергә ҡайҙан көс-дәрт алдығыҙ? Ниндәй ҡөҙрәт менән был ауылдың «уты» һүнмәй?» – тигән һорауҙарыма, ниһайәт, яуап таптым. Хужабикәнең һәр хәрәкәте, һүҙе уның сабырлығы, тормошто һөйөүе, рухи камиллығы тураһында һөйләй. «Байлыҡ та, дәрәжә лә – яҙмыш һынауы. Булған бәхетебеҙҙе юғалтмайыҡ, ҡәҙерен белеп йәшәйек. Тормош асылын аңлаһаң, йәшәү – үҙе ҙур бәхет», – ти ул. ҡайһы берәүҙәр тормошта ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙендәге йылылыҡты, наҙҙы башҡаларға өләшә алмаһа, тормоштан биҙә, үҙ-үҙенә бикләнә. Улар, мейестә янған яңғыҙ утын кеүек быҫҡып ятҡансы, дөрләп яныуҙы хуп күрә. Рәмилә Ғәлинур ҡыҙы ла тап шундайҙар затынан, күрәһең. Хужабикә йортона бер нисә ауылдан туғандары, яҡындары йыйылыуына ҡарап, улар араһында күҙгә күренмәҫ туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәренең ни тиклем көслө икәнлеген дә аңлайһың.
Әүәзәйҙә бөгөн оло йәштәгеләр – сабыр һәм намыҫлы быуын вәкилдәре генә ҡалған. Улар ғүмер буйы тир түгеп, фиҙакәрлек менән Ватаныбыҙҙы күтәргән. Шуға һәр береһе өсөн төҙөгән донъялары, тыуған тупраҡтары изге, ҡәҙерле.
Өмә-байрамды ҡубыяҙ ауыл клубы директоры Зөлфирә Фәтихова үҙенең матур һүҙҙәре, шиғырҙары менән асты. Артабан дин әһеле Асаф бабай Рәжәпов аят уҡып, донъяларҙың имен булыуын, иҫәнлек-һаулыҡ, хәләл ризыҡтар теләне. Хакимиәт башлығы Мөхәмәтйән Мәүлимйән улы быйыл халыҡтың ҡаҙ-өйрәктәрҙе күпләп үҫтереүе, етеш тормошҡа ынтылыуы, борондан ҡаҙ өмәләренең ауылдаштарҙы берләштереүе, йәштәрҙең тап ошонда ололарҙан эшкә өйрәнеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ йола үтәүсе хужабикәнең тырышлығын, балаларын тәрбиәле итеп үҫтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уға артабан да сәләмәтлек, йәшәү дәрте теләп, хеҙмәте һөҙөмтәһе булған ҡаҙҙарының ите тәмле булып, ризыҡҡа яҙһын, тине. Рәмилә апай, үҙ сиратында, хөрмәт итеп өмәгә килеүселәрҙең бөтәһенә лә рәхмәтен еткерҙе.
Беренсе ҡаҙҙы, «Аллаһу әкбәр» тип доға ҡылып, еңел ҡулдан Асаф бабай Рәжәпов салғандан һуң, эш башланып китте. ҡатын-ҡыҙҙар һуйылған ҡоштарҙың муйындарын бәйләп ҡуйып, ҡайнар һыуҙа тотоп алғандан һуң, берәм-берәм ҡаҙ йолҡоусыларға тапшырҙы. Ә уларҙың етеҙ ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәне. ҡайһы берәүҙәр ҡаҙ йолҡоп ҡына ҡалмай, ҡубыяҙ ауыл клубының «Әхирәттәр» фольклор төркөмөнә ҡушылып йырланы ла. Өмәгә килеүселәр бөтәһе лә эш менән мәж килде: берәүҙәр йолҡонған ҡаҙҙарҙың эсен алды, кемдер башын таҙартты, икенселәре ҡаҙ түшкәләрен йыуыр алдынан өтөп, ап-аҡ ҡар менән ыуҙы.
Өмәселәрҙең ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, Тоҙло шишмәгә барыуы матур һәм күңелле күренеш булды. «Әхирәттәр»ҙән Фәнүрә Йосопова, хужабикәгә мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп, юлға ҡаҙ ҡауырһындары һипте. Юл буйы йырҙар йырланды, теләктәр теләнде, ҡайһы бер апайҙар ошо ауылға килен булып төшөп, Тоҙло шишмәгә һыу юлына төшөүҙәрен хәтерләне. Әйткәндәй, Рәмилә апай шишмәне үҙ ҡулдары менән таҙартып тәрәнәйтһә, улы Флүр яйлы итеп баҫма һалып ҡуйған.
Эш бөткәс, өмәлә ҡатнашыусылар өҫтәл артына ултырышты. ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡты, төрлө милли ризыҡтарҙы өмәселәр яратып ауыҙ итте. Йола буйынса, өмәлә һуйылған ҡаҙҙарҙың береһен бешереп, табынға ҡуйҙылар. Зөлфирә Фәтихова, Рәфинә Сәлихова, Рәзилә Низамова, Эльвина Нурдәүләтоваларҙың моңло йырҙары табынға тағы ла йәм өҫтәне.
Хужабикә өмәселәргә, йоланы башҡарып сығырға ярҙам итеүсе клуб хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәтен еткерһә, өмәселәр алдағы йылдарҙа ла ҡош-ҡорттарының ишле булып, ошондай күркәм байрамға тағы ла ауылдаштарын, яҡындарын йыйырға яҙһын, тип теләне.
С. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Асҡын районы.