«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Юлдаш” тәҡдим итә: “Атайсал”



31.10.2018 “Юлдаш” тәҡдим итә: “Атайсал”

“Юлдаш” тәҡдим итә: “Атайсал”
Йәмғиәттә кешеләр бер уй-фекерҙә, тәртиптә, бер ҡалыпта йәшәмәй, улай йәшәп тә булмай. Берәүҙәр үҙенең көсөн сәйәсәттә һынай, гел алғы һыҙыҡта булыуҙы ярата, икенселәр тыныс тормошта ябай көндәлек мәшәҡәттәр менән сабыр ғына көн күреүҙе үҙ итә. Әүҙем гражданлыҡ позицияһында тороусылар йәки, киреһенсә, миңә ҡағылмай, үҙ ҡалыбымда йәшәйем, тиеүселәр ҙә бар. “Юлдаш” радиоһындағы “Атайсал” тапшырыуы кешеләрҙең ана ошондай төркөмдәргә бүленеүен иҫәпкә алмай, һәр кемгә шәхес булараҡ ҡарауҙы хуплай.

“Атайсал” геройҙары күп ҡырлы. Тыуған ауылын ма­турыраҡ итергә тырышыу­сылар, ауылдаштарын эш менән тәьмин итеүселәр, тәбиғәт байлыҡтарын ха­лыҡҡа еткереүселәр һәм башҡалар. Мәҫәлән, Ауыр­­ғазы районынан Марс Ғималетдинов эшсән егеттәрҙе ауыл хужалығы кооперативтарына берләштереүҙе үҙенең бурысы итеп ҡарай; Нури­мандан Ғәлинур Сәлихов урындағы шифалы үлән­дәр­ҙе, аяҡ аҫтындағы байлығыбыҙҙы танытырға тырыша. Әйтергә теләгәнем: тыуған төйәген, ауылын, районын, бер һүҙ менән әйткәндә, атайсалын һәр кем үҙенсә матурыраҡ, күренеклерәк итергә ынтыла, тырышлығы менән башҡаларға үрнәк булып тора.
Ошо көндәрҙә эфирға сығасаҡ сираттағы тапшырыу Белорет районында әҙерләнде. Ғәбдөк ауылы уҡытыусылары, ағи­нәй­ҙәр, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар йәштәрҙе иманға ҡайтарыу, ауылды йәшәртеү, эскелеккә ҡаршы көрәш хаҡында һөйләр, фекерҙәре менән уртаҡлашыр. Атайсал – ошондай­ҙар ҡулында, һеҙҙең, беҙҙең ҡулда.
Һәр шишәмбелә 11 сәғәт 15 минутта “Атай­сал” тапшырыуын тыңлағыҙ. Интернеттағы адресыбыҙ: юлдашфм.ру.

Байтулла ФӘТҠУЛЛИН.ф







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға