«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тапшырыуҙарҙы бергәләп әҙерләйек



25.10.2018 Тапшырыуҙарҙы бергәләп әҙерләйек

Тапшырыуҙарҙы бергәләп әҙерләйек
Сәләм, дуҫтар! Мин – Наҙгөл Сәлихова, «Тамыр» каналының йәш хәбәрсеһе. «Юлдаш» радиоһында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын әҙерләп алып барам. Алып барыусы булыу ҙур хыялым ине, маҡсатыма ирешә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.

«Тау-тау хәбәр» – балалар, үҫмерҙәр, студенттар өсөн шәп, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән тулы булған тапшырыу. Беҙ унда тыңлаусыларыбыҙға Ер шарындағы ваҡиғаларҙы, ил хәбәрҙәрен, Башҡортостан яңылыҡтарын еткерәбеҙ. Тапшырыуыбыҙ һәр аҙнаның дүшәмбеһендә киске сәғәт 8-се 15 минутта тура эфирға сыға. Шулай уҡ һеҙ ҙә беҙгә шылтыратып, шәп яңылыҡтарығыҙҙы һөйләй алаһығыҙ. Сөнки беҙ тура эфирҙа эшләйбеҙ. Әйткәндәй, тура эфирҙан һуң гел дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтам һәм сираттағы тапшырыуҙы ашҡынып көтәм, сөнки тыңлаусылар менән аралашыуҙан илһам алам. Был эш менән шөғөлләнеүем үҙемә бик оҡшай.
Мин яратып эшләгән «Тау-тау хәбәр» тапшырыуынан тыш, «Юлдаш» радиоһында «Тамыр»ҙар әҙерләгән «Зирәк», «Күпер», «Һөнәрсе менән өйрәнсек», «Кластан тыш», «Иләү» тапшырыуҙары бар.
Яңы миҙгелдә был тапшырыуҙарҙың эфирға сығыу көндәрендә үҙгәрештәр булды. «Тау-тау хәбәр», һәр ваҡыттағыса, дүшәмбелә һигеҙенсе ун биш минутта сыҡһа, шишәмбелә бер аҙнала «Зирәк» радиоуйынында ҡатнашһағыҙ, киләһе шишәмбелә рәхәтләнеп «Күпер» тапшырыуын тыңлай, унда барған ҡыҙыҡлы әңгәмәлә ҡатнаша алаһығыҙ. Кесе йомала иһә бер аҙнала «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» тапшырыуын тыңлап, һөнәрҙәр тураһында белһәгеҙ, икенсе аҙнаһында «Кластан тыш» тапшырыуы геройҙары менән танышырһығыҙ. Ә инде «Иләү» тапшырыуы, һәр ваҡыттағыса, кискеһен, 15 минуттан 9 тула тигәндә бәләкәстәрҙе йоҡларға оҙата. Ошо көндәрҙә беҙҙе тыңларға, тура эфирҙа барған тапшырыуҙарҙа ҡатнашырға онотмағыҙ!
«Юлдаш» студияһындағы тура эфир телефоны: 285-77-85.
Дуҫтарым! Әгәр ҙә хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын тиһәгеҙ, маҡсат ҡуйып, уға ирешергә тырышығыҙ! Минең һымаҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға