13.10.2018 «Юлдаш» тәҡдим итә: «Юлдаш»лы кис»
“Юлдаш” радиоһының билдәле девизы – “Беҙ бергә!” Радиобыҙ кескәй генә балаларҙан башлап, үҫмер, йәш кеше, өлкәндәр өсөн дә ҡыуаныс, йыуаныс биргән, көндәлеген биҙәгән дуҫ булыуҙы маҡсат итә.
Әммә интернет киң йәйелгән ваҡытта милләт өсөн хәүефле осор башланды, йәштәр сит мәҙәниәткә әүрәй, радионың да йәш аудиторияһы юғалып ҡалғандай. Был иһә, иртәме-һуңмы, “мин башҡорт балаһы” тигән үҙаңды юғалтыуға килтереү ихтималлығы менән хәүефле.
“Ҡайҙа беҙҙең милләт киләсәгенә битараф булмаған, милли мираҫты үҙ ҡулына алырлыҡ, алдынғы ҡарашлы йәштәр?” – был йәмғиәтебеҙҙе борсоған иң ҙур һорауҙарҙың береһе.
Быйылғы миҙгелдән радио эфирына сыға башлаған “Юлдаш”лы кис” программаһы тап ошондай йәштәрҙе барлауға, төрлөһө төрлө ерҙә йәшәгән, төрлөһө төрлө ҡыҙыҡһыныулы егет-ҡыҙҙарҙы берләштереүгә арнала. Эфир киңлектәрендәге йәнле әңгәмәне Нурия Кинйәбаева һәм Венер Фәйзуллин алып бара, тауыш режиссерҙары уны йәш ижадсыларҙың йырҙары менән биҙәргә тырыша.
Ысынлап та, кемдәр бар һуң йәштәр араһында, улар кемгә эйәрә, кем уларҙың бөгөнгө кумиры? Милләтте донъя кимәлендә танытырлыҡ артистар, эшен асҡан йүнселдәр, сәйәсәт өлкәһендә лидерҙарыбыҙ бармы? Әллә улар һәр нәмәнән сүп эҙләүселәр, һәр ваҡиға арҡаһында тауыш сығарыусылармы, әләм тотоп һәйкәл аҫтына йүгереүҙән артмаймы? Донъя тәгәрмәсе тиҙ әйләнә, ағымда өлгөрҙәр еңә, тимәк, үҙен үҫтереүҙә ныҡ эшләгәндәр генә уңышҡа өлгәшә. “Юлдаш”лы кис” тыңлаусыларҙы шундай йәш геройҙар менән таныштырып бармаҡсы. Әүҙем аралашыуға ҡоролған киске эфирыбыҙҙа ошондай йәштәр һәм халыҡ араһында күпер һуҙырға, фекер алышыу булдырырға тырышасаҡбыҙ. Радио тыңлаусыны иһә ҡыҙыҡлы әңгәмәләрҙең уртаһында булырға, бергәләшеп төрлө һорауға яуап эҙләргә, кистәрҙе күңелле үткәрергә саҡырабыҙ.
Программа киске сәғәт туғыҙҙан унға тиклем һәр дүшәмбе, шаршамбы һәм кесе йомала сыға. Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру. Беҙ бергә!
Нурия