04.10.2018 Радио аша – юрист кәңәштәре
Радиобыҙ үҙ тыңлаусыһының төрлө зауығын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. «Юлдаш»ҡа мөрәжәғәт иткән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт ала. Берәүҙәргә яңы йыр һүҙҙәре кәрәк, икенселәренең яҡындары-туғандарының сабыйҙары тыуыу шатлығы менән уртаҡлашҡыһы, тыуған көндәре менән ҡотлағыһы килә.
Аш-һыу рецептары һораусылар ҙа шылтырата беҙгә. Һәм, әлбиттә, күптәрҙе көнитмешебеҙ, килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдары кеүек ғәмәлдәр ҙә борсой. Эйе, юристарға барып консультация алырға мөмкин. Тик ике мәл. Беренсенән, тыңлаусыбыҙ башлыса ауылда йәшәй. Квалификациялы ярҙам артынан юл үтергә кәрәк. Икенсенән, барыһының да ғәҙеллек-дөрөҫлөк эҙләп йөрөр хәле юҡ. Ошоларҙы иҫәпкә алып, «Юлдаш» радиоһы махсус рубрика булдырҙы. Йәғни борсоған һорауҙарҙы өйҙән сыҡмай ғына еткерергә, яуап-кәңәштәр алырға мөмкин. Ипотека алыу мәсьәләләренән башлап күрше менән мөнәсәбәттәргә тиклем төрлө мөрәжәғәт ҡабул итәбеҙ.
Һәр дүшәмбелә иртәнге 9 сәғәт 32 минутта эфирҙа – «Юлдаш» яуап бирә» (йомала 11 сәғәт 45 сәғәттә – ҡабатлау). Хөрмәтле тыңлаусыларыбыҙ, һеҙҙән килгән һорауҙарҙы даими экспертыбыҙ – адвокат Урал Ишбулатов асыҡлай. Эфирҙа ла яуаптарҙы үҙе үк ишеттерә. Әгәр унан тәғәйен ярҙам, консультация алырға теләһәгеҙ, адресын бирербеҙ. Үҙегеҙ ҙә һорауҙарығыҙҙы «Бәйләнештә» төркөмөндәге һылтанмаларға еткерегеҙ: https://vk.com/topic-4647320 39357461
Бәйтулла Фәтҡуллин, https://vk.com/id90524866 .
«Юлдаш»ты интернет селтәрендә юлдашфм.ру адресы буйынса табырһығыҙ.