«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Телен белмәгән – тамырһыҙ ағас



11.01.2011 Телен белмәгән – тамырһыҙ ағас

Туған тел! Әгәр телемде белмәһәм, үҙемде бәхетле тип әйтә алмаҫ инем. Минеңсә, башҡорт теле – иң матур, иң гүзәл тел, һәм беҙ уны нисек бар шул килеш киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.
Быуаттар буйына бер кемгә лә баш эймәгән халҡым мәңге йәшәйәсәк. Мин быға ышанам. Нисәмә быуат инде тамырыбыҙҙы киҫергә, үткәндәребеҙҙе, телебеҙҙе онотторорға тырыштылар. Ләкин халҡым телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йөрәккә үтеп инерлек йырҙарын һаҡлап ҡала алды. Шағир Р. Бикбаев та ошо турала бына нимә ти:
… Башҡорт илен тотош утҡа сорнап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ ҡалмаған…
Тамырҙарыбыҙ бик тәрәнгә киткән, тик уны белергә кәрәк. Әммә бәғзеләребеҙ телен һатты, тамырҙарына балта сапты. Телен белмәгән кеше тамырһыҙ ағас менән бер – ел ҡайҙа иҫһә, шул яҡҡа ауырға тора…
Әүәл батшалар ҙа башҡорттарҙы баш эйҙерә алмаһа, бер мәл, урыҫлаштырыу сәйәсәтенә еңел генә бирелеп, ғәмһеҙ рәүештә балаларыбыҙҙы телебеҙҙән яҙҙыра, моңобоҙҙан биҙҙерә башлағайныҡ. Шөкөр, бөгөн телебеҙ мәктәптәрҙә өйрәнелә, берәү ҙә ҡала урамдарында башҡортса һөйләшеүҙән оялмай. ҡыҫҡаһы, ғәзиз телебеҙҙе беҙ, йәштәр, һаҡларға тейешбеҙ.

Гөлнәзирә СЕЛӘҮСИНА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға