05.09.2018 Күңелдәргә ҡанат ҡуя һөйөү хистәре...
йәки йырлап ҡына йәшәп буламы?
Ғаилә ҡороу – етди аҙым. Йәшлектәге ҡайнар хисте тормош үҙенең һынауҙары, ауырлыҡтары менән һүндерергә тырышҡанда, ике йәр бер бөтөн булғанда ғына улар һүнмәй ҡала. Ир менән ҡатын бәхетле минуттарҙы ла, ҡайғылы саҡтарҙы ла тигеҙ үтергә бурыслы. Ысын мөхәббәт, мәңгелеккә ҡоролған ғаилә шулай була ла инде.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары – Сөмбөл һәм Ғәйсәр Моратовтар тап ана шундай бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәгән ғаилә лә инде.
Уларҙың матур мөхәббәт тарихы 2005 йылда, Сөмбөл Нефтекама дәүләт филармонияһынан Сибайға эшкә күскәс башлана. Ә Ғәйсәр уны Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгәндә үк күргән була: буласаҡ йырсы яҡташы Баязит Байназаровтың концертында ҡатнаша. Тик ул саҡта егет килеп һүҙ ҡушырға, танышырға батырсылыҡ итмәй. Ә бына моңло тауышлы, баҫалҡы ғына ҡара һылыу ҡыҙ Сибай филармонияһында эш башлағас, улар тәүҙә хеҙмәттәштәр булараҡ, аҙаҡ инде дуҫтарса аралаша башлай. Шаяртырға яратҡан, башҡа егеттәрҙән ярҙамсыллығы, етдилеге, хатта бер аҙ оялсанлығы менән айырылып торған Ғәйсәрҙе Сөмбөл дә оҡшата. Гастролдәр ваҡытында ла ул үҙен ышаныслы дуҫ, хәстәрлекле кеше итеп күрһәтә.
Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәклеген яҡшы белгән егет, оҙаҡ уйлап тормай, һөйгән йәрен ата-әсәһе менән таныштырырға үҙҙәренә алып ҡайта. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Руфина Лотфулла ҡыҙы буласаҡ киленен тәү ҡараштан оҡшата. Танышыуҙарына ярты сәғәт тә үтмәй, улар инде күптәнге таныштар кеүек, көлөшә-серләшә аш-һыу әҙерләй башлай. Һынсыл ҡатын йәшертен генә йәш ҡыҙҙың оҫта ғына итеп ҡамыр баҫҡанын, тиҙ-тиҙ генә манты эшләгәнен күҙәтеп торғас, улына фатихаһын бирә.
– Мин ҡәйнәмдәр менән тиҙ уртаҡ тел таптым да ул, ә бына Ғәйсәр атай-әсәйемдәр менән танышырға килгәс, бер аҙ ҡаушаны. Беренсенән, мин уларға буласаҡ кейәүҙе алып ҡайтыуым хаҡында әйтмәнем. Бөрйән районына гастролгә барғайныҡ, концертҡа тиклем ваҡыт бар, тип беҙҙең ауылға һуғылырға булдыҡ. Икенсенән, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән атай-әсәйемдәр талапсан холоҡло. Мәктәп директоры вазифаһында эшләүсе коммунист атайымды әйтеп тә тораһы юҡ! Хатта үҙем дә ҡурҡып, теҙ быуындарым ҡалтырай башлағайны инде, – тип көлөп хәтерләй Сөмбөл. Нисек кенә булмаһын, егет уй-ниәттәренең етди икәнен аңлатып, ҡыҙҙарына өйләнергә теләүен әйтә. Ә кем һуң үҙ балаһына бәхет теләмәй, бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәштәргә ҡаршы сығыусы булмай.
Әйткәндәй, Ғәйсәр ҙә, Сөмбөл дә зыялылар, уҡымышлылар нәҫеленән. Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында уҡыған саҡта ейәнен башлыса яҙыусы-фронтовик Әмир Моратов тәрбиәләй. Шулай ҙа уның күңеле әҙәбиәткә түгел, ә моңға тартыла. Был йәһәттән ул атаһына оҡшаған (беренсе “Ҡош юлы” гитарала уйнап йырлаусыларҙың фестивалендә гран-при яулаусы Венер Моратовты күптәр беләлер), хәйер, Руфина апай ҙа ауылда һәм балалар баҡсаһында үткән барлыҡ мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай. Ә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф милли өҫтөнлөклө проекты гранты лауреаты Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ривал Рәхмәт улы Баймырҙиндарҙы Бөрйән районында хөрмәтләп, абруйлап ҡына торалар. Ике билдәле нәҫелдең туғанлашыуы юҡҡа түгел, барыһына ла мөхәббәт тигән бөйөк хис сәбәпсе.
Туй шаулап-гөрләп, уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үтеп китә. Һәм, әлбиттә, йәш ғаилә бер бөтөн булып тормош арбаһына егелә. Ә ул көн һайын тигәндәй яңы һынауҙарын ҡуя, мәшәҡәттәр сығара.
– Ғаилә тормошо көн һайын кафеға йөрөү, бүләк ташыу түгел бит ул, тигеҙ генә бармай. Ике мөхиттә үҫкән, ике төрлө тәрбиә алған ир менән ҡатын йәшәй-йәшәй генә бер-береһенә өйрәнә. Беҙ ҙә тәүге осорҙа бәхәсләшеп китә инек, бер нисә сәғәт һөйләшмәй ултырған да булды. Бәлки, кем кемде еңә, тигән уй ҙа булғандыр. Эштә күңелһеҙ ваҡиғалар булһа, төшөнкө кәйеф өйгә эйәреп ҡайта. Быларҙың барыһы ла беҙҙе һынаны. Ваҡыт үтә торғас, ҡайһы ерҙә өндәшмәй ҡалырға икәнен, бәхәс тыуһа, ваҡытында туҡтарға кәрәклеген аңлай башланыҡ, – ти Ғәйсәр Венер улы, ғаилә тормошоноң тәүге йылдары тураһында һүҙ сыҡҡас. – Хәҙер өй йылыһының ни икәнен аңлайым, һәр хәлдә эштәге хәл эштә ҡала, өйгә йылмайып ҡайтып инәм. Ғүмерлек тормош иптәше итеп Сөмбөлдө һайлағаныма үкенмәйем: ул ысын башҡорт ҡатыны. Һәр нәмәне сабыр итеп үткәрә белә, ир һүҙен өҫтөн ҡуя. Аш-һыуға ла оҫта, гастролдәр йыш булыуға ҡарамаҫтан, өйҙө тәртиптә тота.
– Ғәйсәрҙә ир-егеткә хас булырға тейешле барлыҡ сифат та бар, – тип һөйләшеүгә ҡатыны ла ҡушыла. – Олатай-өләсәй тәрбиәһе – ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ, ихтирам, яуаплылыҡ кеүек холҡо миңә ныҡ оҡшай. Йорттағы бар эште лә (ә шәхси йорттоң мәшәҡәттәре һанап бөткөһөҙ) үҙе атҡарып сығырға тырыша. Бала менән өлгөрә алмай китһәм, аш-һыу әҙерләшергә лә ярҙам итә. Йырсы булараҡ, сәнғәттән алыҫ кеше менән тормош көтөүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әгәр ике йырсы дуэт йырлаһа, тамашасылар араһында төрлө имеш-мимеш китә, уларҙы һөйәркә яһап, өйләндереп бөтәләр. Ә миңә Сибай филармонияһының барлыҡ ир-егет солисы менән йырларға тура килә. Ғәйсәр йырҙың сәхнә образы икәнлеген аңлай, хатта тауыш режиссеры булараҡ, ҡайһы бер урындарын хисһеҙ йырлағанһығыҙ, тип тәнҡитләп тә ала.
Бөгөн Моратовтарҙың Кәрим исемле улдары үҫә, эштән дә бәхеттәре бар: профессиональ яҡтан үҫкән шәхестәр. Бала саҡ дуҫтары, туғандары, хеҙмәттәштәре менән аралашып, матур итеп донъя көтәләр. Ғәйсәр шәхси студия асҡан, Урал аръяғы ғына түгел, хатта баш ҡала йырсылары ла унан аранжировка эшләтә. “Сибай ҡалаһы миңә уңыш ҡапҡаһын асты!”– ти Сөмбөл. Был ысынлап та шулай: бер йыл да үтеп өлгөрмәй, ғаилә ҡора, “Ирәндек моңдары – 2006” бәйгеһендә гран-при яулап, машина менән бүләкләнә, тәүге концерт программаларын сәхнәгә сығара, йырсы булараҡ танылыу яулай. Ул беҙгә Ғәйсәрҙең бер кескәй серен дә асты: ире талантлы музыкант ҡына түгел, матур йырлай ҙа икән. Улар хатта “Мәңгегә яратырға” тигән йырҙы ла бергәләп яҙғандар. Тик оялсан егет сәхнәгә сығырға батырсылыҡ итә алмай. Шуғалыр ҙа ул баянсынан тауыш режиссеры булып, пульт артында ултырыуҙы өҫтөн күрә. Һәр хәлдә, тамашасы булараҡ, Моратовтарҙың сәхнә пары булып китеүенә лә өмөтләнеп ҡалам.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.