06.09.2018 "Юлдаш"та - яңы миҙгел!
«Ҡасан эфир тулҡындарында «Иртәнсәккәй тороп» егеттәренең тауышын ишетербеҙ? Филүс, Йәмил, Ғәзизһеҙ иртәләребеҙ күңелһеҙ…» Ошондай хәбәрҙәр беҙҙең «Бәйләнештә» селтәренә ай буйы ағылды. «Иртәнсәккәй тороп» – «Юлдаш» радиоһының иң тыңлаулы проекттарының береһе. Алып барыусыларҙың шаянлығы, һәр ситуациянан сыға белеүе, эрудицияһы, аудиторияны яҡшы тойоуы халыҡты йәлеп итә лә инде. Шуға ла ошондай хәбәрҙәрҙең йыш килеүенә бер ҙә аптырайһы түгел.
Йәйге ялдар тамам. «Беҙ бергә» тигән девизыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, «Юлдаш»тар эфирҙың яңы миҙгелен аса. Радиобыҙҙың төп йүнәлеше үҙгәреш кисермәне. Йәғни «Юлдаш» элеккесә мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы булып ҡала. Шулай ҙа тапшырыуҙар теҙмәһендә яңылыҡтар байтаҡ. Эфирҙы, ғәҙәттәгесә, өс сәғәтлек «Иртәнсәккәй тороп» күңел асыу программаһы башлай. Төп маҡсаты – юлдаштарыбыҙҙы яңы көнгә, яҡшы кәйефкә көйләү. Тыңлаусыларыбыҙ яңы миҙгелдә лә ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр ота ала. Уларҙы «Һүҙалыш», «Әгәр ҙә мәгәр», «Әйтмә һүҙ», «Тиҫкәре», «Боҙоҡ патефон», «Һаҡҡолаҡ» исемле яңы уйындар көтә. Ҡайһы бер рубрикалар төшөп ҡалһа, «Көн тарихы», «Ғибриәт-ғибрәтле шиғриәт», «Юлдаш яуап бирә», «Мөхәббәттән йырҙар ҡала» кеүек яңылары барлыҡҡа килде. «Китап донъяһы», «Сәләмәт булайыҡ» «Атайсал», «Йәшәү йәме», «Көтмәгәндә-уйламағанда», «Иман» кеүек үҙ урындарын ышаныслы тотҡан тапшырыуҙарҙы быйыл да ишетерһегеҙ. Күптәрҙең радионы ил-донъя хәлдәре тураһында хәбәрҙар булыу өсөн тыңлауы сер түгел. Беҙҙең эфирҙа яңылыҡтар һәр сәғәт башында яңғырай, киске сәғәт һигеҙҙә – йомғаҡлау сығарылышы.
Көндөҙгө икенсе ун минутта – төшкө ял, йәнле аралашыу ваҡыты. Эш көндәрендә тыңлаусыларыбыҙҙы «Самауыр янында», шәмбе-йәкшәмбелә «Ял итәйек бергәләп» тапшырыуҙарында көтәбеҙ. Әйткәндәй, самауырҙы быйыл йәнә бер яңы алып барыусы «ҡайнатасаҡ».
«Асыҡ студия» программаһы, һәр саҡтағыса, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси һәм социаль мәсьәләләргә бәйле һөйләшеүгә ҡорола. Ул эш көндәрендә киске сәғәт 7-се 15 минутта тура эфирҙа бара.
Шулай уҡ эфирыбыҙҙы йырҙар менән байытыуға «Юлдаш» та – яңы йыр» рубрикаһы үҙ өлөшөн индерә. Шишәмбе, кесе йомала һәм шәмбелә йыр премьералары сыға. «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Атайым тураһында һөйләгеҙ», «Башҡорттар», «Мәскәү һөйләй» сығарылыштарын быйыл шәмбе көнө түгел, ә кесе йомала тыңларһығыҙ. Йәмғиәттәге киҫкен проблемаларҙы күтәргән «Махсус репортаж»ды «Юлдаш» эфирында айына бер тапҡыр шаршамбыла тыңлай алаһығыҙ. Башҡортостан республикаһының 100 йыллығын ҡаршылап, көн һайын «Аҡлы-ҡаралы юлдар. Матбуғатта – Республика тарихы» тип исемләнгән рубрика эфирға сығасаҡ. Шулай уҡ һәр шишәмбелә «Тыуған илкәйемде данлайым» сығарылышында шағирҙарыбыҙ үҙ шиғырҙарын уҡыр. Айына бер тапҡыр тарихыбыҙҙағы аҡ таптарҙы асыҡлар махсус тапшырыу ҙа әҙерләйбеҙ. Бының өсөн республика архивтарында ентекле эш алып барыла.
Бына шулай, тыңлаусыларыбыҙ менән бергәләп, моңло йырҙар, файҙалы мәғлүмәттәр аша эфир тулҡындарында үҙ юлыбыҙҙы ярабыҙ. Хәйерле булһын бергә барыр юлыбыҙ!
Ленария Ямалетдинова.