10.08.2018 Ҡайҙа һеҙ, “Һылыуҡай”ҙар?
Йыл һайын республика кимәлендә үткәрелгән “Һылыуҡай” гүзәллек бәйгеһе Башҡортостан сәнғәтенә бик күп шәхес бүләк итте. Сәхнәнең ылыҡтырғыс көсөн һәм тамашасылар алҡышын тәүләп ошонда татыған ҡыҙҙарҙың күбеһе тормошон сәнғәткә арнаны. Ысынлап та, башҡорт ҡыҙҙарының сибәрлеген генә түгел, талантлы һәм булдыҡлы булыуын да иҫбатланы улар. Гөлдәр Ишҡыуатова, Рушана Бабич, Эльмира Юлдашева, Земфира Байбулдина, Аида Әхмәтова... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә булыр ине, моғайын. Шулай уҡ заманында талантлы ҡыҙҙар берләшеп, “Сер”, “Һылыуҡай”, “Һомай” төркөмдәрен дә ойоштороп ебәргәйне. Береһенән-береһе сибәр, һомғол, нәзәкәтле ҡыҙҙар күпме егетте йоҡоһонан яҙҙырҙы икән?! Бөгөн “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына “Һылыуҡай” төркөмө тарихын бәйән итәбеҙ.
2003 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн махсус курс йыйыла. Унда егермегә яҡын талантлы студент белем ала башлай. Улар араһынан Асия Шаһмина, Неля Ключарева, Юлиә Насибуллина яҡын әхирәттәр булып китә. Сәнғәт серҙәрен сисергә ярҙам иткән ҡыҙыҡлы дәрестәрҙән һуң улар курсташтары менән бергәләшеп концерттарға, спектаклдәргә йөрөй, үҙҙәре өсөн байрамдар ойоштора. Һәм, әлбиттә, ҡыҙҙар Линара Рауил ҡыҙы Таһирова етәкләгән “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнә. Йәштәр ижад, сәнғәт хаҡында йыш ҡына әңгәмә ҡора, бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа була. Шулай бер һөйләшеп ултырғанда, курсташтары Илшат Фәхретдинов ҡыҙҙарға үҙе ижад иткән, аранжировка эшләгән композицияны тыңлата. Башҡорт эстрадаһында яңғыраған йырҙарҙан айырылып торған дәртле көй ҡыҙҙарҙың күңелендә уйылып ҡала. Эстән генә көйләп йөрөй торғас, Асия уға тап килеп торған йыр ижад итә һәм әхирәттәренә йырлап күрһәтә. Тап шул мәлдә уларға төркөм төҙөп, бергәләп сығыш яһарға тигән идея килә. Илшаттың композицияһы яҙылған диск ҡыҙҙарҙа була, улар бер нисә көн репетиция үткәргәс, студияға барып, “Өс тарих” йырын яҙҙыра. Йәшлек дыуамаллығы менән аранжировка авторынан рөхсәт һорарға ла оноталар. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, егет төркөмгә асыу һаҡламай, бары тик был йыр бик популяр булып киткәс, гел генә төрттөрөп алыр була: “Минең арҡала “йондоҙ” булыуығыҙҙы онотмағыҙ!”
Ысынлап та, йыр ҙа, төркөм дә бик тиҙ танылыу яулай. Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн уҡытылған махсус төркөм булараҡ, студенттар һәр тамашаға тиерлек йәлеп ителә. Шундай концерттарҙың береһендә “Һылыуҡай” (исемде Линара Рауил ҡыҙы тәҡдим итә) төркөмө беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ҡыҙҙар уға бик етди һәм күңел һалып әҙерләнә: бер иш күлдәктәр тектерә, йырға махсус бейеү әҙерләй. Күлдәк тигәндәй, Асияның апаһы, билдәле йырсы Рәүилә Мәсәлимова уларға үҙенең күршеһен – Люциә апайҙы тәҡдим итә. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар ныҡлы әҙерлек менән сәхнәгә сыға һәм башҡорт эстрадаһы өсөн оло яңылыҡ була. Йәштәр өсөн ойошторолған барлыҡ дискотекала, филармонияла үткән концерттарҙа төркөмдөң сығышы көтөп алына. “Һылыуҡай” конкурсы мотлаҡ улар башҡарған йыр менән биҙәлә. Яңы йырҙар яҙыла, сығыштар арта бара. “Йәшлек-шоу” фестивале дүрт йыл рәттән “Һылыуҡай” төркөмөн сығыш яһарға саҡыра. “Асыш”, “Өмөт”, “Йыл төркөмө” номинациялары менән билдәләй, республика буйлап гастролдәр ойоштора. Ә район-ҡалаларҙа ҡыҙҙар менән танышырға теләгән егеттәр гөлләмәләр, бүләктәр тотоп, концерттан һуң уларҙы һағалай. Концертты ойоштороусыларҙың уларҙы ҡыуып, әрләп хәле бөтә. 3-сө курста гастролгә йыш йөрөп, ҡыҙҙар дәресте күп ҡалдыра. Ошо сәбәпле, хатта уҡыуҙан да ҡыуыла яҙалар. Яҡшы уҡыуҙары, талантлы булыуҙары ғына һаҡлап ҡала. “Башҡаса йөрөмәйбеҙ”, – тип һүҙ биргән “Һылыуҡай”ҙар бер аҙға тынып тора ла, ҡабат яратҡан шөғөлөнә тотона.
Махсус музыка белеме булған Неля әхирәттәрен дөрөҫ йырларға өйрәтһә, башҡорт телен һыу кеүек эскән Асия йыр текстары өсөн яуаплы була. Ә Юлиә төркөмдөң имиджын, сәхнә стилен булдыра. Студенттарҙың кеҫәһе һай булыуы һәр кемгә билдәле, ә оҫта ҡыҙ арзанлы ғына джинсы салбарҙарҙы, ябай күлдәктәрҙе үҙенсәлекле итеп биҙәп, матур сәхнә костюмы әҙерләй. Буласаҡ артистарҙы телевидение хеҙмәткәрҙәре лә ярата. “Байтус” тапшырыуы өсөн төшөрөлгән махсус фильмдарҙа ҡыҙҙар инглиз теле уҡытыусылары, лагерь вожатыйҙары ролдәрен башҡара, махсус йырҙар яҙҙыра. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған “Гәлсәр һандуғас” тапшырыуы аша ла ҙур танылыу яулайҙар.
Бына шундай мәшәҡәтле һәм әүҙем, әммә күңелле ваҡиғалар менән студент йылдары үтеп тә китә. 2007 йылда ҡыҙҙар ҡулдарына диплом алып, сәнғәт өлкәһендә эш башлай. Мәшәҡәттәр арта, сығым да күбәйә. Яңы йырҙар яҙҙырыу, репетициялар яһау өсөн ваҡыт етмәй башлай. Шулай итеп, төркөм тарҡала. 2008 йылдың сентябрь айында, “Сәләм, студент!” дискотекаһында ҡыҙҙар бергәләшеп һуңғы тапҡыр сығыш яһай.
Юлиә Насибуллина-Абрарова бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы актрисаһы, бер бала әсәһе. Тамашасылар уны “Три сестры”, “Морозко”, “Оскар” һәм башҡа спектаклдәр аша белә. Ә Неля Ключарева Америкала йәшәй, һуңғы йылдарҙа ижад менән шөғөлләнмәй. Тыуған яғына һирәк ҡайта, әммә ҡайтҡан саҡта мотлаҡ ҡыҙҙар менән осрашырға ваҡыт таба. Асия Шаһмина иһә “Тамыр” телестудияһында эшләй. Әйткәндәй, ҡасандыр үҙҙәре ҡатнашҡан “Йәшлек-шоу” фестиваленең режиссеры, “Һылыуҡай” конкурсының телевизион контент продюсеры, гимн авторы. 2015 йылда “Гәлсәр һандуғас” конкурсында айырым йырсы булараҡ үҙ көсөн һынап ҡарай. Ире Динар менән Асҡар исемле ул үҫтерә. Динар менән дә Асияны “Һылыуҡай” төркөмө таныштыра, егет ҡыҙҙарҙың сығышы ваҡытында уға ғашик була.
2000 йылғылар үҙҙәренең йәшлек йырҙарын һағынып, ҡыҙҙарҙы концерттарҙа сығыш яһарға саҡырһа ла, улар баш тарта:
– Тормош бит матур мәлдәрҙән тора. Беҙҙең дә шулай өсәүләшеп, йәшлек амбициялары менән, үҙебеҙҙе “йондоҙ” тип тойоп сығыш яһауыбыҙ ҙа бер мәл генә булды. Нисек кенә теләһәк тә, ул саҡтарҙы кире ҡайтарып булмай. Беҙ инде үҫтек, донъяға ла, ижадҡа ла ҡараш үҙгәрҙе. 10 – 15 йыл элек йырлаған йырҙар бөгөнгө асылыбыҙға тап килмәй. Әммә әленән-әле йәш йырсылар ул йырҙарҙы һағынып, башҡарыу өсөн рөхсәт һорай. Ә бына йәш ҡыҙҙарҙан төркөм төҙөп, уларға эстраданы яуларға ярҙам итер инек, – ти “Һылыуҡай”ҙар.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.