«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Самауыр янында” йыйылығыҙ



31.07.2018 “Самауыр янында” йыйылығыҙ

“Самауыр янында” йыйылығыҙ
Йәй – шифалы үләндәр әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Башҡортостанда үҫкән ҡырағай үҫемлектәрҙең ике йөҙҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланылыуы билдәле.
Һуңғы осорҙа шифалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны артыуын күҙәтәбеҙ. Күптәр һатыу сәйенә ҡарағанда үлән сәйҙәрен өҫтөн күрә. Йәйен самауырҙарға ла “эш” күбәйә. Сәхрәлә туғандар, дуҫтар менән йыйылып сәй эсеүҙәр ойошторола. Йырлы самауыр ихаталағы йәки баҡсалағы өҫтәлдәргә менеп ҡунаҡлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәмле йәйҙе самауырһыҙ, хуш еҫле үлән сәйенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәйҙең ошо һәм башҡа йәмдәрен татып ҡалыу теләге беҙҙең тыңлаусыларҙы радионан бер аҙ ситләштерә, әлбиттә. Әммә был “Юлдаш”ты тыңламайҙар тигәнде аңлатмай. Бары тик тура эфирға шылтыратыусылар, әңгәмәлә ҡатнашыусылар һаны ғына бер аҙ кәмей. Төш ваҡытында эфирға сыҡҡан “Самауыр янында” тапшырыуында күтәрелгән темаларға ҡарата үҙ фекерен тыңлаусыларыбыҙ яҙма рәүештә WhatsApp (әйткәндәй, уның һандары: 8-937-167-54-66) аша еткереүҙе ҡулай күрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, студия менән элемтәгә баҡсанан, юлдан, көтөүлектән, умарталыҡтан, бесәнлектән, еләклектән дә сығалар. Тоғро дуҫтарыбыҙҙың ялда ла яратҡан радиоһынан айырылмауы ҡыуандыра. Аҙнаһына биш тапҡыр, дүшәмбенән йомаға тиклем, беҙ улар өсөн “Самауыр” ҡайнатабыҙ. Төшкө табында йәйге ял, миҙгел мәшәҡәттәре менән бәйле темалар күтәрелә, ҡунаҡтар саҡырыла. Бер үҡ ваҡытта яңы ижади миҙгелгә лә әҙерлек бара.
Сентябрҙә дуҫтарыбыҙҙы “Самауыр янында” тағы ла бер алып барыусы сәләмләйәсәк. Тапшырыу буйынса теләк-тәҡдимдәр ҡабул итәбеҙ. Электрон почта: guzelzaripova79@mail.ru. Рәхим итегеҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға