«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ике йондоҙ” осрашыуы



24.07.2018 “Ике йондоҙ” осрашыуы

“Ике йондоҙ” осрашыуы
“Ике йондоҙ” тапшырыуының хикмәте шунда – уны беҙ күнеккәнсә радио хеҙмәткәрҙәре түгел, ә студияға ҡунаҡ дәрәжәһендә килергә өйрәнгән билдәле шәхестәр үҙҙәре ойоштора. Уларға үҙенсәлекле бурыс йөкмәтелгән: халыҡты бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой, йәшәйешебеҙҙе ниндәй йүнәлештә дөрөҫ итеп алып барырға, тормошта килеп сыҡҡан теге, йәки был сетерекле хәлдәрҙән нисек лайыҡлы, үрнәкле сығыу юлдарын табырға тигән һорауҙарға яуап эҙләү. Фәһемле әңгәмәләребеҙ байтаҡ тупланды ла инде.

“Ике йондоҙ” тапшырыуына тиҙҙән ике йәш тула. “Бәләкәй” генә булыуына ҡарамаҫтан, тыңлаусылар йөрәгенә юл таба алды ул. Статистик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә лә, ябай халыҡты йондоҙҙарҙың тормош-йәшәйеше, уларға ҡағылған төрлө хәлдәргә фекерҙәре ҡыҙыҡһындыра. Ә тапшырыуҙа ҡатнашыусылар тормош тәжрибәһе, белгәне менән ихлас уртаҡлаша. Микрофон алдында баҙап ҡалғандары ла бар, әммә һүҙгә һүҙ ялғанып, әңгәмә һәр саҡ кәрәкле йүнәлеш ала, уның барышында төрлө ҡыҙыҡлы факттар асылып ҡуя.
Әйткәндәй, “Ике йондоҙ” тапшырыуында тағы ла кемдәрҙе күрергә, ишетергә теләр инегеҙ? Хаттар, шылтыратыуҙарығыҙ менән беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Адре­сыбыҙ: Өфө, Ғафури урамы, 9/1. “Юлдаш” радиоһына, интернет мөмкинлектәрен ҡулланырға күнек­кәндәр авторҙың шәхсән битенә инеп яҙа ала.
“Ике йондоҙ” тапшырыуын “Юлдаш” радиоһы тулҡындарында йәкшәмбе 10 сәғәт 10 минутта һәм 20 сәғәт 10 минутта тыңлағыҙ.

Зилиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға