«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яҙмышында ил тарихы булғандар тураһында “Юлдаш”ҡа яҙығыҙ



18.07.2018 Яҙмышында ил тарихы булғандар тураһында “Юлдаш”ҡа яҙығыҙ

 Яҙмышында ил  тарихы  булғандар  тураһында   “Юлдаш”ҡа  яҙығыҙ
Һәр кемебеҙҙең күңелендә онотолғоһоҙ хәл-ваҡиғалар йәшәп, йылдар үткән һайын тоноҡлана бара, йә сағыу төҫтәре ҡала. Ил кимәлендә булғандарының да ғорурланырлыҡ та, йәйғорҙай балҡығандары ла күп.
Мәҫәлән, 2019 йылда Башҡор­тостан халҡы Башҡорт Совет Автономияһының 100 йыллығын билдәләргә йыйына. Билдәле булыуынса, 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәте автономияны төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Ошо килешеүҙе төҙөүгә һәм илебеҙ үҫешенә күп көс һалған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән республикала ла, унан ситтә лә киң эш йәйелдерелде. Башҡор­тостанда иғлан ителгән “100 шәхес” проекты – быға асыҡ дәлил. Шуныһы үҙенсәлекле: ана шул йөҙ кешене һәр районға үҙ ерендә булдырып, уны китап итеп баҫтырып сығарыу яҡшы. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышын бөтә республика, сит төбәктәр әүҙем тыңлаған “Юлдаш” радиоһында телгә алыу ҙа зарур.
БАССР тарихын бик төплө өйрәнгән һәм уны халҡыбыҙға еткереү өсөн ғәйәт ҙур эш башҡарған билдәле тарихсылар, башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар бар. Сара һәм кәңәшмәләрҙә уларҙың сығышын тулҡынланып тыңлайбыҙ, ҡатнашабыҙ, яҙып алабыҙ. Оло быуын вәкилдәре аша быуындан-быуынға һаҡланған хәтирәләрҙе еткерергә ашығабыҙ. Исемдәре әҙ билдәле йә бөтөнләй асылмаған, өйрәнелмәгән шәхестәребеҙҙе барлауҙы күмәк көс менән атҡарайыҡ. Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә һәр төбәк хәл иткес роль уйнаған. Зәки Вәлидиҙең көрәштәштәре Хәбибулла Ғәбитов, Шаһишәриф Мәтинов, Мөхәмәтйән Булатов, Шәмсетдин Ғафаров, Хажиәхмәт Унасов һәм башҡаларҙы халыҡҡа еткереү, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡараһы бар әле.
Иҫ киткес бай тарихы менән бөйөк милләтебеҙ. Ана шул данлы үткәнебеҙҙе онотмай, халҡыбыҙҙың аҫыл улдары һәм ил ҡыҙҙарының изге эшен артабан дауам итеү – һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Ул бурыс телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлауға, рухлы быуын тәрбиәләүгә бәйле. Милләттең киләсәген нәҡ яңы быуын билдәләй. Ә яңы быуынды беҙ бергәләп тәрбиәләйбеҙ. Данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙарының исемлеген тулыландырыуҙы киң йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән берлектә күмәк көс менән атҡарып сығыу мөһим.
Теләк һәм тәҡдимдәрегеҙҙе “Бәйләнештә” сайтындағы https://vk.com/uldash_fm, шулай уҡ https://vk.com/club115778612 төркөмөнә ебәрә алаһығыҙ. “Юлдаш” радиоһына яҙырға мөмкин.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1-се йорт.

Венера СИТДИҠОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға