«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бейеүсе булырға теләгән актер



10.07.2018 Бейеүсе булырға теләгән актер

Бейеүсе булырға  теләгән актер
Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһен үҙ итеүселәргә Айгөл ЗӨБӘЙҘУЛЛИНАның исеме яҡшы таныш. Ҡара һылыу актриса ике тиҫтәнән ашыу роле менән бик күп тамашасыны үҙенә әсир иткән. Бөгөн талантлы ханым менән тормош юлы һәм ижад хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Айгөл Шәкүр ҡыҙы, ҡайһы яҡ таланты булаһығыҙ?
– Ғафури районының Үзбәк ауылында, сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫтем. Ете балалы ғаиләнең иң төпсөк һәм иркә генә ҡыҙы инем. Әсәйем бик матур бейей торғайны, ә атайым матур йырланы. Йәш саҡтарында ауылдағы барлыҡ концертта-спектаклдә ҡатнашып йөрөгәндәр. Үҫә килә беҙ, балалары, уларҙы алмаштырҙыҡ. Бала саҡтан бейергә яраттым. Сәхнәнән төшмәнем, тип әйтер инем үҙемде.

– Тимәк, шул саҡта уҡ артист булырға хыялландығыҙ?
– Бейеүсе булырға теләнем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә уҡырға ингәйнем. Тик һуңғы мәлдә Өфөгә, бер туған апайымдар, ағайымдар янына барғым килде. Иркә бала булыуым шул ваҡытта үҙен һиҙҙерткәндер инде. Институттарға, педагогия училищеларына ҡабул итеү тамамланған, ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалдым. Буш ятмаҫ өсөн генә 17-се һөнәрселек училищеһында, ашнаҡсылар әҙерләү курсында уҡый башланым. Бер йылдан, уҡыуҙы тамамлағас, район үҙәгенә эшкә урынлашырға булдым. Тап шул саҡта ауылдашым, популяр композитор Рәмил Ғимранов әсәйемдәргә: “Стәрле­тамаҡта яңы театр асылды, махсус курс йыябыҙ. Айгөл мотлаҡ мәҙәниәт техникумына имтихандар бирергә килһен”, – тип әйткән. Тәүҙә был саҡырыуҙы етди ҡабул итмәнем, шулай ҙа август айында барып имтихандар тапшырҙым. Конкурс ҙур ине, бер урынға 7 – 8 кеше дәғүә итте. Яҙмышыма театр сәнғәте яҙылғандыр, күрәһең, бәхет йылмайып, студенттар исемлегенә инеп киттем.

– Уҡыуы ауыр булдымы?
– Хәҙер еңел булған кеүек тойола. Әммә ҡабул ителгән 19 студенттан тик дүртәүебеҙ генә диплом алды. Кемдер тәүге курстан, кемдер диплом алдынан китте. Уҡыуы еңел булһа, китмәҫтәр ине, моғайын. Минең күңелемдә ул йылдар күңелле мәл булып хәтерҙә ҡалды. Данлыҡлы актер, режиссер, драматург Илшат Хәлил улы Йомағолов беҙҙе үҙе уҡытты. Беҙ бала саҡта телевизор артыҡ күрһәтмәне, әммә һәр ваҡыт радио тыңлай инек. Илшат ағай уҡыған радио­постановкалар­ҙы тыңлап, тауышына һоҡланып үҫкәйнем. Тағы ла яратҡан артистар Хәмит Яруллин, Флорид Бакиров уҡытты.

– Театр һеҙҙе, йәш артистарҙы, нисек ҡабул итте? Тәүге ҙур ролегеҙ диплом спектаклендә булдымы?
– Диплом спектаклендә ролем булманы, сөнки партнерым әрме хеҙмәтенә саҡырылды. Иван Карпенко-Карыйҙың “Бәхетһеҙ мөхәббәт” спектаклендә бәләкәй генә роль – ләститсе ҡыҙҙы уйнаным. Ә тәүге ҙур ролем театрға эшкә килгәс булды. “Йософ һәм Алмаҡай” әкиәтендә Алмаҡай ине ул, 1995 йылда уның менән “Ҡолонсаҡ” фестивалендә лә ҡатнаштыҡ.
Студент йылдарында уҡ беҙҙе Стәрлетамаҡ театрының “Париж башҡорто”, “Ричард” кеүек спектаклдәрендә күмәк сәхнәлә ҡатнаштыра торғайнылар. Шуғалыр ҙа беҙҙе күреп, белеп йөрөгән билдәле артис­тар эшкә килгәндә бик йылы ҡаршыланы. Яңы ролдәрҙе сығарғанда ла, гастролдәр мәлендә лә кәңәштәре менән ярҙам иттеләр.

– Бейеүсе булырға тигән хыялығыҙ тормош­ҡа ашмағанға үкенәһегеҙме?

– Әгәр минең күңел төпкөлөмдә театр сәнғәтенә мөхәббәт булмаһа, уҡыуҙы тамамлай алмаҫ инем, моғайын. Тамамлаған хәлдә лә, 23 йыл буйы һөнәремә тоғро ҡалмаҫ инем. Театр факультетында уҡый башлағас, бейеү бүлегенә күсеү тураһында һораша башлағайным, режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова: “Театрҙа ла бейергә була бит!” – тип өгөтләп алып ҡалды. Ысынлап та, бик күп концертта ҡатнашырға тура килде. Элек театр труппаһы менән концерттар ҙа ҡуя инек бит, бейенем дә, алып барыусы ла булдым. Хатта Санкт-Петербург, Краснодар, Төркмәнстан сәхнәләрендә лә бейергә тура килде.

– Ағайығыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин менән бер-берегеҙҙең уйнағанын ҡарайһығыҙмы?
– Юҡ тип әйтергә лә була. Ул мине театр сәхнәһендә бер генә тапҡыр күрҙе шикелле. Ул – Сибай театрында, мин – Стәрлетамаҡта. Беҙ башлыса ауылда йә ҡунаҡта осрашабыҙ. Бейегәнемде бала саҡтан яратты, мәҙәниәт йортонда эшләгәндә ул гармунда уйнар, мин бейер инем. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына ингәнемдә Юнир ағай сәнғәт институтының һуңғы курсында уҡый ине. Йәшлек менән унан кәңәш һорарға ла уйламағанмын. Хәйер, ул, бөтә йәне менән сәнғәткә ғашиҡ кеше, артист булма, тип әйтмәҫ ине.

– Һеҙ актер булараҡ асылып бөттөгөҙмө? Ниндәй ролде уйнарға хыялланаһығыҙ?

– Кеше йәшәй-йәшәй аҡыл туплаған кеүек, актерҙар уйнай-уйнай оҫтара бара. Шуға күрә үҙемдең талантымды тамашасыға тулыһынса асып еткермәгәнмендер, тип уйлайым. Әлбиттә, байтаҡ ролдә уйнаным, төрлө режиссер менән эшләнем, зарланырлыҡ түгел. Артабан да шулай дауам итһен ине, тип теләйем. Әле күптән түгел ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабәковтың “Транзит пассажир” пьесаһын яратып уҡыным. Ундағы хужабикә ҡатын ролен уйнағым килә.

– Ижадта дуҫлыҡ, әхирәтлек бармы ул? “Театр – интригалар донъяһы” тигән хәбәр ысынмы?

– Башҡа театрҙарҙы белмәйем, әммә, Аллаға шөкөр, беҙҙә ундай нәмә юҡ. Бала саҡтан дуҫтарым күп булманы, һыналған һәм һайланғандар менән генә сер бүлештем. Театрҙа барыһы менән дә һәйбәт мөнәсәбәттәмен, ә әхирәтем Гөлнара Йәрмиева менән бергә уҡыныҡ, бергә эш башланыҡ. Көнләшеү тигән нәмә арабыҙҙа булманы, уның талантына һәр ваҡыт һоҡланам.

– Яҙмышҡа ышанаһығыҙмы?

– Яҙмыш кешенең алдына бер нисә юл һала, ә ҡайһыһын һайларға икәнен кеше үҙе хәл итә. Ваҡытында миңә дөрөҫ юл һайларға мөмкинлек биргән, театр юлынан китергә булышлыҡ иткән атай-әсәйемә, Рәмил ағай Ғимрановҡа, талантым барлығына ышанған уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Һәм, әлбиттә, эшемде аңлаған, терәк-таяныс булған иремә. Уларҙың ярҙамы менән мин бөгөнгө уңыштарымды яулай алдым.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл Шәкүр ҡыҙы! Киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.

Бейеүсе булырға  теләгән актер







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға