«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Нәфис һүҙ күңелдәрегеҙҙе саф шишмәләй һуғарыр



04.07.2018 Нәфис һүҙ күңелдәрегеҙҙе саф шишмәләй һуғарыр

Нәфис һүҙ  күңелдәрегеҙҙе  саф шишмәләй  һуғарыр
«Юлдаш» радиоһында йәмле йәй айҙарында эфирға сығасаҡ «Әҙәби уҡыуҙар» һәм «Шиғриәт минуттары» тапшырыуҙарына иғтибар итәйек. Улар, тәү сиратта, халыҡ күңелен күтәрерлек әҫәрҙәр булыуы менән ҡиммәт. Араһында Башҡортос­таныбыҙҙың хозур тәбиғәтен данлаған хикәйә-повестар, йәйге мажараларҙы иҫкә төшөргән радиоспектаклдәр, лирик йылылыҡ менән һуғарылған шиғырҙар бар.
Н. Асанбаевтың «Һыу юлы» комедияһы, Н. Игеҙйәнованың «Аҡҡош йыры», Р. Камалдың «Ҡунаҡ малай» Т. Ғәниеваның, Р. Ғәлимованың шиғри шәлкеме йылы тойғоларға, яҡты хистәргә сорнаясаҡ.
«Әҙәби уҡыуҙар»ҙа Р. Солтан­гәрәевтың «Буш ҡәбер», И. Диҡҡәттең «Ырыу ҡошо – торна» кеүек ғәмһеҙҙәрҙе уйландырыр әҫәрҙәр ҙә етерлек. Улар тормош асылын, кеше булмышын нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Ә И. Кин­йәбулатов, Ә. Әхмәтхужин, Ф. Бү­ләков һәм башҡалар «Шиғриәт минуттарында» урын аласаҡ поэтик юлдары илде ҡурсыған ил ағалары һүҙе кеүек ҡабул ителеүенә өмөт итә.
Ғәҙәттәгесә, әҙиптәребеҙҙең тыуған көнө уңайынан эфирға сығыр әҫәрҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡыр ҡаҙы», Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың «Мәңгелек йыр», Зөһрә Фәйзуллинаның «Ымһыныу» һ.б. Үрҙә аталған эпик әҫәрҙәрҙе дүшәмбенән алып кесе йомаға тиклем (киске сәғәт 9 тула 35 минутта) таныл­ған артистарыбыҙ И. Ғәзет­динова, И. Ғүмәров, С. Хәкимова, С. Буранбаева һәм башҡалар, ә шиғриәт емештәрен йәкшәмбе һайын (сәғ. 8.10) авторҙар уҡый. Музыкаль яҡтан биҙәүселәр – ре­жиссерҙар Гөлнур Моталлапова һәм Рәмилә Ҡужина. Эфир аша яңғыраған нәфис һүҙ йәйге селләлә сарсаған күңелдәргә саф шишмә һы­уылай барып етер, тигән өмөттәбеҙ.

Ә. МУЛЛАҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға