29.06.2018 Һүҙ тамыры тәрәндә
Йәйҙең йәмле көндәренә йәм өҫтәп, “Юлдаш” радиоһында милләт рухы булған туған телебеҙҙең камиллығы, байлығы тураһында телсе-ғалимдарыбыҙ, белгестәр ҡатнашлығында “Рухиәт” тапшырыуының сираттағылары яҙылды. Был яҙмаларҙың әһәмиәте бик ҙур, уларҙың һәр ҡайһыһы уҡыу әсбабы булырҙай.
Халҡыбыҙ иң боронғоларҙан һаналып, туған телебеҙҙең дә тамыры тәрәндә, ҡөҙрәте лә сикһеҙ. Һүҙ ҡөҙрәтен һәм тылсымын раҫлап, “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы” тигән халыҡ мәҡәле киң таралған. Бер һүҙ менән кешенең күңелен иретергә лә, йөрәген әрнетергә лә мөмкин. Хатта илдәр араһындағы хәл- ваҡиға, мөнәсәбәттәрҙе лә һүҙ ҡөҙрәте билдәләп, татыулаштырырлыҡ та, дошманлаштырырлыҡ та көсө бар. Илдәр менән илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә һүҙ ҡөҙрәте билдәләй. Был – боронғо хәҡиҡәт. Һүҙ ҡөҙрәтенә беҙҙең эраға тиклем йәшәгән грек философы Аристотель дә ныҡ иғтибар иткән. Һүҙҙәрҙе икегә бүлеп ҡарай ул. Беренсеһе – әҫәр туҡымаһындағы шиғри яңғырашлы һүҙҙәр. Икенсеһе – шулар араһындараҡ торған битараф һүҙҙәр, ти телсе ғалимдар. Хәҙер һөйләштә һирәк ҡулланылған ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тағы ла тәрәнәйтергә була. Шулай уҡ сит илдәрҙән һөйләшебеҙгә инеп нығынған һүҙҙәребеҙ ҙә байтаҡ. Улар күберәк ер-һыу атамаларында, көндәлек кәрәк-яраҡ исемдәрендә йыш осрай. Ислам дине таралғандан һуң, кеше исемдәренә бәйлеләре лә матур яңғырашлы һәм мәғәнәлеләре күп. Һөйләшкәндә бер кем дә ул турала уйламай, нығынған һүҙҙәр үҙенән-үҙе теҙелә. Шулай уҡ иран телдәренә бәйлеләрен баш ҡалабыҙға Мешхед, Кум ҡалаларынан килгән ғалимдарҙан яҙҙырҙыҡ. “Башҡортса өйрәнгәндә һәр дәрестә фарсы-башҡорт телендәге тиҫтәләгән уртаҡ һүҙҙәрҙе яҙабыҙ”, – тине улар.
Яҙма варианттары рәсми сайтта ла була. Телебеҙҙең тәрән тамырҙары күптән иҫбатланған. Сал тарих төпкөлөнән килгән был тамырға үткер балта менән дә, тутыҡ балта менән дә күп сапҡандар, әммә телебеҙ йәшәй! Беҙҙең өсөн иң мөһиме – үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сапмайыҡ. Телебеҙҙе ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ.
В. СИТДИҠОВА.