08.01.2011 Үҫһен шәжәрәбеҙ
Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Хазина» исемле поэмаһын ҡат-ҡат уҡыным. Күңелемдә төйөнләнгән уй-фекерҙәргә ауаздаш булды ғаилә шәжәрәһе яҙмышы хаҡында бәйән иткән был әҫәр. Поэманы уҡыу барышында уҡ мин үҙебеҙҙең Исламовтар ғаиләһе шәжәрәһе хаҡында уйлана башланым һәм ошо хаҡта яҙырға булдым.
Беҙҙең ғаилә шәжәрәһендә лә яҙмыш тарафынан яһалған өҙөклөктәр бар. Шәхсән миңә атайым яғынан ни бары дүрт быуын ғына билдәле: олатайымдың атаһы – Хәмбәл, уның улы – Ибраһим, Ибраһимдың улы – Юнир, Юнирҙың баш балаһы – Ильвир. Шәжәрәбеҙҙәге кемде генә алма, һәр береһенең яҙмышы ил тарихы менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, олатайымдың атаһы Хәмбәл фин һуғышында һәләк була. Олатайыма ул саҡта өс йәш кенә булған. Шуға ла ул үҙенең тамырҙарын белмәй... Олатайым Ибраһим – районыбыҙҙың алдынғы малсыһы, хеҙмәттәге уңыштары өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалына, әллә күпме юбилей миҙалына лайыҡ булған. Уның улы Юнир, йәғни минең атайым хеҙмәт юлын ауыл хужалығында механик булып башлай, бүлексә управляющийы, ауыл хакимиәте башлығы вазифаларын башҡара, ә әлеге көндә шәхси эшҡыуарлыҡта үҙ көсөн һынай. Өлкән ағайым Ильвир, БДУ-ны тамамлап, Учалы ҡалаһы элемтә селтәрендә инженер булып эшләй. Мин, ғаиләләге кинйә бала, ағайымдың уңыштарына, ғаилә бәхетенә шатланып бөтә алмайым. Был ҡыуаныс мине яуаплылыҡҡа, киләсәккә өмөт менән ҡарарға саҡыра. Бер йыл элек ағайым атай булды, үҙенә оло, яуаплы вазифа алды. Был беҙҙең өсөн һөйләп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс. Беҙҙең нәҫелдең ҡанын йөрөткән Лилиана туғаным хәҙер ике ғаиләгә йәм өҫтәп, шатлыҡ өләшеп йөрөй. ҡыш тыуғанғамы, бите ап-аҡ, торғаны бер бәләкәй ҡарһылыу инде. Ул бик шаян, үткер, аҡыллы, яйлап теле лә асыла башланы. Үҙенә ярайһы һөнәрҙәре лә бар: көйҙө аңлай, бейеү көйҙәре ишетһә, бейей ҙә башлай. Атайым менән әсәйем ейәнсәрҙәрен һөйөп туя алмай. «Баламдың балаһы балдан да татлыраҡ», – ти әсәйем, туғанымды яратҡанда.
Еңгәмдең Лилиананы, беҙҙең өйҙөң йәмен, бишектә бәүелтеп, йырлай-йырлай йоҡлатҡанын ситтән генә ҡарап ултырҙым. Шул саҡта әсәйем эргәмә килеп ултырҙы ла: «Һин дә ошолай бәләкәй булдың, һине лә шулай итеп йырлап йоҡлата торғайныҡ», – тине. Күҙҙәремә йылмайып, һөйөп ҡараны. Шул мәлдә күңелем тулып китте: ошо бишектә ҡасандыр мин ятҡанмын, ә хәҙер ағайымдың ҡыҙы тәмле, матур төштәр күреп, йылмайып йоҡлай... Үҙебеҙҙең бәхетле ғаилә икәнебеҙҙе бөтә йөрәгем менән тойҙом. Тик бар кеше лә ошондай бәхетте тулыһынса аңлап етмәй. Кемдер, ғаиләһен ташлап, байлыҡ артынан ҡыуып, сит ерҙәргә сығып китә, кемдер, балаларын уйламай, өйҙәгеләренең ҡотон осороп, эскелеккә һабыша. Бындай кешеләр тик үҙҙәрен генә ҡайғырта, башҡаларҙы, тәү сиратта яҡындарын, уйлап та бирмәй. Ғаиләһендә ата-әсә наҙын тоймаған, һөйөүен күрмәгән балалар йыш енәйәт ҡылып төрмәгә ултыра, сыҡҡас, эш таба алмай, «ҡайғырып», тағы эсә башлайҙар һәм тағы енәйәт ҡылалар. Шулай бушҡа үтә ғүмеркәйҙәре. Ғаилә йылыһынан мәхрүм ителгән балалар өсөн йөрәк әрней. Был яҡты донъяға тыуған бөтә ҡыҙ-малайҙарҙы ла яҡты, өмөтлө киләсәк көтһөн ине. Хас та шағир яҙғанса: «Йорттарыбыҙ – бишекле, балаларыбыҙ – атайлы, атайҙарыбыҙ – йортло булһын», – ине.
Юлизә ИСЛАМОВА,
БДУ студенты.