«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?»



22.06.2018 «Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?»

«Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?»
“Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?” Билдәле йырҙағы был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирә торғандыр. Һоҡланыуҙы, ғәҙәттә, теге йәки был урындың матурлығы, тәбиғәте тыуҙыра. Хәҙерге Өфө ултырған тауҙар борон-борондан ата-бабаларыбыҙ иғтибарын төйәкләнер өсөн уңайлы булыуы менән дә, тәбиғәтенең хозурлығы менән дә арбаған.
Өфө бейеклектәренән тирә-яҡ гүзәллеге бик яҡшы күренә. Баш ҡалабыҙ тәбиғәтенең матурлығы менән генә түгел, ул-ҡыҙҙарының уңғанлығы, халҡының ихласлығы менән дә күркәм. “Беҙҙең йәшлек замандарынан алып Өфө бик ныҡ үҙгәрҙе” тигәнде йыш ишетергә тура килә. Күптәрҙең йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған, йылдан-йыл матурланған Өфө урамдары буйлап “Юлдаш” радиоһы көн дә радиосәйәхәт ойоштора. “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам” тип аталған проект сиктәрендә беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы баш ҡалабыҙҙағы иҫтәлекле урындар, тарихи биналар­ҙың төҙөлөү тарихы, бүтән ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштырабыҙ. Башҡортостандағы иң ҙур фонтан нимәһе менән үҙенсәлекле? Сосланбәк Тавасиев милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янында ҡайһы урында автографын ҡалдыр­ған? Атаҡлы скульптор Өфөләге телебашняны нисек һаҡлап ҡалған? Еңеү паркында кемдәрҙең исеме мәңгеләштерелгән? Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы урынында элек ысынлап та зыярат булғанмы? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар – көндәлек кескәй сығарылыштарҙа. Уларҙы эфирҙа көндөҙгө 1 тула 15 минутта һәм киске 9 тула 15 минутта тыңларға мөмкин. Әйткәндәй, кескәй рубриканың тематикаһы ай һайын алмашынып тора. Быйыл, беҙ, мәҫәлән, тыңлаусыларыбыҙҙы Башҡортостандың шифалы үләндәре менән таныштырҙыҡ. Тыуған еребеҙҙә үҫкән үләндәрҙең файҙаһын һәм уларҙы һаҡлау зарурлығын да иҫкә төшөрҙөк. “Минең Башҡортостаным”, “Мәшһүр әҙиптәребеҙ”, “Башҡортостан һәйкәлдәре”, “Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге”, “Беҙҙең милли йолалар”, шулай уҡ аш-һыуыбыҙға, милли биҙәүестәргә бәйле сығарылыштарҙы ла тыңлаусылар үҙ итте. “Исемдәре халыҡ күңелендә” – Башҡортостан Респуб­ликаһын төҙөүҙә фиҙакәрлек күрһәткән һәм уның социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәргә арналған сығарылыш шулай атала. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Заһир Исмәғилев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Фәрит Камаев, Камил Рәхимов, Йомабай Иҫәнбаев, Хәбибулла Ибраһимовтарҙың тормош һәм ижад юлын өйрәнеп, байтаҡ ҡыҙыҡлы асышҡа ла юлыҡтыҡ. Мәҫәлән, композитор Камил Рәхи­мовтың уңышлы башланған ижад юлына репрессия йылдары ҡара һыҙат һала. Уны Бөрйән районына һөргөнгә ебәрәләр. Унда Камил Рәхимов 1943 йылға тиклем математика һәм музыка дәрестәре алып бара. Бөрйәндә композитор халыҡ йырҙары менән мауыға, уларҙы яҙып ала, нотаға һала. Ә композитор Нариман Сабитов шахмат уйнарға ярата. Сатраш уның музыканан ҡала икенсе бер оло мауығыуы була. Һәр бер шәхес биографияһында ошондай факттарҙы асыҡлау беҙҙең өсөн дә, тыңлаусыларыбыҙ өсөн дә ифрат ҡыҙыҡлы. “Исемдәре халыҡ күңелендә” проектының дауамы буласаҡ. Уны көн һайын “Юлдаш” радиоһында тыңлағыҙ.
Г. ЗАРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға