18.04.2018 Батырлыҡ, еңеү һәм мөхәббәт хаттары
“Шакирәкәйем, һылыуым, һин минең берҙән-берем, татлы хыялым, өмөтөм, ышанысым. Мин һине һағынып, һарғайып, утлы юлдар буйлап һаман да алға барам. Барған һайын һинән алыҫлашам. Был ҡәһәрле һуғыш тағы күпмегә барыр? Беҙҙең аралар тағы күпмегә оҙонайыр?
Әгәр мин донъяла йәшәйем икән, ҡайтырмын. Беҙ бергә булырбыҙ.
Сәләм менән, Ильяс. 1945 йыл, февраль”.
1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған Ильяс Әхмәтов 1945 йылдың майында дошман пуляһынан һәләк була. Киев, Сталинград, Воронеж, Курск ҡалалары өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа, Украина, Молдавияны азат итеүҙә ҡатнаша. Был хаты ҡатыны Шакирәгә яҙылған.
Ҡәҙерле ҡомартҡы булһа ла, ваҡыт уларҙы аямаған, һарғайтҡан, ҡағыҙ бите таушалған, ҡәләм менән яҙылған юлдар тоноҡланған.
Ут эсенән килгән хаттар… Уларҙы тылда дүрт күҙ менән көткәндәр. Өсмөйөшлө хат алаһың икән, тимәк, яу яланындағы ҡәҙерле кешең тере.
Һуғыштан яҙылған ҡиммәтле хәбәрҙәр бөгөн дә ҡумталарҙа, папкаларҙа, төйөнсөктәрҙә һаҡлана. Ҡыҫҡа ғына хат юлдарын уҡып, Бөйөк Еңеүҙең нисек сүкелгәнен аңлай алабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән миллионлаған кешенең ғәҙәти тормошо селпәрәмә килгән. Яу яланы менән тыуған йортто, яҡындарҙы бары тик почта ғына тоташтырып торған. Ул осорҙа хаттарҙы тотҡарлау йәки тәғәйенләнмәгән адрес буйынса ебәреү енәйәт тип баһаланған. Хат алышыу күләме артыу сәбәпле, конверттар һәм открыткалар етмәгән. Нәшриәт йорттары уларҙы күпләп сығарған, әммә конверттар барыбер аҙ булған. Шунан барлыҡҡа килгән дә инде фронт “өсмөйөштәре”. Халыҡ иһә уларҙы һалдат өсмөйөштәре тип атаған.
Фронттан ебәрелгән хаттар ниндәй юл үткән һуң? Һалдат хатты почта йәшнигенә һалған, часть почтальоны уларҙы ялан почта станцияһына килтергән. Унда бөтә хәбәрҙәр календарь штемпель менән эшкәртелгән, тоҡтарға тултырылған һәм ялан почтаһы базаһына оҙатылған. Йүнәлештәр буйынса һайланған хаттар хәрби-почта пунктына тапшырылған. Артабан вагондарға тейәлгән хаттар тәйәғенләнгән адресатҡа юлланған.
Фронттан яҙылған хаттар – оло көскә эйә документ. Дары еҫе аңҡып торған юлдарҙа – һуғыш тыны, окоп тормошоноң ауырлығы, һалдат йөрәгендәге һөйөү һәм еңеүгә оло өмөт...
Һәр өсмөйөштөң үҙ тарихы бар.
Стәрлебаш районының Тормай ауылынан Ҡәҙир Мәжитов 1941 йылда фронтҡа китә. Ҡатынына яҙған бер генә хаты һаҡланған.
“Баныу, ҡәҙерлем, донъяла берҙән-берем, һөйөклө һәм ғәзиз йәнем, Баныуым. Шулай уҡ ҡыҙым Рима, улдарым Валерий һәм Марат. Һеҙҙе өҙөлөп һағынып, ҡайнар сәләмдәр оҙатып ҡалам. Араларҙы яҡынайтыр көс юҡ. Башты ташҡа бәрһәң дә, ҡотолор әмәл юҡ. Беҙ хәҙер ут эсендә. Бер көн беҙ дошманды туҡмаһаҡ, икенсе көн ул беҙҙе туҡмай. Ул көслө, мәкерле, ләкин беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бөгөн булмаһа ла, иртәгә дәррәү күтәреләсәкбеҙ һәм уны дөмөктөрөп ташлаясаҡбыҙ.
Атайығыҙ Ҡәҙир, 1942 йыл, 17 июль”.
Оҙаҡламай Ҡәҙир Мәжитов һәләк була.
Өсмөйөшлө һалдат хаттарында кеше, ғаилә, ил яҙмышы, мөхәббәт тарихы, еңеү ауазы, көрәш юлы, батырлыҡ, тоғролоҡ һәм һөйөү...
Һеҙҙә лә һаҡланамы аҡ аманат – һалдат хаттары? Фотоһүрәттәр һәм яҙмалар көтөп ҡалабыҙ. “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге асыҡ төркөмөнә ебәрегеҙ: vk.com/topic-4647320_38078308
Зөһрә АРСАЕВА.