«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Атайсал”да – ауыл проблемалары, йәшәйеше



11.04.2018 “Атайсал”да – ауыл проблемалары, йәшәйеше

“Атайсал”да –   ауыл проблемалары, йәшәйеше
Ҡайҙа барма – ерҙә матурлыҡтар,
Беҙ шул ерҙә тыуып үҫкәндәр…

Башҡортостан ауылдары хаҡында уйлағанда, Назар Нәжмиҙең йырға әүерелгән ошо шиғыры күңелгә яғыла. Ауылдарға сыҡһаң, тик ана шул матурлыҡты күрге килә: һәр ауылға шыма юлдар илтә... Тирә-яҡта – тулҡындарын уйнатҡан туҡ башаҡтар диңгеҙе. Халыҡ үҙ ҡулынан килгән, дәрт иткән эш-шөғөлөн егәрле, ихлас алып барғас, ауылдар йорт-ҡураларҙың ныҡлығы, төҙөклөгө, матурлығы менән балҡый, хөр тормош хөкөм һөрә... Ысынбарлыҡ, әлбиттә, бүтәнсәрәк, барыһы ла ал да гөл түгел. Эшһеҙлек – ауылдарыбыҙҙың бәкәленә һуҡҡан төп мәсьәлә, уны хәл итеүҙе күп ир-ат Себер яҡтарында эҙләй. Йә, Башҡортостан ауылдарында мал үрсетеп, умарта тотоп, итен-майын, балын әлеге лә баяғы Себер тарафтарына юлланып һатыу яйын ҡараусылар бар. Ауыр­ғазы районының Үтәймулла ауылынан шундай сараһын тапҡан ир-уҙаман тәжрибәһе менән “Атайсал” тапшырыуында уртаҡлашҡайны.
Башҡортостанда элекке колхоз­дар­ҙың нигеҙен тарҡатмай, мөлкәтен туҙҙырмай, эшсе ҡулдарын юғалтмай, хәҙерге заман шарттарына яраҡлаштырып ҡороу миҫалдары булыуы ҡыуаныслы. Дыуан районының шул юлды һайлаған “Йондоҙ” хужалығы эшсәндәре был хаҡта үҙҙәре һөйләне. Әйткәндәй, егет-ҡыҙ­ҙарҙы ауылда ҡалдырыу хәстәрен дә күрәләр бында: йәш ғаиләләр торлаҡ менән тәьмин ителә. Туризмды үҫтереү йәһәтенән Бөр­йәндә генә түгел, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла мөмкинлектәр артыуы “Янғантау” геопаркы проекты ме­нән бәйле. Йүнселдәре ял ойоштороу, йылғаларҙан ағыҙыу, милли ри­зыҡ етештереү, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, тарихи-мәҙәни юҫыҡта эш йәйелдереүгә әле үк ең һыҙғанып тотонған. Төньяҡ-көнсығыш төбәктә йылдар буйы сиселеш көткән проб­лемалар ҙа юҡ түгел, Салауат райо­ны Шәрәк ауылы халҡы, мәҫәлән, “зәңгәр яғыулыҡ”ты уҙған быуаттан тиерлек көтөп ала алмай.
Ауылдарыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләре, шулай итеп, “Атайсал”дың да иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Арҙаҡлы яҡташтарҙы ҙурлау-хөрмәтләү – һәр райондың абруйын, ҡот-бәрәкәтен арттырған күркәм ғәмәл. Баш­ҡор­тостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың 70 йыллығын ерҙәштәре – мишкәләр оло байрам кимәленә күтәреп, бик йылы рухтағы саралар менән билдәләп үтеүен “юл­даш”тарыбыҙ эфир аша хәбәр­ҙар булды. Алдағы сығарылыштарҙа коопе­рация йүнәлешендә юл ярған ауыл эшҡыуарҙары менән осрашыу көтә.
Атайсал – тыуған йортобоҙ ҡотон, ер-һыуҙарыбыҙ күркен, тормошобоҙ инешен һаҡлаған, йәнде тартып торған ата-бабаларыбыҙ төйәге. “Юлдаш” радиоһында “Атайсал” тапшырыуы һәр шаршамбыла 11 сәғәт 10 минутта һәм киске сәғәт 9-сы 10 минутта эфирға сыға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға