06.04.2018 Бсих, тәпә, төпсөк, ҡолға – ул беҙҙең Сәғиҙулла!
1 апрелдә Көлкө көнө билдәләнә. Ошо дата айҡанлы башҡорт эстрадаһының иң талантлы, көләс һәм шаян “йондоҙо” Сәғиҙулла БАЙЕГЕТТЕҢ тормошонан ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе барланыҡ. Ғөмүмән, артистар тормошо, гастролдәр бик ҡыҙыҡлы кеүек. Сәғиҙулланың тормошондағы “ҡыйыш” яҡтары һеҙгә лә йылмайыу бүләк итер, тип ышанабыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.
Әйткәндәй, йырсыға үҙ ғүмерендә бик күп ҡушамат тағылған. Ҡарпыш ҡолаҡ, һонтор, ҡолға, тәпә, бире (ауылдағы тоҡом), Сагидулушка (яратып), БСИх (Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улына “х” хәрефе өҫтәлгән), төпсөк (өйҙәгеләр өсөн, сөнки ул кинйә малай), әртис ( мәктәптә, 12 йәштән алып ), маҡтансыҡ һәм башҡалар.
12 йәшем менән барған йәйҙә бер туған ағайым, алдан вәғәҙә иткәнсә, велосипед һатып алып бирҙе. Ҡыҙыҡ күреп, мотоциклдың шлемын кейеп, ауыл урамдары буйлап йөрөй инем. Йәнәһе лә, минең дә сәпитем барлығын күрһендәр. Йәйҙең эҫе селлә көнөндә ғаилә менән бесән сабырға йүнәлдек. Бесәнлек – туранан, тау аша барғанда ете саҡрым. Атайым, әсәйем һәм апайым ат арбаһына ултырып юлға сыҡты, ә мин йәшел төҫтәге шлем кейеп, сәпитемде тауға ҡарай этә-этә, улар артынан йүнәлдем. Сөнки ҡайтҡанда ғәләмәт бейек тауҙан аҫҡа ҡарай елдереү еңел буласаҡ. Көнө буйы ошо татлы хыял менән әллә күпме бесән сабып ташлағанмын, көн кискә ауышҡас, ниһайәт, ҡайтыр ваҡыт та етте. Ҡараһам, велосипед юҡ: апайым ултырып ҡайтҡан да киткән. Мин ялан яңғыратып иларға тотондом. Атайым ҡаты ғына итеп:
– Йә, ҡалаһыңмы әллә ҡайтаһыңмы? – тип һорағас, арбаға үрмәләнем. Йәйәү ҡайтып булмай бит...
Шул уҡ апайым, ҡайһы мәлдә минән көлһә лә, йыш ҡына яҡлаусым да булды. 12 йәштә инем ул саҡта ла, тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып, “Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?” тигән йырҙы башҡарҙым. Ауыл урамдары араһында ярыш бара ине, халыҡ ныҡ оҡшатты. Һәм тиҙ арала, бигерәк тә мәктәптә, “йондоҙ” булып киттем. Уның кире яҡтары ла бар ине: өлкән класс егеттәре йырлатып ҡаҡшата башланы. Бер мәл 10-сы класс егеттәре мине мәктәп янында тотоп алды ла, йырла, тип теңкәгә тейә генә. Шул саҡ мәктәптең икенсе ҡатындағы химия класының тәҙрәһе асылып китте лә, таныш тауыш: “Хәҙер үк бәйләнеүегеҙҙе туҡтатығыҙ! Юғиһә үҙем сығып кәрәгегеҙҙе бирәм!” – тип был егеттәргә янай башланы. Бер минут та үтеп өлгөрмәне, ул йәшен тиҙлегендәй йүгереп яныбыҙға килеп баҫты һәм уларҙың арт һындарына берәм-берәм типкесләп алды. Был минең 8-се класта ғына уҡып йөрөгән апайым ине. Ул әллә ҡыҙыулыҡтан, әллә ҡурҡыштан сар-сор килеп иларға тотондо, үҙе һаман малайҙарҙы елтерәтә. Тегеләр ҡыҙ затына бер аҙ аптырап ҡарап торҙо ла, китеп барҙылар. Һөҙөмтәлә миңә башҡаса бер кем дә йырлатып та, былай ҙа бәйләнмәне.
Салауат исемле ағайым да мин бәләкәй саҡта этләшә торғайны. Бер көн, төпкө өй тәҙрәһенән кемдер шаҡығанға ҡараһам, ул йомортҡа ҡурған да мине ашарға саҡыра икән. Ә ул ваҡытта йомортҡа бит дефицит булды, ҡыуанысымдан өйгә атлыҡтым. Аш-һыу бүлмәһенә барып ингәндә өҫтәлдә ни бары буш таба ғына ялтырап ултыра ине. Ағайым үҙе генә ашаған да йәшенгән.
Шул уҡ ағайым менән Ҡарағайлы йылғаһында балыҡ һөҙәбеҙ. Ул мине көндөң уңышлы буласағы тураһында алдан уҡ ҡолаҡ итен ашап ышандырҙы. Ниһайәт, баш түбән торһаң, муйындан булған йылғала балыҡ һөҙә башланыҡ. Күпме генә хитланһаҡ та, утыҙлап ташбаштан тыш бүтән йән эйәһе эләкмәне. Бешереп ашар өсөн уларҙы таҙартырға ултырғайныҡ ҡына, Салауат ағайым: “Эсем ауырта, хәҙер киләм”, – тип ҡыуаҡ араһына һыпыртты. Мин таҙартып бөтөр алдынан ғына эргәмә килеп, ҡулына бысаҡ алған булды. Өйгә ҡайтҡас, тәмле генә итеп һары майҙа балыҡты ҡурырға булып киттек. Бөтәһе бер табалай булды. Әҙер булды тигәндә генә ағайым һүҙ ҡуша: “Ҡара әле, ҡустым, икмәк юҡ бит, бар, күршеләрҙән һорап тор. Мин һине көтөп торам, бергәләп ашарбыҙ”. Тәмле балыҡты тиҙерәк ауыҙ итке килә бит инде, шуға күрә күршеләргә елдерҙем генә. Ҡайтып инеүемә таба ялтырап ултыра ине инде. Ә ағайымдан елдәр иҫкән.
Беҙ һәр алған көсөккә Пират ҡушаматын таға торғайныҡ. Бер ваҡыт йәй көнө ауылда ял итеп ятҡан мәлдә Лилиә Ишемйәрова концерт менән килде. Барып күрергә кәрәк тип, мәҙәниәт йортона табан йүнәлдем. Этем артымдан эйәрҙе. Мин барып ингәндә концерт башланған, Лилиә рәхәтләнеп башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек”те башҡара. Музыканттар, бейеүселәр менән һаулыҡ һорашыр өсөн грим бүлмәһенә инеп киттем. Шул саҡ ни өсөндөр халыҡ геү килеп көлөргә тотондо, беҙ бер ни аңламайынса залға йүгерҙек. Ҡараһам, минең менән килгән Пират сәхнәгә сығып, Лилиәне тыңлап ултыра. Тегене эй саҡырам, ә ул ыжламай ҙа, ултыра бирә. Ауылда һирәк булғас, онотҡанмын, ул этебеҙ тик бер генә әмерҙе үтәй – аяҡҡа һуғып саҡырһаң ғына арттан эйәрә. Иҫемә төшкәс, шулай саҡ сәхнәнән төшөрҙөм әртис-этте. Был хәл сәхнәнең артҡы планында булғас, Лилиә бер ни белмәй-һиҙмәйенсә, концертты дауам итте. Бары тик тамашасының туҡтамай көлөүенә генә аптыраған.
Сибай филармонияһында эшләй башлаған ғына йылдарҙа тәүге тапҡыр Бөрйән районына гастроль ойошторолдо. Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күрергә хыяллана инек, быны тормошҡа ашырыу өсөн район үҙәгенән юлға сыҡтыҡ. Тик бер кем дә юлды белмәй. Күп тә барманыҡ, юлда торған бер ир уҙаманы янына туҡтаныҡ. Йәнәһе, дөрөҫ юлды һорашабыҙ. Ул: “Әйҙәгеҙ, мине лә ултыртып алығыҙ, шул яҡта йәшәйем, юлды күрһәтермен”, – тине. Автобус шоферы ҡуш ҡуллап ризалашты. 15 саҡрым тирәһе үткәс, бер ауылға барып индек. Баяғы ир шунда йәшәүен әйтеп, туҡтарға һораны. “Артабан нисек барырға? Унда ғәләмәт матурҙыр инде, ивет?” – тип һорауыбыҙға ул:
– Әллә инде, ошонда тыуып үҫһәм дә унда барғаным да юҡ, ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Ишетеүемсә, тағы ла берәй ун саҡрымдан барып етергә тейешһегеҙ, – тине лә, һикереп төшөп тә китте. Беҙ аңшайып ултырып ҡалдыҡ.
Шулай ҙа ул дөрөҫ әйткән икән, оҙаҡламай Шүлгәнташ биләмәһенә барып сыҡтыҡ.
Концерттар ваҡытында тамашасылар төрлө һорау менән йәки хистәрен белдереп яҙылған хат тапшыра. Бер мәл концерт ваҡытында сәхнә алдына хат сығарып һалдылар. Уның йөкмәткеһе былай ине: “Һаумыһығыҙ, минең өсөн иң ҡәҙерле ижадсым Сәғиҙулушка ағаюшка! Һеҙгә хат яҙыусы – ауылыбыҙҙың иң сибәр, иң уңған, иң аҡыллы 16 йәшлек ҡыҙы. Исемемде яҙмайым, уңайһыҙланам. Моғайын да мине аңларһығыҙ, тип өмөтләнәм. Беләһегеҙме, мин 3 – 4 йәшемдән үк һеҙҙең ижадығыҙға ғашиҡмын. Бигерәк тә иҫ киткес тәрән мәғәнәле, дәртле “Килсе, бирсе!” йырығыҙға бейей торғайным. Күп йырлата торғас, бөтә ғаилә миңә ҡушылып бейей башланы. һеҙгә серемде асҡым килә. Мин һеҙҙең ижадығыҙға ғына түгел, ә үҙегеҙгә лә ғашиҡмын. Аңлайһығыҙҙыр, миңә ни бары 16 ғына йәш, һеҙгә уже 44 тулырға тора. Йәш айырмаһы байтаҡ. Шулай ҙа һеҙ оноторға тейеш түгел: был донъяла бер ыштук ҡына булһа ла 16 йәшлек ҡыҙыҡай һеҙҙе ярата. Беләһегеҙме, һуңғы арала теләһә ниндәй йәш башҡарыусылар күбәйеп китте. Мс Баш, МС Тубыҡ, Янлир Мир, Радик-мадиктар шунда, ләкин һеҙҙең ижадығыҙ барыбер миңә яҡыныраҡ. Сәхнәлә әллә нимәләр эшләп бөтһәгеҙ ҙә, нимәләр ҡыланһағыҙ ҙа һеҙгә килешә. Әлбиттә, һеҙҙең етешһеҙ яҡтарығыҙ ҙа юҡ түгел инде. Танауығыҙ ҙур, ҡолағығыҙ ҡарпыш, шулай ҙа мин барыбер һеҙҙе яратам. Үтенесем дә бар ине. Минеке генә түгел, барлыҡ ауыл халҡыныҡы. Тик, зинһар, үпкәләй күрмәгеҙ. Үҙ ғүмерегеҙҙә бер генә йырығыҙҙы булһа ла тик кенә тороп йырлағыҙ әле, зинһар!!!”
Бына шундай мөхәббәтле хаттар ҙа була ҡайһы ваҡыт.
Әйткәндәй, Сәғиҙулла һеҙҙе 6 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк “Байегет SHOW” тип исемләнгән тамашаһына саҡыра. Күңелле концертҡа рәхим итегеҙ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды