20.03.2018 «Йырлатҡан да, бейеткән дә – һин!»
Үҙенең моңло ла, рухлы ла һәм халыҡсан йырҙары менән тамашасыларҙы нисәмә йыл һөйөндөрөп-ҡанатландырып тороусы «ДАЛАН» эстрада төркөмө театрлаштырылған тамаша тәҡдим итә! 23 мартта филармонияның Ҙур залында «Ирҙе ир иткән дә, йырлатҡан да – һин!» исемле сағыу һәм «ҡыҙыу» программаны күрергә ашығығыҙ. Һеҙҙе төрлө йылдарҙағы хиттар, премьералар, көтөлмәгән дуэттар, дәртле бейеүҙәр, моңло ҡурай, баян моңдары һәм башҡа «тәмле» бүләктәр көтә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» эстрада төркөмөндә бөгөн эстрадабыҙҙың сағыу «йондоҙ»ҙары Миңзифа Исҡужина (йыр), Филүс Ҡалмырҙин (йыр), Лилиана Ирназарова (йыр), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), Искәндәр Ғәзизов (йыр), Редик Сәғитов (нәфис һүҙ), Татьяна Мутафи (бейеү) ижад итә.
«Йырлатҡан да, бейеткән дә – һин!» тамашаһына шаһит булып, күңелдәрегеҙҙе йыр-моңға сорнағығыҙ килһә, 23 мартта киске сәғәт етелә филармонияла көтәбеҙ!
Концерт программаһының режиссеры һәм сценарий авторы – Миңзәлә Яхина. Балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.