14.03.2018 “Айыҡ аҡыл менән йәшәйем”
Гәзитебеҙҙең 10-сы, 9 мартта сыҡҡан һанында Әхәт Мотаһар улының тормош юлдашы Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА тураһында мәҡәлә сыҡҡайны... Шуны иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Тәнзилә Абдулла ҡыҙы бөгөн тыуған көнөн билдәләй... Ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәт премияһы лауреаты Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА:
1) Күңелем менән йомшаҡ, нескә булһам да, уны күрһәтмәйем, тыштан ҡаты, талапсан кеше булып ҡалам. Бала саҡтан интернат һалған тәрбиә был. Тыуған ауылымда (Күгәрсен районының Әлмәс ауылы) башланғыс мәктәп кенә булыу сәбәпле, 4-се кластан алып Мораҡ интернат-мәктәбендә уҡыным. Бер бүлмәлә егермеләп ҡыҙҙың йәшәүе, атай-әсәйҙән айырым сит мөхиткә өйрәнеп китеүе бик ауыр булды. Һәр бала өсөн психологик һыналыш осоро ине ул. Һынмайынса, иҫән-һау мәктәпте тамамлауыма шатланам. Класташ егет-ҡыҙҙар менән һаман да аралашып йәшәйбеҙ, бала саҡ дуҫтарым менән бәйләнеш өҙөлмәй.
Интернат кескәй балалар өсөн ҡулай урын булмаһа ла, ыңғай яҡтары ла булды. Уҡыуға һәләтем бар ине, мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Химия уҡытыусым табип булырға кәңәш итһә, башҡорт теле уҡытыусым тел белгесе булыуымды теләне. Класыбыҙ менән ике йыл һөнәрселек училищеһына йөрөп, трактор йөрөтөргә өйрәндек. Нимәһе ҡыҙыҡ, К700, комбайн, МТЗ кеүек ҙур “тимер ат”тарҙы йүгәнләп, теория тапшырып, Әхәт исемле егет менән икебеҙ генә таныҡлыҡ алып сыҡтыҡ.
2) Миңә уҡыу еңел бирелде, мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Зәкир ҡыҙы Нуриева дәрестә яҙған иншаларымды оҙаҡ йылдар һаҡлап, уҡыусыларға өлгө итеп йөрөткән. Мәктәпте тамамлағас, ике йыл район гәзитендә тәржемә бүлегендә эшләнем. Бүлек мөдире Сажиҙә апай Әхмәрованан күп нәмәгә өйрәндем. Уҡырға Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә барырға ла редакциянан йүнәлтмә бирҙеләр. 3-сө курстан Рәшиҙә Лотфуллина-Мәһәҙиева менән бергә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға киттек. Беҙҙең милли төркөмдә ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, әзербайжан һәм башҡа милләт йәштәре белем алды.
Интернатта алған сынығыу Өфө һәм Мәскәү ҡалаларын яулағанда ярҙам итте. Тиҙ арала өйрәнеп киттем, кешеләр менән уртаҡ тел таба белә инем. Ҡурҡыу хисе бөтөнләй булманы. Үҙ фекеремде әйтә һәм яҡлай белеүем ҡайһы саҡта үҙемә ҡаршы эшләгәне лә булды.
3) Ирем Әхәт Мортазин менән нисек танышҡанды хәтерләмәйем. Өфөлә уның Фәнисә исемле курсташы менән бер бүлмәлә йәшәнек, уға ҡунаҡҡа килә торғайны, шул саҡта булғандыр ул. Уҡыуҙы маҡсат итеп килгәс, егеттәр менән йөрөмәнем, аралашыу бары тик дуҫтарса ғына булды. Мәскәүҙән уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, аңлы рәүештә, киләсәккә айыҡ күҙ менән ҡарап, ғаилә ҡорорға ҡарар иттек. Уға – 30, миңә 25 йәш ине. Холоҡтар, донъяға ҡараштар тап килә, шуғалыр ҙа бергә йәшәү ауыр булманы. 30 йыл буйына бер-беребеҙгә ныҡлы өйрәнгәнбеҙ, мин уның тын алышынан кәйефен һиҙәм.
Өйҙәге бәхәстәрҙең 90 проценты эш буйынса тыуа. Үҙебеҙ менән эш проблемаларын алып ҡайтмайыҡ, тип вәғәҙәләр бирәбеҙ ҙә, онотабыҙ. Был – ғәҙәти хәл, сөнки эш – беҙҙең икенсе өй.
4) Диплом буйынса гәзит журналисы булһам да, Мәскәүҙән ҡайтҡас, ни өсөндөр мине гәзит-журналдарға эшкә алманылар. Ышаныс күрһәтеп, радионың совет (социаль мәсьәләләр) бүлегенә эшкә ҡабул иткән Шәүрә Ғилманова менән Динис Бүләковҡа рәхмәтлемен. Эш бүлмәһендә – дүрт өҫтәл, береһе миңә бирелде. Тамара Ғәниева, Ринат Камал һәм Шәүрә Ғилманова менән башланды радиолағы хеҙмәт юлым. Ғүмерҙә лә микрофон тотҡаным юҡ ине, хәҙерге Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана эше буйынса тәүге репортажымды эшләргә юлландым. Бөтә тексты гәзит стилендә яҙып бирҙем, ә үҙем улай ярамағанлығын аңлайым. Дөрөҫ яҙа белмәйем, тәжрибә юҡ. Һорарға Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ауырып, эшкә сыҡмаған. Шулай итеп, тәүге эшем төҙәтеүҙәрһеҙ Наилә апай Ғәләүетдинова уҡыуында эфирға сыҡты.
5) 1995 йылда “Башҡортостан” радиоһының ижтимағи-сәйәси бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләндем. Бер аҙ ҡанат нығытҡас, 2000 йылда – баш мөхәррир, ике йыл элек әлеге вазифа тапшырылды. Ниндәй генә шарттарҙа ла кеше хәленә инергә, уларҙы аңларға тырышам. Үҙемә лә кешелек сифаттарын юғалтырға ярамай. Мөнәсәбәт асыҡлап йөрөп, һаулығымды, ваҡытымды әрәм иткем килмәй. Хәл-ваҡиғаларҙың ниндәй шарттарҙа, ни сәбәпле килеп сыҡҡанын Аллаһы Тәғәлә үҙе белә. Төрлө саҡ була бит, кем генә абынмай.
Ҡайһы саҡ аптырап та ҡуям: төндә уянһам, балаларҙы түгел, ә эш тураһында уйланам. Башҡарыр эштәрҙе, хәл итер проблемаларҙы барлайым, пландар ҡорам. Журналистың нисек эшләүен, эфирҙың тын алышын, тыңлаусыларҙың фекерен белеү өсөн мөмкинлек булыу менән үҙебеҙҙең каналды тыңлайым. Әйтеп үтеүемсә, мин кеше хәлен аңларға тырышҡан кешемен. Әммә ғәфү итә алмаған нәмәләр ҙә бар. Шуларҙың береһе – ялҡаулыҡ.
6) Үҙем тыуған йорттан, атай-әсәйемдән ситтә үҫкәс, улым Салауат менән ҡыҙым Гүзәлиәне яҡлап, һаҡлап үҫтерҙем. Өй йылыһын да, күңел йылымды ла йәлләмәнем, ситкә уҡырға ебәреү тураһында уйламаным. Гүзәлиә Мәскәүҙең статистика һәм информатика университетын тамамлағас, эшкә Өфөгә ҡайтты. Балалар менән аралашып, йыш күрешеп йәшәү беҙгә лә күңелле. Хәҙер инде беҙ – бәхетле өләсәй менән олатай.
Улыбыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланы, һөнәре буйынса эшләй. Бала саҡтары телеүҙәктә үткәнгәме, беҙҙең юлды дауам итергә теләмәнеләр. Йылдар дауамында мәктәптән тура беҙҙең янға килеп, сәғәттәр буйы эш бөткәнен көтөп, шунда ашап, дәрестәрен әҙерләп, йоҡлап ялҡып бөткәндәрҙер ул.
7) Хистәр донъяһы минең өсөн түгел, айыҡ аҡыл менән ысынбарлыҡта йәшәйем. Тормошомдоң ҡайһы юлдан китерен күп ваҡытта осраҡлыҡтар хәл итһә лә, үкенестәрем юҡ. Кеше ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырышлығы булһа, маҡсат ҡуя белһә, уңыш яулай ала.
Тормоштағы күп проблемам инде хәл ителгән, донъя ҡыуырға кәрәкмәй. Балаларым, Аллаға шөкөр, урынлашып бөткән, эштә лә дәрәжәм бар. Һуңғы ваҡытта бер аҙ көслө ҡатын булыуҙан бушанғым, тынысланып, һәүетемсә генә йәшәгем килә. Тик минең донъя йөгөн тартып барыуыма үҙем дә, янымдағы кешеләр ҙә өйрәнгән. Шуға күрә артабан нисек булырын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Тормош бит дауам итә, ҡайһы юлдан барырға үҙе күрһәтер.