«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Урал”, “Шүрәле”, “Тамъян”



15.03.2018 “Урал”, “Шүрәле”, “Тамъян”

“Урал”, “Шүрәле”, “Тамъян”
йәки Был егеттәр ҡайҙан?

Хәтерегеҙҙәме, элек совет мәктәптәренең һәр береһендә тиерлек бай ассортименттағы спорт инвентары һәм музыка ҡоралдары була торғайны. Ҡыҙҙар скакалка, обруч менән мәж килә, ә малайҙар гер күтәрә, ҡул көрәштерә, теннис уйнай. Ә музыка бүлмәһендәге гитаралар өсөн һәр ваҡыт талаш. Сөнки улар ғүмер-ғүмергә егеттәрҙең “ҡоралы” булды. Малайҙар килмәгәндә генә беҙгә гитара ҡылын сиртеп, синтезатор телдәренә баҫып ҡарау бәхете татыны. Ә инде был ҡоралда уйнаған йәки төрлө төркөм ойоштороп, йырлап йөрөгән егеттәр бөтә мәктәп ҡыҙҙарын ғашиҡ итә ине. Һеҙҙең мәктәптә лә шулай булғандыр, эйеме?

Әбйәлил районының таланттарға бай икәне һәр кемгә мәғлүм. Асҡар ауылының 1-се мәктәбендә лә ана шундай йырҙар яратҡан, ижадҡа ынтылған балалар белем ала. Яҙып үткәнемсә, һәр мәктәп тарихында булған “музыкаль” малайҙар бында әллә нисәмә быуын буй еткергән инде. 80-се йылдарҙа башлыса рус телендә йырлау модала булһа, 90-сыларҙа инде туған тел культы башлана. Тап шул мәлдә 9-сы класс уҡыусыһы Хәким Әбүшаһманов егеттәр төркөмө төҙөргә хыяллана башлай һәм был идеяны параллель класта уҡыған дуҫы Азамат Раяновҡа һөйләй. Синтезаторҙа уйнай белгән Рөстәм Ғилметдинов бергә эшләргә үҙе теләк белдерә, ә 7-се класс уҡыусыһы Эмиль Шәйхетдиновтың йырлағанын ишеткәс, “ағайҙар” уны төркөмгә солист итеп ҡоҙалай. Тәүге репетициялар 1992 йылдың йәйендә мәктәп подвалының бер бүлмәһендә үтә. Егеттәр башлыса “Ласковый май” төркөмөнөң репертуарын һәм урам йырҙарын өйрәнә. Тик уларҙың күңеленә, башҡорт телендә йырларға, тигән теләк тынғылыҡ бирмәй. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған егеттәр “Башҡор­тостан”, “Тыуған илем” исемле тәүге йырҙарын яҙа һәм төркөмдө лә “Урал” тип атарға була. Октябрь айында улар тәүге тапҡыр һабаҡташтары һәм уҡытыусылары алдында һынау тота. Ошо көндән инде егеттәр урындағы “йондоҙҙар”ға әүерелә. Мәктәптә генә түгел, ә район кимәлендә үткән сараларҙа, концерт-конкурстарҙа сығыш яһай башлай “Урал” төркөмө.
Тик 1994 йылда Хәким менән Рөстәм төркөмдән китергә ҡарар итә. Сығарылыш класы булараҡ, уҡыу программаһы ауырлаша, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк була. “Урал”дың тарҡалыуын ауыр кисергән Азамат менән Эмиль үҙҙәренә теләктәштәр эҙләй. Шулай итеп, мәктәптең тағы ла талантлы егеттәре берләшә: Олег Фәтҡуллин (солист, ритм-гитара), Руслан Туғанбаев менән Эмиль Шәйхетдинов (солист, бас-гитара), Азамат Раянов (клавиша), Мансур Мусин (ударник һәм ҡурай). Төркөмдөң исемен шаярыу ҡатыш “Шүрәле” тип алалар. Алға китеп, шуны әйтергә кәрәк, ярты йылдан “Урал моңо” конкурсына килгән егеттәрҙән ойоштороу­сылар “әҙәби” атама талап итә. Шулай итеп, төркөм ярты сәғәттә “Тамъян”ға әйләнә.
Бер аҙҙан төркөмгә Алексей Лавренов (ги­тара), Рөстәм Вә­лиев (һуҡма инструменттар) ҡушыла. Егеттәр Магнитогорск ҡалаһының тауыш яҙ­ҙырыу студияһына барып, бер нисә йырын яҙҙыра. Әммә улар айырым кассета сығарыу, уны һатыу тураһында уйламай. “Аманат” дуҫтарын йыя” концерты, “Һылыуҡай” конкурсы, “Йәшлек-шоу” фестивалендә сығыш яһау, ауылдар буйлап гастролдәр – былар барыһы ла билдәлелек, дан килтерә. Әбйәлил районының бер генә сараһы ла “Тамъян”һыҙ үтмәй. Мәғариф бүлеге төркөмгә өр-яңы сәхнә костюмдары бүләк итә.
Мәктәпте тамамлағас, егеттәр төрлөһө төрлө уҡыу йортона уҡырға инә. Шулай ҙа сығыш яһауҙар туҡтамай, ял һәм байрам көндәре концерттар һәм репетициялар менән үтә. Ә инде 1998 йылда улар һуңғы тапҡыр баш ҡалаға – “Умырзая” фестиваленә килә һәм бергәләп сығыш яһай. Шулай итеп, Асҡар мәктәбенең талантлы уҡыусылары ҡыҫҡа ғына, әммә башҡорт эстрадаһында тәрән эҙ ҡалдырырҙай “йондоҙло” юл үтә. Бөгөн егеттәрҙең байтағы беҙҙең арала юҡ. Эмиль Шәйхетдинов, Азамат Раянов, Руслан Туғанбаев, Мансур Мусиндың ғүмере бик иртә һәм аяныслы өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән ҡалғандары ла төркөм тураһында иҫләргә, һөйләргә яратмай. Был мәҡәләне әҙерләгәндә лә, улар менән аҙналар буйы бәйләнеш булдыра алманыҡ. Улар хаҡында күберәк тамашасылары, уҡыусылары бәйән итте.
Ысынлап та, бер-бер артлы дуҫтарҙы юғалтыу еңел түгел. Улар һәр саҡ күңелдә, иҫтә, беҙҙең арала. Тик, мәрхүмдәр, тип үткән заманда һөйләге килмәй шул...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Гүзәл


А. Раянов һүҙҙәре,
О. Фәтҡуллин көйө.

Миңә ҡара йылмайып,
Ҡояш нурҙарын таратып.
Һин ҡайҙа барма – мин шунда,
Мин бит яратам һине, аңла.

Ҡушымта:
Гүзәл, Гүзәл, о-о-о-о, Гүзәл!

Һары көҙҙәрҙә беҙ осраштыҡ,
Ләкин дуҫтар булып беҙ
ҡалдыҡ.
Минең йөрәк һине һағына,
Гүзәл, һине күргем килә.


Хәлдәр нисек?

Руслан Туғанбаев һүҙҙәре һәм көйө.

Хәлдәр нисек? Нисек йәшәп
ятаһың?
Нисек дуҫың менән был
донъяла тораң?
Минең яҡтан үҙгәрештәр бар:
Һине онота алмайым,
мөхәббәтем.
Ҡушымта:
Бергә йөрөгәндәр, яңғыҙ
төндәр,
Яҙғы көндәр үткән. Яҙмыш
ярға борҙо.
Бергә йөрөгәндәр, күңел
бошоҡ бөгөн,
Мин яраттым һине булған
һөйөү менән.

Был донъяла миңә урын юҡ:
һинһеҙ көлөп, һинһеҙ илап,
һинһеҙ йәшәп.
Ғүмер үтте икенселәй, шулай
булды.
Ә һин һаман иҫемдә.


Ауыл

Олег Фәтҡуллин һүҙҙәре һәм көйө.

Бала саҡтар иҫкә төшә,
Тыуған ауыл һағындыра.
Ҡайҙарҙа һин, бала саҡтар,
Иҫтәремдә ҡалдылар.

Ҡушымта:
Ауыл, ауыл, тыуған минең
ауыл,
Бала саҡтар һиндә генә, ауыл.

Йәш ваҡыттар, йылдар үтер,
Тыуған ауыл һағындырыр.
Иҫтәлеккә осрашайыҡ,
Бала саҡты, йәш ваҡытты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға