«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Талпынған тауға менер



14.03.2018 Талпынған тауға менер

Талпынған тауға менер
йәки шиғри күңелле бейеүсене яңы шөғөлгә – сыбыртҡы үрергә нимә мәжбүр иткән?

Марат Яҡупов бар күңелен һалып, ашыҡмай ғына сыбырт­ҡы үрә. Уның хәрәкәттәре һалмаҡ кеүек, ләкин тилбер бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, ә йөҙөн әленән-әле йылмайыу яҡтырта. Илаһи бер мәл, сөнки ул яттан шиғыр ҙа һөйләй – һөйөү һәм һағыш, ҡыуаныс һәм наҙ, тоғролоҡ һәм кешелеклек тураһында...

Ошо мәлдә уның арбау көсөнә бирелеп, баштан-аяҡ гүзәллек, сафлыҡ ямғырында ҡойонғандай­һың – йәнең шифаға туйына. Быға аптырайһы түгел, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында донъя сәхнәләрен теҙ сүктергән, меңләгән тамашасының йөрәген яулаған артист бит ул. Арбау – уның ҡанында. Әле бына ул үҙе өсөн бик үк ғәҙәти булмаған эш менән булыша, һин иһә, бармаҡтарынан күҙ ҙә яҙлыҡтыра алмай, зиннәтле таштар хаҡында уйлай­һың. Алмасты нисек ҡырлауҙарын күргәнегеҙ бармы? Минең – юҡ. Ә шулай ҙа күптәнге танышыңдың яңынан-яңы һәләттәре асылған һайын, әйтерһең дә, алмастан гәүһәр тирәсләүҙәренә шаһит булғандайһың. Ябай күренгән таштың бер ни тиклем ваҡыттан мең балҡышлы гәүһәргә әйләнеүе мөғжизәләрҙең мөғжизәһе кеүек. Таланты менән күңелдәргә нур сәскән яҡташыбыҙ, Учалы егете Марат Яҡупов та гәүһәрҙәр затынан булып сыҡты. Ул беҙҙе хайран итеүҙән туҡтамай: бейегәндә үксәләренән ут сәсрәтеп, сыбыртҡыны йәшендәй ялтлатҡан бейеүсебеҙ күндән, тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр яһай белгән алтын ҡуллы оҫта ла, хис-тойғоларға бай, нескә күңелле шиғриәт һөйөүсе лә.
– Бала саҡта хәрби кеше булырға теләнем, – тип һүҙен башлай Марат. – Ныҡ ылыҡтыра торғайны хәрбиҙәрҙең тормошо. Ә бер көндө, дәрестән ҡайтышлай, Рәис ағай Низаметдинов урамда осратып тотоп алды ла, нишләп йөрөй­һөң, әйҙә, киттек “Ирәмәл”гә бейергә, тине. Һүҙен йыҡманым, барҙым. Шунан “Ләйсән”гә күстем. Ун беренсене тамамлағас та Испанияға гастролгә барҙыҡ ансамбль менән. Ҡайтыуыма әсәйем, документтарыңды сәнғәт училищеһына, хореография бүлегенә алып барҙым, ти. Элек ни, ауыл балалары өлгөргәнлек аттестаты алыу менән автомәктәптә уҡыны ла, армияға барҙы, үҙем өсөн дә шундайыраҡ киләсәкте күҙаллағайным да, ләкин әсәйем, ар­мияға ебәрмәйем, ти ҙә ҡуя. Ә мин, барам, тип ныҡышам. Бәхәсләшеп бөттөк... Училищела уҡығанда хеҙмәт итергә алманылар, аҙаҡ дәүләт бейеү ансамбленә эшкә урынлашҡас, тағы бронь биреп ҡалдырҙылар. Шулай ҙа, һуңлап булһа ла, армияға барҙым. 2003 – 2005 йылдарҙа Һамарҙа спорт ротаһында хеҙмәт итеп, ансамблгә кире ҡайттым. Ҡыҙым тыуғас, бөтәһен дә аптыратып, янғын һүндереү часына эшкә урынлаштым. Бер төрлө һоро, күңелһеҙ осор булараҡ иҫтә ҡалды унда эшләүем. Дежурҙа саҡта компьютер артында документтар тултырып ултырғанда, шулай уҡ иң шәп, көслө, дәртле сағым ошонда заяға уҙырмы икән, тип ҡайғыра торғайным. Ансамблдең директоры ла осраған һайын эсте бошороп, әйҙә, Марат, ҡайт, ансамблдә һин кәрәк, тип саҡыра. Туған тейешле Луиза апай Фархшатова “Ләйсән” ансамбленең юбилейында осраш­ҡанда, ҡустым, нисек инде ул һин бейемәйһең, ҡартайғас та янғын һүндереү часында эшләргә өлгөрөрһөң әле, тип асыуланғандай итте: “Икенсе күрешеүебеҙгә дәүләт ансамблендә бейеп йөрө, ҡара уны!” Үҙем дә бер төрлөлөктән тамам ялҡҡайным, шунда уҡ тиерлек ансамбль директорына шылтыраттым. “Тәҡдимегеҙ үҙ көсөндәме?” – тип һорағайным, эйе, тине. Башым күккә тейҙе. Ҡыуанып, ансамблгә кире ҡайттым. Бик ҡыйын булды яңынан эшләп китеүе. Өс йыл эсендә мускулдар ҡатып, икенсегә әйләнгән, тыңлашмайҙар. Башың менән аңлайһың ни эшләргә кәрәклеген, ә мускулдарға барыбер...
Мин бит тик ятып сыҙамайым. Эш менән булышҡанда ғына бәхетлемен. Һәр көнөмдө ниндәйҙер шөғөлгә бағышлап, һәр минутымды файҙа менән үткәреп, тормош­ҡа бар көсөмдө биреп йәшәргә тырышам. Ҡартайғас, былай ҙа тик ятылыр, тим. Һәм сыбыртҡы үреү, ҡайыш яһау шөғөлөнә тотоноу ҙа үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ансамблдә гел дә теге йәки был бейеүгә атрибуттар талап ителә. Кейемдәр цехы начальнигының, сыбыртҡылар таба алмайым, тигәнен ишеттем дә, эшләп ҡарарға ниәтләнем. Өйгә ҡайтып, ботинкаларҙың шнурҙарын сисеп, ишеп маташтым. Элек, бәләкәй саҡта, атайым сыбыртҡы, арҡан ишкәнендә һәр саҡ ҡулы аҫтында уралып йөрөнөм. Махсус рәүештә, өйрәнәйем, тип, ҡарап торғаным да булманы, атайым да, ҡара, ошолай була, тип күрһәтеп ултырманы, ә барыбер иҫтә ҡалған уның нисек үреүе. Ишеп ҡараным – килеп сыға. Күн магазинынан кәрәкле нәмә­ләр­ҙе һатып алып, сыбыртҡы иштем дә, уны эшкә алып барып бирҙем. Эй, ҡыуандылар. Уларҙан бигерәк, үҙем шатландым. Хәҙер берәй атрибут кәрәк булһа, эшләй алаһыңмы, ти­ҙәр. Әйҙә, эшләп ҡа­райым, тим дә, тотонам. Шулай итеп, үҙе­мә ҡыҙыҡ та, файҙалы ла шөғөл таптым. Атайыма рәхмәтлемен, әлдә ул мине янынан ҡыуып ебәрмәгән. Бә­ләкәй са­ғыңда атай-әсәйҙең ни эшләгәненә әллә ни иғтибар бирмәй, уйнап йөрөһәң дә, күргән-ишеткәнеңде күңел һандығына һа­лып бараһың, һеңдерәһең икән ул. Мин дә эш менән булғанда ҡыҙым эргәмдә йүгереп йөрөһә, уны, ҡамасаулайһың, эштән айыраһың, тип ҡыумайым. Әсәһе, ҡулын ҡырҡып ҡуймаһын, тип ҡурҡһа ла, бөтә эш ҡоралын тоторға, хатта эшләп ҡарарға рөхсәт итәм.
Балалар менән ҡыҙыҡ, күңелле ул. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Силәбе өлкәһенән депутат Тәлғәт Ғәйнетдин улы Хәиров ансамблгә килгәйне. Дуҫтарса әңгәмәләшеп торғанда, ата-әсәһенә эйәреп килеп, шунда йүгереп йөрөгән 5 – 6 йәшлек малайға (кемдең улы икәнен онотҡанмын) Тәлғәт ағай кеҫәһенән сығарып, 500 һум аҡса бирҙе. Шул мәлдә ул баланың күҙҙәрен күрһәгеҙ, нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ! Атҡа менгәндәй булды! Уның шатлығынан бар тирә-яҡ яҡтырҙы, ысын. Күп тә үтмәне, ғаиләбеҙ менән Әбйәлилгә ҡайттыҡ. Шунда аятта бер малай йөрөй ине. Өлкәндәр уға хәйергә төшкән тәңкә аҡсаларын бирә. Малай кеҫәһенән сығара ла, шуларын иҫәпләгән була. Шалтырап, тумтайып торған кеҫәһен усы менән баҫыбыраҡ тегеләй-былай йөрөй бирә лә, ҡабаттан аҡсаһын, “шутлай”, Тәлғәт ағай кеүек биш йөҙлөктө уға һонғайным, уның да күҙҙәре тас ҡына теге малайҙыҡы кеүек ҙураймаһынмы! Рәхмәт әйтергә лә онотоп китеп барҙы ла, һуңынан иҫенә килеп, барыһына ла ҡағыҙ аҡсаны йөрөп күрһәтеп сыҡты. Аҡсаны ҡулынан ысҡындырманы, алды ла ҡараны, алды ла ҡараны. Уның сикһеҙ ҡыуанысын күреп, мин дә шатландым. Әллә нимә лә эшләмәнем бит инде, ә бала айға осҡандай ҡанатланды. Бәләкәс­тәрҙең ихласлығы, эскер­һеҙлеге мине әсир итә ул. Улар менән аралашҡанда күңел ял итә.
Шулай уҡ шиғыр уҡыу ҙа йәнгә сихәт икән. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына бер барғанда спектаклдән һуң ак­терҙар­ға, һәйбәт уйнанығыҙ, тип, рәхмәт әйтергә грим бүлмәһенә индем. Шунда Линар Әхмәтвәлиев шиғыр ятланы: “Людей теряют только раз...” Тәьҫирләнеп ҡайтып, Геннадий Шпаликовтың шул шиғырын табып, үҙем дә ятлап алдым. Роберт Рождественский, Миф­тахетдин Аҡмулланың да шиғырҙарын хәтер һандығына һалдым.
Наилә апай Сәфәрғолова “Йөрәк һүҙе” шиғри проектына саҡырғайны. Финалға барып, ҡатнашыусыларҙың нисек шиғыр уҡыуҙарын тыңлап, шаҡ ҡаттым. Күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты хатта. Тап ошондай проекттар арҡылы халыҡты шиғриәткә йәлеп итергә мөмкиндер, тим. Сөнки, ысынлап та, йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә. Иҫ киткес сағыу тамаша булды ул “Йөрәк һүҙе”. Йөрәкһеткән тамаша.
Амстердамда ла шундай уҡ хис-тойғолар ташҡынын тойҙом. Данлы башҡорт атлыларына һәйкәл асыу айҡанлы ойошторолған тантанала ҡатнашыу бәхете тейгәнгә һөйөнөп бөтөрлөк түгел. Скульптор Александр Таратыновтың Нидер­ландта һәйкәлде тап ошо сүрәттә (башҡорт атлыһы йылғаны һыбай кисеп, башҡаларҙы үҙ артынан саҡырып тора) һәм шул ерҙә урынлаштырыуы тарихи факттарға тура килә: Голландияны француздарҙан азат иткән башҡорт атлылары полк­тары Айсел йылғаһы аша Вессен ауылы янында сыҡҡан. Гүйә, тарихи ҡуласала 205 йылға кире әйләнеп ҡайтып, яугир ата-бабаларыбыҙҙы күҙ алдына килтереп, уларҙың батырлығын, ҡаһарманлығын йәнем-тәнем менән тойоп, ниндәй ауырлыҡтар кисереп тә, рух ныҡлығын юғалтмауҙарына һоҡланыуҙан телһеҙ ҡалдым. Уларҙың ике йөҙ йылдан ашыу элек атҡарған батырлығы бөгөн беҙгә, артистарға, Айсел йылғаһы ярҙарына юл асты – уйлап ҡараһаң, тетрәнерлек бит!
Йәшәй килә, үҙем өсөн шуны асыҡланым: донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай һәм осраҡлы бер нәмә лә юҡ. Һәр һүҙебеҙ, һәр аҙымыбыҙ тейешле һөҙөмтәгә килтерә, һәр осрашыуҙың, танышыуҙың йәшерен асылы бар. Был асыш йәшәүҙең мәғәнәһен арттырғандай булды...
“Марат, “Йәшлек” гәзите уҡыу­сыларына йәшәйешең хаҡында һөйләп ултырыуыңдың да ниндәйҙер һөҙөмтәһе буласаҡ”, – тип әйтергә уҡталдым да, тыйылдым. Уныһы былай ҙа көн кеүек асыҡ бит. Ә Марат, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, сыбыртҡы үреүен һәм шиғыр ятлауын дауам итте: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...”

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға